Ауыл уттары
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
11 Февраль 2019, 19:11

Ваҡытынан алда яҙылыу башланды

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ! Рәсәй почтаһы 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу башланыуы хаҡында хәбәр итте.

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!
Рәсәй почтаһы 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға ваҡытынан алда яҙылыу башланыуы хаҡында хәбәр итте.
Быйыл үҙебеҙҙең “Ауыл уттары”на бер ыңғай тотош бер йылға яҙылғандар отто, әлбиттә. Әммә ярты йылға ғына яҙылғандар ҙа, әле Рәсәй почтаһы биргән мөмкинлектән файҙаланып, икенсе ярты йыллыҡҡа ваҡытынан алда яҙылып ҡалһа, һис тә отолмаясаҡ. Бындай мөмкинлектең күпкә отошло булыуын күптәрегеҙ үҙ миҫалында белә инде.
Шуға ла гәзитебеҙгә тәүге ярты йыллыҡҡа ғына яҙылған даими уҡыусыларыбыҙ был юлы ла “Ауыл уттары” һәм “Зилаирские огни” гәзиттәренә 31 мартҡа тиклем яҙылып ҡуйһа, әҙме-күпме аҡсаһын янда ҡалдырыр, тип ышанабыҙ. Үҙегеҙгә мәғлүм, беҙҙең илдә хаҡтар “төшөү” тигән нәмәне күптән оноттоҡ.
Шулай итеп, 31 мартҡа тиклем йылдың икенсе яртыһына район гәзитенә яҙылыу хаҡтары ошолай:
“Ауыл уттары” – 896 һум 64 тин;
“Зилаирские огни” – 890 һум 64 тин.
Гәзиттәргә бөтә почта бүлексәләрендә лә яҙылырға була.
Төп подписка кампанияһы башланғанын көтмәгеҙ, район гәзиттәренә лә, үҙегеҙ яратҡан башҡа баҫмаларға ла хәҙерҙән яҙылып ҡуйығыҙ, яҙғы мәшәҡәттәр осоронда бер мәшәҡәтегеҙгә кәмерәк булыр.
Мөхәрририәт.
Читайте нас: