Ауыл уттары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Ғинуар 2021, 12:42

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

Тормош күренештәре

Ҡыуаныс
Иртәгәһенә районға осрашыуға барырға йыйынып йөрөйөм. Шул саҡ интернет селтәре аша бер уҡыусы миңә хат яҙа: “Ағай, беҙҙең мәктәпкә киләһегеҙ икән. Шул дөрөҫмө?” “Әлбиттә”. “Ур-ра-а-а! Улай булғас, дәрестәр булмай икән! Рәхмәт, ағай! Һеҙгә тағы бер үтенесем бар: иртәрәк килегеҙ ҙә оҙағыраҡ һөйләргә тырышығыҙ инде. Алтынсы дәрес бөткәнсе...”
Эй, бер ҡатлы бала саҡ! Дөрөҫөн әйткәндә, мәктәп йылдарында үҙем дә шулай шатлана инем. Әгәр ҡунаҡ бик ҡыҙыҡ һөйләһә, осрашыу оҙағыраҡ барһын өсөн, юрамал бер-бер артлы һорауҙар яуҙыра торғайным.
Иҫемдә, мәктәптә билдәле һунарсы менән осрашыу булды. Ул шул тиклем ҡыҙыҡ итеп һөйләй. Айыуҙың ни тиклем аҡыллы булыуы, тереләй бүре тотоп алып ҡайтыуы, ҡуяндарҙы урманда нисек ҡыуалап тотоуҙары тураһындағы хәтирәләрен ауыҙ асып тыңлайһың. Ағай, һөйләшеүҙе яйлап тамамлауға алып барһа, тағы һорау бирә һалам. Шулай итеп, һорашмаған йәнлек, ҡош-ҡорт ҡалманы. Ҡунаҡты ла ҡайтарғы килмәй. Белгән йәнлектәр буйынса яуап алып бөткәс, “Терпегә һунар итәләрме?” тип һораным.
Был ғәҙәтемде университетта уҡығанда ла ташламаным. Дөрөҫөрәге, телгә әүәҫ икәнемде белеп, курсташтарым үҙҙәре һорай торғайны: “Бөгөн профессор Фәләновтың лекцияһы була. Ул ике сәғәт буйы туҡтамай яҙырға ҡуша. Ҡул талып бөтә. Әйҙә һин уны һөйләндер әле...”
Профессорҙы лекцияһынан әүрәтеү эше лә еңелдән түгел. Теләһә ниндәй мәғәнәһеҙ һорауҙар бирһәң, әңгәмә бик ҡыҫҡа булыуын көт тә тор, шуға был эшкә етди әҙерләнәм. Ғалимдың һуңғы арала сыҡҡан китаптарын ҡараштырам, гәзиттә баҫылған мәҡәләләрен уҡыйым...
— Һеҙҙең яңыраҡ фундаменталь китабығыҙ донъя күрҙе. Был бит тотош институт атҡара торған эш, ә һеҙ бер үҙегеҙ нисек яҙа алдығыҙ?..
— Мәшһүр актер Арыҫлан Мөбәрәков Өфөгә һал менән ағып килгән. Һеҙҙең заманда шулай ауыр инеме?..
— Ағай, ә академик булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?..
Шулай һорауҙар бер-бер артлы яуа ла яуа. Ә лекция ваҡыты яйлап үтә. Студенттар рәхәтләнеп тыңлай, ғалим ихласлап яуап бирә.
* * *
Ә бына профессорҙар Мөхтәр Әхтәмов, Рафаэль Аҙнағолов, Миңһылыу Усмановаларҙың лекцияһын еңел генә әңгәмәгә үҙгәртеп була ине. Сығырға ваҡыт етһә: “Уф, ике сәғәт үтеп тә киткән икән. Баймөхәмәтов, башҡа беҙҙе улайтып төп теманан ситләштермә!” — тип йылмайып, бармаҡ янап ҡуялар. Ә профессор Ғәле Сәйетбатталовҡа инәлеп торорға ла кәрәкмәй ине. Оло йәштә булғанға, лекция уҡып арый, күрәһең. “Ана, ун монографиям бар шул тема буйынса. Уныһын үҙегеҙ ҙә уҡый алаһығыҙ, шуның өсөн яҙҙым да. Әйҙәгеҙ беҙ тормош тураһында һөйләшеп алайыҡ”, — ти торғайны Ғәле Ғәле улы. Шуға ла Сәйетбатталовтың тормош тураһында лекцияһын түҙемһеҙләнеп көтөп ала инек.
Ҡайһы бер уҡытыусылар тәүҙә әүрәп китә лә, хәйләмде аңлап, шунда уҡ ике яҡлы һөйләшеүҙе туҡтата. “Етәр, Баймөхәмәтов. Былай ҙа 15 минут ваҡытымды алдың. Теманы дауам итәбеҙ”. Гелән китап буйынса ғына ла уҡып булмай. Ана шундай әңгәмәләр, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар ҡайһы саҡта йылдар буйына уҡыған дәрестәрҙән дә ҡәҙерлерәк була икән.
* * *
Студенттар менән осрашыу бара. Мине сәхнәгә саҡырып, өҫтәл артына ултырттылар. Тәүҙә уйлағандарымды һөйләп бирҙем. Ғәҙәттә, китап яҙыу тарихы, уға бәйле хәл-ваҡиғалар менән уртаҡлашаһың.
— Ә хәҙер һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ, — тинем студенттарға.
Иң артҡы рәттә ултырған егет ҡулын күтәрҙе:
— Ағай, һыуығыҙҙы эсһәң буламы?
Бөтәһе лә “пырх” итеп көлөргә тотондо. Тамағы кипкән булған уның, күрәһең. Егетте ғәйепләп булмай, һорау бирҙе бит.
Хәстәрлек
“Һеҙ берәй ҡасан боҙҙан яланаяҡ атлағанығыҙ бармы? Хәтерләге лә килмәй ҡот осҡос минуттарҙы. Боҙҙан бер нисә аҙым атлағас та, осло сөйгә баҫҡандай тойолдо. Аяҡтар йәбешә, ә мин алға барам. Ҡырт-ҡырт-ҡырт... Бер аҙға ғына туҡталғайным, уң табаным боҙло ергә ҡуша йәбешеп өлгөрҙө. Мин уны йән көсөмә тартып алдым. Артабанғы һәр аҙымымдан ҡанлы эҙ ҡала ине...
Даянға барып етергә күп тә түгел. Гараж да артта ҡалды. Әммә түҙерлек хәл юҡ. Аяҡтарымды ла тоймайым. Әйтерһең дә, мин ҡарҙан йә иһә боҙҙан түгел, ә мамыҡтан йүгерәм. Башҡа ла эҫе булып китте. Күҙ алдым томаланды. Бына мин еңел генә итеп ҡарға ауҙым шикелле. Әммә ауыртыуҙы һиҙмәйем...
— Берәй ереңде ауырттырҙыңмы, балаҡайым?
— Әсәй! Әсәкәйем! Мин һине ныҡ итеп һағындым. Ниңә беҙҙе ҡалдырып киттең, ә? Бында һинһеҙ ҡыйын...
— Тыныслан, күгәрсенкәйем. Үҙем дә янығыҙҙа булмағас, йәнемә урын тапмайым. Бына бөгөн дә шул тиклем рәнйенем. Иҫән булһам, берәүҙән дә ауыр һүҙ ишеттермәҫ инем. Ҡалайтайым икән, Хоҙайым?! Аяғың ауыртмаймы, улым?
— Юҡ, әсәкәйем. Бер ҙә ауыртмай. Ниңәлер, баяғы ҡарҙан яланаяҡ йүгергәндә йылы мамыҡҡа баҫып барғандай тойолдо.
— Һин мамыҡҡа баҫып барманың, Ильясым, ә минең... устарыма. Йәнкиҫәгемдең аяҡтарын өшөтмәйем тип баҫҡан урыныңа үҙемдең устарымды ҡуйып барҙым...
— Рәхмәт һиңә, әсәкәйем. Һине шул тиклем яратам. Килеп ал инде беҙҙе, зинһар...
— Булмай шул, ғәзизем! Әммә мин һәр саҡ һеҙҙең менән. Хәлемдән килгәнсә ҡурсаларға тырышырмын. Тик бер үк яуыз эшкә юл бирмәгеҙ, йәме. Һеҙҙең өсөн аҙаҡ миңә ҡыҙарырға тура килмәһен. Ярай, хуш, балаҡайым. Онотма — мин һәр саҡ янығыҙҙа...
Бәй, мин төшөмдә генә әсәйем менән һөйләшкәнмен икән! Уянып киткәндә, медпунктта ята инем...”
“Ҡалдырма, әсәй!” повесындағы ошо өҙөк күптәрҙең күңеленә үткәндер, күрәһең. Китап донъя күргәс, осрашыуҙарға йыш саҡыра башланылар.
Ошо өҙөктән тәьҫирләнеп, ауыл ерендә булғанда оло инәйҙәр гелән миңә йөн ойоҡ бүләк итә. “Мә, улым, бүтән аяғың өшөмәһен”, — тиҙәр, арҡамдан һөйөп.
Тәүҙә был күренеш ятыраҡ ине, тора-бара күнегеп бөттөм. Инде алдан белеп торам, әгәр клубта сығыш яһаһам, мотлаҡ бер-ике кеше ойоҡ бүләк итәсәк. Шулай бер йыл эсендә әллә ун йыллыҡ запас барлыҡҡа килде.
Баймаҡ районы буйлап осрашыуҙарҙа йөрөйөм. Өс ауылда булғандан һуң, тағы әллә күпме ойоҡбаш алып ҡайттым. Беҙҙең халыҡ үтә ихлас, мәрхәмәтле ул. Үҙеңдең замандаштарыңдан бындай иғтибар күреү, хәстәрлеген тойоу шатлыҡлы ла, мәртәбәле лә.
Баштараҡ был хаҡта бүтәндәргә һөйләмәй йөрөнөм. Һәр ойоҡто беренсе тапҡыр бүләк алғандай ҡыуанып ҡабул иттем. “Рәхмәт, минең былай ҙа шунса пар ойоғом бар”, — тип һөйләмәйһең бит инде. Һәр кеше һиңә тип әҙерләгән әйберҙең бик кәрәкле булыуын теләй.
Йомғаҡлау кисәһе Баймаҡ ҡалаһында үтте. Унда барып еткәнсе сумкам ойоҡтар менән ярайһы уҡ тулғайны. Осрашыу мәлендә йәнә ойоҡбаштарым артты. Был юлы барыһын да һөйләп, халыҡты көлдөрөп алырға булдым:
— Тиҙҙән повестың дауамын яҙасаҡмын. Унда Ильясты боҙҙан ялан аяҡ түгел, ә шыр яланғас йүгерттерерҙәр инде, тип торам...
Шунсама ойоҡбашты ҡайҙа ҡуйып бөткән икән, тип уйлайһығыҙҙыр. Үҙемә бер-икеһен ҡалдырҙым да, ҡалғандарын таныштарыма, туғандарыма, дуҫ-иштәремә тараттым.
Бүтәндәрҙең дә аяғы өшөмәһен...
Читайте нас: