Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Апрель 2019, 17:42

ЯҘЫЛЫҒЫҘ! ҠАТНАШЫҒЫҘ! ОТОҒОҘ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 апрелдән 2019 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 апрелдән 2019 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро бара.
Ваҡыт бар әле, тип район гәзитенә яҙылыуҙы оҙаҡҡа һуҙмайыҡ әле, дуҫтар! Өҫтәүенә, беҙҙе оҙайлы май ялдары көтә. Унан инде баҡса мәшәҡәттәре артасаҡ, мал көтөүгә сығасаҡ, себеш алыр мәл етә... Донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, “Ауыл уттары”на яҙылырға онотоп ҡуйыуығыҙ ҙа бар. Шуның өсөн бөгөндән үк почта бүлексәләренә ашығығыҙ!
Гәзит ҡиммәт, яҙылырға мөмкинлек юҡ, тип ятмайыҡ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, әмәлен табайыҡ! Берҙән-бер туған баҫмағыҙҙың яҙмышы һеҙҙән тора, милләттәштәр!
“Ауыл уттары” – 896 һум 64 тин,
“Зилаирские огни” – 890 һум 64 тин.
Читайте нас: