Ауыл уттары
0 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Декабрь 2019, 17:15

Һөйөнсө! Декада башланды!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҡыуаныслы яңылыҡты еткерергә ашығабыҙ – 2 декабрҙән 12 декабргә тиклем “Рәсәй почтаһы” ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса декада иғлан итә.

Тимәк, бары тик ошо ун көн эсендә теләге булған һәр кем “Ауыл уттары” һәм “Зилаирские огни” гәзиттәренә яҙылып, байтаҡ аҡсаһын янда ҡалдыра ала.
Декада ваҡытында “Ауыл уттары”на подписка хаҡы – 858 һум 42 тин. Форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ, район гәзиттәренә 100 һумлыҡ ташлама менән яҙылығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы Яңы йылға шәп бүләк – подписка менән ҡыуандырығыҙ!
Бынан тыш, гәзиткә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанция күсермәһен редакцияға алып килеп теркәтергә онотмағыҙ. Ә инде ниндәйҙер сәбәптәр арһаһында район үҙәгенә юлығыҙ төшмәй тора икән, квитанцияларҙы хат аша ла ебәрергә була. Шул рәүешле, икеләтә ота алаһығыҙ: арзаныраҡ хаҡҡа гәзиткә яҙылыу һәм бүләкле лә булыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
“Аҙна һайын – приз” акцияһы менән бер рәттән, “Иң яҡшы почтальон” конкурсы, “Ә һин “Ауыл уттары”на яҙылдыңмы?” флешмобы тураһында ла онотмағыҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ. Уларҙа ҡатнашыу тәртибе лә үтә ябай. Иң яҡшы почтальондар конкурсында яҙылыу дәррәү барған, подписка күрһәткестәре үтәлгән почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ. Гәзиткә иң күп яҙҙырыусы иң-иңдәр йыл аҙағында редакция тарафынан бүләкләнәсәк.
Ә флешмобта ҡатнашыу өсөн, “Ауыл уттары”на яҙылырға, ҡулығыҙға гәзит һәм квитанция күсермәһен тотоп фотоға төшөргә һәм һүрәтегеҙҙе беҙгә, редакцияға, ебәрергә кәрәк. Беҙ һеҙҙең фотоғыҙҙы “Ауыл уттары”ның “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми төркөмөнә ҡуясаҡбыҙ. Еңеүсене төркөмгә инеүселәр тауышы – “лайк”тар һаны буйынса билдәләйәсәкбеҙ. Гәзиткә яҙылығыҙ, акция-конкурстарыбыҙҙа әүҙем ҡатнашығыҙ! Декада тураһында күрше-күләнегеҙгә, туған-тыумасағыҙға ла әйтергә онотмағыҙ. Белмәй ҡалмаһындар.
Бергә булдыҡ, Яңы йылда ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: