Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Декабрь 2020, 13:00

Бөтә коллектив менән – район гәзитенә!

Яҙылайыҡ, бергәләп күтәрәйек гәзитебеҙҙе!"Мин үҙем, мәҫәлән, район гәзитен бала саҡтағы шикелле көтөп алам" - ти Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге гимназияһы китапханасыһы Гүзәл Фәрит ҡыҙы.

Яҙылайыҡ, бергәләп күтәрәйек гәзитебеҙҙе!Бөтәбеҙҙең дә тормошо тел менән бәйле. Уның ярҙамында аралашабыҙ, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, белем алабыҙ, гәзит-журналдарға яҙылып, күңелебеҙҙе байытабыҙ, рухи аҙыҡ алабыҙ. Мин үҙем, мәҫәлән, район гәзитен бала саҡтағы шикелле көтөп алам. Әлеге ваҡытта район һәм республика баҫмаларына 2021 йылға яҙылыу кампанияһы бара. Ә район гәзите редакцияһы “Бөтә коллектив менән – район гәзитенә!” тигән акция ла иғлан итте. Ошо акцияға беҙҙең Ш.Бабич исемендәге гимназия уҡытыусылары ла ҡушылды. “Ауыл уттары” гәзите аша беҙ районыбыҙҙың тормошо, маҡтаулы кешеләре, үткәрелгән саралар, яңылыҡтар тураһында белеп барабыҙ. Ә уҡытыусылар районкала сыҡҡан ҡайһы бер ҡыҙыҡлы, фәһемле мәҡәләләрҙе дәрестәрҙә, “Класс сәғәттәрендә” лә файҙалана.Район гәзитендә гимназияның төрлө ваҡытта уҡытҡан тәжрибәле уҡытыусыларының бай йөкмәткеле мәҡәләләре һәм гимназияла үткәрелгән төрлө саралар тураһында хәбәрҙәр даими рәүештә баҫылып тора. Киләсәктә лә “Ауыл уттары”нда ҡыҙыҡлы мәҡәләләр сығып торһон, уны алдырыусылар күп булһын! Үҙебеҙҙең район гәзитенә яҙылайыҡ, уҡыйыҡ!Гүзәл МӘХМҮТОВА,Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге гимназияһы китапханасыһы.
Читайте нас: