Ауыл уттары
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Февраль 2019, 19:46

Тоғролоҡ өсөн... бүләк

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто бер нисә йыл дауамында инде үҙенең баҫмаларына ҡыҙыҡһыныу булдырыу һәм уларға яҙылыусылар һанын арттырыу маҡсатында гәзит-журналдар уҡыусылары араһында төрлө акциялар үткәрә.

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто бер нисә йыл дауамында инде үҙенең баҫмаларына ҡыҙыҡһыныу булдырыу һәм уларға яҙылыусылар һанын арттырыу маҡсатында гәзит-журналдар уҡыусылары араһында төрлө акциялар үткәрә.
Шул рәүешле халыҡ араһында айырыуса ҙур популярлыҡ яулаған “Аҙна һайын – приз”, “Бәхетле авто” уйындарында ҡатнашып, тиҫтәләгән даланлы райондашыбыҙ иҫтәлекле бүләктәр отоп ҡыуанды. Ә акцияларҙың шарттары үтә лә ябай – ни бары “Ауыл уттары” һәм “Зилаирские огни” район гәзиттәренә ярты йыллыҡҡа йәки тотош бер йылға яҙылырға һәм квитанция күсермәһен редакцияға алып килеп теркәтергә. Әгәр инде тиҙ арала район үҙәгенә юл төшмәй торһа, почта аша хат менән ебәреү мөмкинселеге лә ҡаралған.
Шулай итеп, 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына подписка компанияһы барышында беҙ йәмғеһе ошондай 146 квитанция күсермәһен теркәнек һәм улар араһында, алдан хәбәр итеүебеҙсә, 9 хәтәр шәп бүләк уйнаттыҡ. Акция еңеүселәрен билдәләү өсөн редакция хеҙмәткәрҙәренән торған махсус комиссия булдырылды, бүтән ойошмалар вәкилдәре һәм шулай уҡ отош барышын күҙәтеп ултырырға теләүсе гәзит уҡыусыларыбыҙ саҡырылды. Һәр теркәлгән квитанция номеры лототронға һалынды һәм бәхетле “билеттар” сират буйынса тартып сығарылды. Бына шулай, кемгә уңыш йылмаясағын бәхетле осраҡ билдәләне. Ә инде бүләк отоусы уҡыусыларыбыҙҙың исем-шәрифтәре асыҡланғас, уларҙың исемлеген беҙ ғинуар һандарының береһендә баҫып сығарҙыҡ һәм редакцияға бүләкләү тантанаһына саҡырҙыҡ. Әлеге фотоһүрәттә һеҙ тап ошо бәхетле бүләк эйәләрен күрәһегеҙ ҙә инде. Бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай, туған баҫмаһына тиҫтә йылдар дауамында тоғролоҡ һаҡлаған, редакция менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән күптәнге таныш йөҙҙәрҙе күреү бер ҡыуаныс булһа, уларҙың бүләктәр алып, ҡат-ҡат рәхмәттәр әйтеп, эскерһеҙ шатланыуы икеләтә ҡәнәғәтлек тойғоһо уятты. Ә инде район гәзитенең айырылғыһыҙ дуҫы, тапҡыр телле, йор һүҙле Эльмира апай Рәмова үҙ тәьҫораттарын шиғри юлдарға һалған. Күңелгә май ғына булып яғылған йылы юлдарығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Ғөмүмән, “Ауыл уттары”на яҙылған, акцияларыбыҙҙа даими ҡатнашып торған барлыҡ гәзит уҡыусыларыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм артабан да беҙҙең менән бергә ҡалырһығыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Ә алда беҙҙе бойомға ашыраһы уй-маҡсаттар, файҙалы һәм фәһемле мәҡәләләр һәм, әлбиттә, өр-яңы бүләктәр көтә...
Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА
Читайте нас: