Ауыл уттары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Март 2023, 15:30

Ҡәләм бәйгеһе – ат сабышы түгел...

Мине иң элек Зөлфирә Ҡазаҡбае­ваның “Яҙҙан көҙгә тиклем” тип исем­ләнгән повесы йәлеп итеүен йәшермәйем. Нимәһе менән тартты? Баштараҡ үзем дә төшенмәнем.

Ҡәләм бәйгеһе – ат сабышы түгел...
Ҡәләм бәйгеһе – ат сабышы түгел...

“Ағиҙел” журналы ойошторған Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсы — әҙәбиәтте байытыуға этәргес.

Башҡорт әҙәбиәтенең балҡышлы усағы, милли һүҙ сәнғәтенең оҫтаханаһы булған “Ағиҙел” журналы үҙенең йөҙ йыллығын бик мөһим сара – Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсы иғлан итеү, ойоштороу мәшәҡәттәре менән ҡаршыланы. Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булған халыҡ яҙыусыһын пьедесталға баҫтырыу, үрнәкле остаз итеп күтәреү ниәте ҡәләмдең идея-эстетик көсөнән, сәнғәтсә асыштарға бай булыуынан һәм милли ижадта тәрән эҙ ҡалдырыуынан килә. Яҙыусы “Мәңгелек урман”, “Зәңгәр тауҙа аҡ болан”, “Яралы кеше тауышы”, “Зөһрә” кеүек күләмле эпик әҫәрҙәрендә ил тарихындағы ҙур ваҡиғаларҙы, ҡатмарлы кеше яҙмыштарын тасуирлауҙа ваҡыт, урын, ваҡиға һурәтен киңәйтте, геройҙарға әхлаҡи һынау үткәреүҙә халыҡ әхлаген, башҡорт рухына тәрән йоғонто яһаған тәбиғәт ҡанундарын иркен һәм ижади файҙаланды, уның әҫәрҙәрендә көслө булып халыҡсанлыҡ сифаты ҡалҡып сыҡты. Нәҡ шул нигеҙҙә был әҙип милләт яҙмышына, уның яҡты киләсәгенә ҙур өмөт бағланы һәм сетерекле осорҙа ижад итеүенә ҡарамаҫтан, башҡорт прозаһын идея-эстетик юғарылыҡҡа күтәреп халыҡ күңелен яуланы.

Ноғман Мусин һалған юлды бөгөнгө ижадсылар дауам итәме? Мәғлүм конкурс сиктәрендә “Ағиҙел” журналы тиҫтәгә яҡын повесты дөңъяға сығарҙы. Күп түгел, әммә һәр әҫәр ҡыҙыҡлы ҡәләм үзенсәлектәренә эйә. Шулай ҙа мин үземде иң элек Зөлфирә Ҡазаҡбае­ваның “Яҙҙан көҙгә тиклем” тип исем­ләнгән повесы йәлеп итеүен йәшермәйем. Нимәһе менән тартты, баштараҡ үзем дә төшенмәнем. Үҙәктә Хәсән, Ҡәҙриә тип исемләнгән үҫмерҙәр, араларында дуҫлыҡтан башланған мөхәббәт ептәре үрелеп, нығып килә... Тормоштоң, йәшәүҙнең нигеҙе мөхәббәт булғас, күрәһең, әҙәбиәт, сәнғәт әҫәре лә һөйөү-яратыу хис­тәренән башҡа тыуа алмайҙыр. Шағир әйткәнсә, “мөхәббәттән яҙмыш башлана”... Ләкин был геройҙарыңды наҙ­лы мөхәббәт хистәре менән ураның да, уңышҡа ирештең тигән һүҙ түгел. Иң мө­һиме, ғашиктарҙы ниндәй тормош һынауҙары аша уҙҙыраһың, уларға ниндәй кисерештәр һалаһың һәм быларҙың дөңъяһын асып, уҡыусыңа нимә әйтергә йыйынаһың, һин, ҡәләм эйәһе?

Повесты уҡып сыҡҡас, йәм, матурлыҡ кисереүселәргә юлдаш булырға йыйынған иләҫ күңел кинәт кенә алмашынды. Күҙ алдына ирекһеҙҙән Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”, “Кеше ашаусылар” кеүек ҡурҡыныс әҫәрҙәре, Ғәлимйән Иб­раһимовтың ҡот осҡос “Әҙәмдәр” повесы, Дауыт Юлтыйҙың һуғыш афәттәрен йәшермәйсә һурәтләгән “Ҡан” романының геройҙары килеп баҫты. Солдат иң ышаныслы урын тип, ҡалағын йәнәшәһендә ятҡан мәйет ауыҙына тығып ҡуя... Шулай, Башҡортостанға бәйле бер төркөм әҙиптәр, һис бер әҙәбиәттә булмағанса, тор­моштың иң ҡурҡыныс, бик йәмһеҙ мәл­дәрен дә тасуирлауҙан тайпылмағандар. Назар Нәжми әйткәнсә, әҙәбиәт, шиғриәт – ул гөлдәр, былбылдар баҡсаһы ғы­на түгел шул.

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның мәғ­лүм әҫәре лә милли әҙә­биәттең был сифатын дауам итеүе менән ғибрәтле. Ҡайһы бер авторҙар Ҡәҙриә күргәндәрҙе тасуирлау түгел, хатта уның хаҡында яҙғанды уҡырға ла сикәнерҙәр, танауҙарын ҡаплап ки­тап­хананан сығып китерҙәр төҫлө тойола миңә. Сөнки һүҙ яҙғы ташҡынға эләгеп һыуға батҡан һәм яр буйында, унан урыҫ мунсаһында оҙаҡ ятып инде һүле аға башлаған ҡыҙ тураһында бара. Етмәһә, бер ҡабым ризыҡ табыу әҙәм мейеһен борсоған аслыҡ ваҡыты был, кешеләр ғаиләләре, хатта ауылдары менән ҡырыла.
Шулай кеше яҙмышы бик тәбиғи төҫ­тә халыҡ, ил яҙмышы менән үрелә. Әммә яҙмыштан уҙмыш бармы һуң?

Әйтергә кәрәк, егерме беренсе йылғы аслыҡ ваҡиғаһын беҙҙең бик күп яҙыусыларыбыҙ халыҡ трагедияһы йәиһә геноцид сағылышы итеп тасуирланылар. Әммә, һөйөнөс, “Яҙҙан көҙгә тиклем” повесында халыҡтағы йәшәү тойғоһо, аң зирәк­леге, әхлаҡи камиллығы үлемдән көс­лөрәк булып сыға. Әҫәрҙең идеяһына нығыраҡ төшенәйек тиһәк, Ҡәҙриәне, языусы ниәтенсә, ябай ҡыҙ ғына түгел, ә йәшәү символы итеп тә танырға кәрәк. Уға ғүмер биреү ынтылышы башҡорт ғаиләһен генә биләмәй, ә урыҫын, татарын, ярлыһын, байын берләштерә, көндәшлек сиренә тарыған ҡатындарҙы туғанлаштыра, табип, имсене сәфәргә сығара, хатта тәбиғәт тә үҙ золомонан үҙе оялғандай, ауырыуҙы терелтеүгә ныҡлы өлөшөн индерә.

Ниһайәт, Хәсән генә түгел, барыһы ла зарығып көткән миҙгел килеп етә, ҡыҙ күҙҙәрен аса, шатлыҡ йәше тама. Әҫәр аҙағында йәштәрҙең никахлашыуын күреү һәм Ҡәҙриәнең балаға уҙыу хәбәрен ишетеү уҡыусыла ла ихлас шатлыҡ хисен тыуҙыра. Был милләтте бөтөрөп, юҡ итеп бул­май, ул йәшәү, ижад итеү өсөн ярал­­ған!

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның конкурсҡа тәҡдим ителгән әҫәренән сығып, яҙыусы элекке башҡорт тормошон, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәү юлдарын бик яҡшы белә, тип әйтергә була. Уның геройҙары аш-һыуға, табын ҡороуға тотонһа, уҡыусының да танауын хуш еҫле ризыҡ ҡытыҡлағандай була. Автор теге йәки был йорттоң интерьерын һурәтләһә, һин, китап ҡорто, герой менән бергә үҙең дә өй йыһаздарын, теккән, сиккән туҡымаларҙы, һуҡҡан балаҫтарҙы күреп, хатта тотоп-ҡапшап ҡарар дәрәжәгә етеп, өйҙөң күркәм йәки ярлы һәм шыҡһыҙ икәненә инанаһың. Был хаҡта хикәйәсенән артыҡ һүҙ, үҙ фекерен белдереү көтөлмәй. Ә инде персонаждар араһында әңгәмә ҡоролһа, уҡыусыла ла уларҙың араһына кереп һөйләшеү теләге тыуа...

Авторҙың үҙ геройҙарына яратыу менән ҡарауы ла хаҡ. Был йәһәттән, әҫәрҙә бер ни тиклем ышыҡта торһа ла, Ғәлләметдин образын ҡәләм эйәһенең бер бәхәсһеҙ уңышы тип һанар инем. Мөхәббәтле ир, ҡайғыртыусан ата, булдыҡлы йорт хужаһы һәм хәлле крестьян булараҡ, ул бөгөнгө ир-ат затына ла үрнәк. Аталары Хәсән менән Ҡәҙриәнең бәхет сынаяҡтары селпәрәмә килеп ватылған мәлдә, уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына ала, күп көс түгеп парлашып йәшәүҙәренә ирешә.
Ғөмүмән, был – киң ҡоласлы, үҙ холҡонда халҡының иң матур ғәҙәттәрен тәрән һеңдергән кеше. Уның урыҫ-япон һуғышында ҡатнашып, Порт-Артур ғәрәсәтендә дары еҫкәгән, мылтыҡ тотҡан орденлы яугир икәнен дә белгәс, һоҡланыу хисе тағын көсәйә. Әйе, был кеше һис тә элекке китаптарҙа, сәхнәләрҙә сағылдырылған малым-мөлкәтем, тип үҙ эсенә йәшенеп йәшәй торған кеше түгел. Ул халҡым-милләтем тигән лозунг менән рухланған ил ағаһы ҡиәфәтендә күҙ алдына баҫа. Был затлы, олпат герой, әлбиттә, иң элек әҙибәнең күңел емеше булып тора. Матур, яҡты, игелекле күңел емеше... Әммә Ғәлләметдиндең балҡышлы ҡиәфәтен күреп, бөгөнгө ир-аттар араһында шуға оҡшар кеше булмаҫ, табылмаҫ тимә!

Ҡылт итеп хәтергә Әстерхан сауҙа­гәренең ҡыҙы Ғазизә Сәмитованың күңел дәфтәренә теркәлгән “Ҡәләм” шиғырын­дағы юлдар килеп төштө:

Ҡара һауытта тора

Көмөш башлы еҙ ҡәләм.

Шул ҡәләмдең хеҙмәте менән

Ағарҙы бөтөн ғәләм...

Аҡ ҡағыҙ битенә ипләп, хатта үзенсә көйләп яп-ябай, миһырбанлы һүҙҙәр әйткән ҡәләм кешеләр янында әкиәттәге Хоттабыч ҡарт әфсен-төфсөндәренән дә көслөрәк йәиһә Хызыр Ильястың мөғжизәләренән дә ҙурыраҡ үҙгәрештәр яһарға һәләтле. Риза казый Фәхретдинов әйткәнсә: “Бер генә халыҡтың да үҫеш-үҙгәреш, прогресс юлына баҫыуы әҙәбиәттән башҡа булмай... Әхлаҡ менән әҙәбиәт бергә булырҙар. Бер милләттең әҙәбиәте ниндәй рәүештә булһа, әхлаге лә шул рәүештә булыр”.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, минең уйлауымса — халыҡ, милләт, йәмғиәт ҡаршыһында яҙыусының, кем, ниндәй шөғәл эйәһе икәнен һәм уның алдында ниндәй бурыстар торғанын тәрән аңлап ижад итеүсе ҡәләм эйәһе. Шуға нигеҙләнеп әйтә алам, бар улар, бар остаз Ноғман Мусин мәктәбенә тоғролоҡ һаҡлап, уның тради­цияларын яңы шарттарҙа уңышлы дауам итеүселәр!

* * *

Аңлайһығыҙҙыр, был мөһим хәҡиҡәтте раҫлау менән генә конкурс темаһына яҙыл­ған мәҡәләгә нөктә ҡуйып булмай әле. Бәйгене бит жюри, әҙәбиәт генералдары күҙәтә, әҫәрҙәрҙе аҙаҡҡы сиктә улар баһалай. Тимәк, борсолоуым бик урынлы, уҡыусы ҡарашы — тик бер ҡараш, шәхси фекер, ә бына хөрмәтле жюри “Яҙҙан көҙгә тиклем” повесы хаҡында ниндәй хөкөм сығарыр?
Йәшәүгә өмөт иткән һәр милли ижад дөнъяһында традицияларҙы, ҡаҙаныштарҙы барлау менән бергә, уның киләсә­ген ҡайғыртыу, новаторлыҡ сифаттарын формалаштырыу ниәте лә бик актуаль бурыс булып ҡалҡа. Әммә милли ҡәләмгә юл ярыу һис тә еңел нәмә түгел. Илдә Совет йәмғиәте ҡоролғас, татар, башҡортта ла күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән футуризм, иманженизм, акмеизм кеүек әллә күпме измдар, йүнәлештәр ҡалҡты, һәм былар әҙәбиәттә көтөлгән яңылыҡ тип тамғаланды. Иҫке йыл тамам­ла­нып, заманалар алмашынған бер ваҡытта ла әҙәбиәт монстры булған социалистик реализм бар мираҫы менән сүплеккә ырғытылып, “ҡара проза” ҡанундарын үтәмәгән ҡәләм эйәһен яҙыусы итеп танымау положенияһы ҡалҡыуын да беләбеҙ. Был саҡта ысын талант эйәһе тауға күтәрелә аламы? Беҙҙең бөгөнгө ижад дөнъяһы ла тотороҡло идея-эстетик нигеҙҙән мәхрүм бит. Берәүҙәр өсөн әҙәби ижад — бизнес, аҡса эшләү сығанағы. Икенселәргә ул — дан, шөһрәт яулау әмәле. Өсөнсөләр иһә, һарай шағирҙары кеүек, сәйәсәткә, башлыҡларға баш ороп әҫәрҙәр яҙа, китаптар сығара... Шулай боронғо пәйғәмбәрҙәр шөғөлө һаналған әҙәби ижад эше күптәр өсөн ысын асылын юғалта, ҡомарлы уйынға, кә­сепкә әүерелеп китә. Ул мораль кодексҡа яйлашҡан уйланма геройҙар тасуирлап, яһалма ҡаршылыҡтар ҡороп һәм стаканда дауыл уйнатып та бәйгелә беренселек пальмаһына эйә булырға мөмкин. Сөнки жюри ҡаршыһында нәҡ шул графоман үҙен ҡойоп ҡуйған новатор итеп таныта. Хәйер, конкурс тигән үтә яуаплы сара­ның вазифаһы еңеүсене билдәләп, башына беренселек пальмаһын кейҙереү генә түгел, ә әҙәбиәттең киләсәк юлына яҡты “маяҡтар” баҫтырыу ҙа бит ул. Аҙашыу, юлдан яҙыу, көрсөккә ки­леп терәлеү булмаһын! Ҡыҫҡаһы, мораль шундай, әҙәбиәт генералдары был эшкә үтә яуаплы ҡараһын ине. Ҡәләм бәйгеһе – ат сабышы түгел бит, еңеүсчене сикле ваҡыт эсендә генә асыҡлап, билдәләп булмай, талант ете йоҙаҡ аҫтында: “Сим, сим, ас ишекте!”
Хәйер, чур! Мин әйткәндәрҙе хәҙер үткәндәге хаталаныу, киләсәккә буш фараз ғына итеп ҡарарға ла мөмкинлек бар. Бөгөнгө ил-көндә ябайлыҡҡа, дөрөҫлөккә ынтылыу, ялғандан, күҙ буяуҙан, хаталарҙан арыныу ниәте көслө. Иншаллаһ, затлы “Ағиҙел” журналы ойошторған Ноғман Мусин конкурсы нәҡ беҙ һоҡланған Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева кеүек ижатсыларҙы еңеүсе итеп танытыр. Башҡорт әҙәбиәтенең яңырыуы ла, заманса сифаттар менән байыуы ла шулар ҡулында бит. Сөнки уларҙа, ваҡыттар үтеү, заманалар алмашыныуға ҡарамаҫтан, һаман да әҙәби ижад өсөн кәрәк булған төп талап, нигеҙ шарт – бай, матур, ҡояш­лы күңел дөнъяһы, кешене яратыу, милләтселек бар. Яҙыусылар — халыҡтың рух башлыҡтары. Әммә замана ысын таланттарға ҡытлыҡ кисерә. Бәйгеләр яһап, сәхнәләргә сығарып, китаптарын баҫып, уларҙы үҫтерергә, ишәйтергә кәрәк!

Сәғиҙулла ХАФИЗОВ,

филология фәндәре кандидаты,

Башҡортстандың Яҙыусылар
берлеге ағзаһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: