Ауыл уттары
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
18 Сентябрь 2023, 16:15

Бер фото тарихы

9 Май – Еңеү көнө өләсәйем Вәлимә Ғәлимйән ҡыҙы Исҡужина өсөн "Пагиблар" көнө ине.

Бер фото тарихы
Бер фото тарихы

Ул шулай тип үҙенсә генә, үҙ теле менән әйтер ине: “Ана ПАГИБЛАР көнөнә клубҡа саҡырҙылар, сәй эсерҙеләр даваларға (вдова) бүләк бирҙеләр 9-сы май көнө”, тигән булыр ине...

Үҙенсә урыҫса һөйләшә инде, йәнәһе. Колхоз заманында улар Вознесенка (Үәзнисән) ауылында ла йәшәп алғандар. Уныһын: Шикалда торғанда, тип һүҙ башлар ине. Шикал тигәне – Чкалов исемендәге алдыңғы колхоз булған. Әсәйем дә “Шикалда – Үәзнисәндә” бер нисә йыл рус мәктәбендә уҡыған. Тәүҙә Ҡыпсаҡ – (был ауылдың исеме күп: Ҡыпсаҡ, Урман Ҡыпсағы, Йомағужа, Ҡәнзәфәр колхозы) ауылына Һаҡмарҙы ике кисеп сығып, туғандарҙа фатирҙа ятып уҡығандар. Яҙын ташҡын ваҡытта ҡайта алмағас, йылғаның аръяғынан бирьяғына был яҡтан икмәк ырғытҡандар. Шулай аслы-туҡлы тегендә-бында йөрөп ете класс белем алған әсәйем. Ете класс белем менән әүәле балалар уҡытып йөрөгәндәр әле.
Зөбилә инәйем (Зөбилә Мухаметшовна – Матрай мәктәбендә немец теленән уҡытты) һөйләүе буйынса Иҫке Яҡуп ауылында борон халыҡ шәп йәшәгән. Зөбилә инәйемдәр беҙҙең ҡапма-ҡаршыла, мәсет эргәһендә торған. Уның һөйләүе буйынса, Йылайыр районы, Иҫке Яҡуп ауылында элек гектар-гектар ерҙәрҙе эшкәртеп иген, картуф, кәбеҫтә, кишер, һуған сәскән булғандар. Минең ҡартатайҙарым (әле ерен ҡырҡып алып бөткәндәр) ҙур ғына хужалыҡ тотҡандар. Хатта өй тирәһендә лә йәшелсә үҫтерер булғандар. Оҫта ҡуллы Йомағужа ҡартатайымдың өйө ҙур, ҡыҙыл ҡалай ябылған ҡыйыҡлы, ике коридорлы булды. Аҫҡы өлөшөндә магазиндары бар ине. Әле һүрәттә күренгән өй түгел. Был өйҙө өләсәйем алтмышынсы йыл аҙаҡтарында Ишбулды ауылынан барып алып килеп һалдырҙы. Сөнки заманында, һуғыштан һуң, ҡайныһы Исҡужин Йомағужа Төркмән улы мәрхүм булғас, уларҙың бөтә булған донъяһын конфисковать итеп (законһыҙ рәүештә, сөнки мин уны ла юғарыла тикшерттем, документы бар миндә) бөтә булған йорт-ҡуралағы хужалыҡ әйберҙәрен, мөлкәтен тартып алып, колхозға тапшыралар. (Дәлилдәр бар ул турала ла). Аҙаҡ өләсәйем эштә булғанда, ваҡытлыса Матрай ауылына ҡыҙына йәшәргә барған осорҙа өйҙәренең бер яғында колхоз игене һаҡлайҙар, икенсе яғына өйһөҙ кешеләрҙе индерәләр. Миңә өс йәштә, өләсәйем үҙе менән мине алып ауылына ҡайта. Колхоз игене һаҡланған өйөнә сысҡандар тулған ине. Өй яйлап серей башлай (ҡарағас өй). Шул саҡта өләсәйем, бер йәйҙе буш торған өйгә инеп тороп, иҫке өйҙө боҙҙороп ошо өйҙө алып ҡайтып ултырттырҙы. Бергә йөрөнөк беҙ, йәйәүләп Мәҡсүт, Ишбулды ауылына барып, яҙ ташҡындан һуң, кәмә менән Һаҡмар аша сығып...

Ана шул Шикалда торғандарында, асҡыс яратып өйҙәренә төшкәндәр ҙә инде ҡараҡтар. Өйҙә, һандыҡта ниндәй хазиналары булған, барыһын да ҡырып алып сығып киткәндәр. Өләсәйемде олоғайғас, Матрайға күсереп алдылар туғандар. Үҙе мәрхүмә булғас, ҡаралды араһынан килеп сыҡты тип, миңә бер еҙ беләҙеген генә тапшырҙылар...

Был фото нисәнсе йылғылыр инде, 70-80-се йылдар араһымы икән, белмәйем... Унда һулдан уңға беҙҙең уҡытыусыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Илһаметдин Сәйетбаттал улы Мәҡсүтов, шулай уҡ ветерандар Зәйнетдин олатай Иғдәүләтов, Йәнмырҙа олатай Дилмөхәмәтов, арттараҡ уң яҡта байраҡ янында өләсәйем, һул яҡта Мәстүрә, Кинйәбикә инәйҙәр баҫып тора. Артҡы планда уҡыусы балалар, үҫмерҙәр...

Был беҙҙең ҡапҡа алдында төшкән
тарихи бер фото!

Мәрйәм ЗӘКИРЙӘНОВА.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: