Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Июль 2019, 12:06

Яҙылыу ваҡыты оҙайтылды

Ваҡыт тигәнең бик тиҙ аға шул. 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу яңы ғына башланған һымаҡ ине, әле бына төп кампания тамамланды ла. Шулай ҙа, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында гәзиткә яҙылырға өлгөрмәй ҡалған дуҫтарыбыҙҙы ҡыуандырырға ашығабыҙ: “Ауыл уттары”на подписка 13 июлгә тиклем оҙайтылды. Ошо арауыҡта яҙылып ҡалырға тырышығыҙ!

Һәр подписка кампанияһы осорондағы кеүек, был юлы ла беҙ "Аҙна һайын бүләк!" акцияһын үткәреп киләбеҙ.
Акцияла ҡатнашыр өсөн квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға алып килергә йәки почта аша ебәрергә кәрәк. Әгәр район гәзиттәренә яҙылғанһығыҙ икән, ҡатнашығыҙ уйында, халҡыбыҙ әйтмешләй, ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ!
“Ауыл уттары” гәзитенә шулай уҡ rbsmi.ru сайты аша, аҡсаны электрон ысул менән күсереп, яҙылырға мөмкин. Шул уҡ rbsmi.ru сайты уҡыусыларға гәзитебеҙҙең электрон вариантын алдырыу мөмкинлеген тәҡдим итә. Был осраҡта гәзитебеҙҙе ярты йылға 528 һумға алдырырға була. Почта аша яҙылыу хаҡы – 896 һум 64 тин. Район үҙәгендә йәшәгәндәргә тағы ла бер вариант – “Ауыл уттары” гәзитен редакциянан аҙнаһына ике тапҡыр үҙегеҙ килеп алған осраҡта, уның хаҡы 600 һум буласаҡ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: