Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Ноябрь 2023, 16:45

"Күп һораһам, Аллам, ғәфү ит!"

Матрай ауылында йәшәгән шиғри күңелле Самат Такаловтың бер шәлкем ижад емештәрен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Был шиғырҙарҙа тәрән фәлсәфә ярылып ята...

"Күп һораһам, Аллам, ғәфү ит!"
"Күп һораһам, Аллам, ғәфү ит!"

Ыңғайланым алтмышҡа

Борма-борма тормош юлы буйлап,

Ыңғайланым яйлап алтмышҡа.

Дәрт етәрлек, көс самалы

Бирешмәйем мин әле.

 

Сабый һымаҡ шатланамын

Һәр бер атҡан таңыма.

Күҙем асҡан һайын шөкөр итәм

Тыныс ҡына уҙған төнөмә.

 

Рәхмәт әйтәм ауыр саҡта

Терәк булған тыуған, танышҡа.

Яҙа баҫҡан саҡтарымда,

Төҙәткән дуҫтарыма.

 

Барығыҙға тигеҙ рәхмәт әйтәм,

Кемдәр минең тормош юлымда.

Һеҙһеҙ бит мин, тере етем,

Һеҙҙә генә минең өмөтөм.

 

Борма-борма тормош юлы буйлап,

Ыңғайланым яйлап алтмышҡа...

Өмөтләнәм, Алла бирһә,

Етмеште лә уҙып китергә!

 

Ҡартатайым ҡайҙа икән?

Ҡартатайым ҡәберҙәре

Ҡай тарафтарҙа икән?

Ҡартәсәйем шул хәбәрҙе

Ғүмер буйына көткән...

 

Көндәр, төндәр доға ҡылған,

Әллә ҡайтып төшәр тип...

Ышанысы, өмөттәре,

Бәлки ҡабул булыр тип.

 

Юҡ шул хәзер ҡартатайҙы

Өҙөлөп көткән ҡартәсәй.

Икәүһе лә ожмахтарҙа

Бергәлер... Өмөт итәм!

***

Һатыла дан,

Һатыла тән,

Кешелеккә ней булған?

Кеҫәһе ҡалын булғандарға,

Дуҫтар сиратҡа торған.

 

Һатыла йән.

Ҡойола ҡан.

Көслө ахмаҡ

Табын йыйған

Тоғролокто хәйлә еңгән.

 

Һайыҫкан һайрай.

Уны мактап,

Дуңғыҙ, ҡарғалар тыңлай...

Моңлоға урын ҡалмай...

 

Алдаҡ - юлда алдан бара,

Аҡыл – артта аҫҡап ҡала.

Был замана ҡайҙа бара?

Ғәзиз еркәй, туҡтап ҡуйма!

 

Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар булып ҡала

 

Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар булып ҡала,

Күңелендә ғүмергә.

Әсәй өләсәй булһалар ҙа,

Һөйөү кәрәк уларға.

 

Иғтибарға лайыҡ улар,

Нескә күңелле улар.

Йылмайһалар көләс ҡояш,

Көйһәләр ямғыр улар.

 

Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар булып ҡала,

Тере сәскәләр улар.

Иркәләүҙе һәм һөйөүҙе,

Эх, ярата шул улар.

 

Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар булып ҡала,

Утыҙҙа ла, илле лә.

Йәлләмәйек беҙ уларға,

Йылы һүҙҙәр әйтергә.

 

Күп һораһам, Аллам, ғәфү ит!

 

Яҙҙарымдың булһын тулы ярҙары,

Төндәремдең ай, йондоҙҙары.

Үтәр юлым ыңғай булһын,

Ә янымда тоғро дуҫым.

 

Сәскәләргә тулы булһын йәйҙәрем,

Туҡтамайса был-был һайраһын.

 

Изге генә булһын уйҙарым,

Моңло булһын йырлар йырҙарым.

 

Муллыҡ бирһен алтын көҙҙәрем,

Аҡланһын хыялдарым.

Тыныслыҡта, татыулыҡта,

Үтһен килер көндәрем.

 

Ҡар-буранлы булһын ҡыштарым,

Әкиәт кеүек булһын төштәрем.

Яманлыҡты еңһен ғәҙеллек,

Күп һораһам, Аллам, ғәфү ит!

 

Яҙа-йоҙа шиғыр

 

Яҙа-йоҙа шиғыр яҙам,

Арлы-бирле юлдарҙан.

Арып киттем, талып киттем,

Ҡатмарлы замананан.

 

Яйлап-майлап йөйөн эҙләп,

Вакыт юҡ ултырырға.

Урап әйтә алмайым шул,

Холҡом самалы ғына.

 

Ҡара булғас ҡара инде,

Аҡты ҡайҙан алырға?

Маңлайыңа яҙылғанды,

Күрергә тура килә.

 

Яҙа-йоҙа шиғыр яҙам,

Уҡыусы булырм(ы) икән?

Иртәнгәсә нисә кеше,

Лайыҡ ҡуйған булыр икән?

Ифтар

Ифтар бара, йыйылғандар,

Һылыу апай-инәйҙәр.

Ҡатын-ҡыҙҙар доға ҡыла,

Ир тарафын ҡырау һуҡҡандай.

 

Ифтар бара, табын муллығынан,

Ишелерҙәй өҫтәл тояғы.

Тамаҡ туйһа онотола,

Мохтаждарҙың ҡайғыһы.

 

Доға ҡабул була,

Алда, ир-аттарҙан

Ир-балалар түрҙә булғанда!

Ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыу һалып,

Тыйнаҡ ҡына ситтә булғанда.

 

Иҫем китә, ниңә шулай?

 Дәрәжәһе ирҙең иҙәндә!

Ҡатын – башлыҡ, ҡатын – муйын,

Ахырызаман ишек төбөндә.

 

Шиғыр яҙам, доға ҡылам,

Түрҙә булһын ирҙең урыны!

Үҙ өулында булһын теҙгеҙе!

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: