Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Ноябрь 2019, 11:37

ЯТЫП ҠАЛҒАНСЫ, ЯҘЫЛЫП ҠАЛ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!Сер түгел, баҫма матбуғат бөгөн еңел булмаған осор кисерә: ҡағыҙға һәм типография хеҙмәттәренә, подпискаға хаҡтың үтә артыуы, көндәлек тормошобоҙға интернеттың үтеп инеүе, баҙар мөнәсәбәттәре – былар барыһы ла тираждарҙың кәмеүенә килтерҙе, бигерәк тә район гәзиттәрен ҙур һынау алдына ҡуйҙы.

Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, тиражды арттырыу өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ, әммә һөҙөмтәләр әлегә ҡыуандырмай. Яҙылыу ваҡытының үтеп барыуы ла борсоуға һала: 2020 йылдың беренсе яртыһына төп подписка кампанияһы тамамланырға ни бары бер ай ғына ҡалды! Шуға күрә, гәзит уҡыусыларыбыҙ, ашығығыҙ, гәзиткә яҙылыуҙы оҙон-оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Юҡһа, яңы йыл мәшәҡәттәренә әүрәп, подписка тураһында бөтөнләй онотоп ҡуйыуығыҙ бар.
Яңы йыл тигәндән, яҡындарығыҙға нимә бүләк итәйем икән тип бөгөндән баш ватаһығыҙ икән, беҙ һеҙгә шәп идея тәҡдим итмәксебеҙ – “Ауыл уттары”на подписканан да шәп презент тапмаҫһығыҙ. Беренсенән, файҙалы, икенсенән, ҡыҙыҡлы, өсөнсөнән, ярты йыл буйына, йә иһә йыл буйына киләсәк! Астрологтар әйтеүенсә, йыл хужаһы Ҡомаҡ та тап шундай кәрәкле бүләктәргә өҫтөнлөк бирә. Ә инде һеҙ туғандарығыҙҙы, күрше-күләндәрегеҙҙе, дуҫ-иштәрегеҙҙе ҡыуандырһағыҙ һәм, ошоға өҫтәп, гәзиткә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанция күсермәһен редакцияға алып килеп теркәтһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә булырһығыҙ. “Аҙна һайын приз” акцияһына быйыл да старт бирелде! Ә бүләктәрҙе, йылдағыса, көн дә кәрәкле көнкүреш әйберҙәренән йыйҙыҡ. Мәҫәлән, һәр хужабикә ҡыуанып тотонорлоҡ кәстрүлдәр, тостерҙар һәм... Ҡалғаны әлегәсә сер булып ҡалһын. Бынан алдағы һандарҙың береһендә хәбәр иткән бынамын тигән китаптар хаҡында ла онотмағыҙ, хөрмәтле тоғро уҡыусыларыбыҙ.
Ғөмүмән, яҙылығыҙ, уҡығыҙ, бүләктәр отоғоҙ. Туған баҫмағыҙ “Ауыл уттары”ның яҙмышы тик һеҙҙең ҡулда. Яңы йылда да бергә ҡалырға яҙһын!
Мөхәрририәт.
Читайте нас: