Ауыл уттары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Декабрь 2019, 11:35

Һеҙҙән – яҙылыу, беҙҙән бүләк – милли биҙәүес!

Заман башҡа, заң башҡа, тип, заман модаһын алға һөргән ваҡыттар, шөкөр, үтеп китте. Киреһенсә, милли зауыҡты өҫтөнөрәк күргән гүзәл заттарыбыҙ көндән-көн күбәйә генә. Милли кейемебеҙҙе, боронғо биҙәүестәрҙе тергеҙеү менән бергә, заманса күлдәк-костюмдарға башҡорт орнаменттарын, биҙәктәрен өҫтәп ебәреп, мәҙәни, рухи үҙенсәлегебеҙҙе сағылдырған көндәлек образдар тыуҙырыусы һылыуҡайҙарға һоҡланып ҡарайбыҙ хәҙер. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тап ошо дәррәү күтәрелешен, ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, “Ауыл уттары”на яҙылыу кампанияһы осоронда гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында өр-яңы конкурс иғлан итергә булдыҡ.

Әлеге һүрәттә күргән түшелдеректең бәхетле хужабикәһе булғығыҙ килә икән, беҙҙең конкурсҡа рәхим итегеҙ! “Һеҙҙән – яҙылыу, беҙҙән бүләк – милли биҙәүес!” тип аталған бәйгелә ҡатнашыу шарттары үтә ябай. Беренсенән, 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына йәки тотош бер йылға “Ауыл уттары” гәзитенә яҙылырға кәрәк. Икенсе аҙым – үҙең генә яҙылып ҡалмай, әсәйеңә, ҡыҙыңа, апай-һеңлеңә йәки күршегеҙҙә йәшәгән яңғыҙ инәйгә лә подписка бүләк итергә. Артабан квитанцияларығыҙ күсермәһен редакцияға алып килеп теркәтергә. Бынан тыш, “Ауыл уттары”ның “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә лә ҡушылһағыҙ, өҫтәмә бонус буласаҡ.
Редакция хеҙмәткәрҙәренән торған махсус комиссия һеҙҙең әүҙемлегегеҙгә, алып килгән квитанциялар һанына ҡарап, йыл аҙағында конкурс еңеүсеһен билдәләйәсәк.
Ә шәп бүләкте беҙгә Йылайыр районы Һабыр ауылы килене, әле Өфөлә йәшәүсе оҫтабикә Дилара һылыу Асаинова һәм уның һеңлеһе Гөлнара Әҙеһәмова эшләп бирҙе. Ҡыҙҙарҙың иҫ китмәле хазинаға тиң эштәрен “Бәйләнештә” селтәрендә https://vk.com/id64085680 һылтанмаһы буйынса үтеп ҡарап була. Афарин, һылыуҙар! Заманса стилләштерелгән ҡомартҡы әйберҙәр эшләү менән бер рәттән, халҡыбыҙҙың ҡотон, милли үҙаңын, рухиәтен тергеҙеүгә лә ғәйәт ҙур өлөш индерәһегеҙ бит һеҙ!
Әйҙәгеҙ әле, гүзәлкәйҙәр, “Һеҙҙән – яҙылыу, беҙҙән бүләк – милли биҙәүес!” конкурсында әүҙем ҡатнашайыҡ! Уҡымышлы ла, алдынғы ла, рухлы ла, сибәр ҙә ханымдар икәнебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр иҫбатлайыҡ!
Мөхәрририәт.
Читайте нас: