Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Февраль , 14:05

“Призлы булдым!” –

тип ҡыуана гәзит уҡыусыбыҙ Кинйәбикә Юнысова.

“Призлы булдым!” –
“Призлы булдым!” –

“Ауыл уттары” район гәзитенә 2024 йылдың беренсе яртыһына яҙылғандар араһында приз уйнатылды. Даланлылар гәзитле лә, бүләкле лә булды. Үәт!

- Район гәзитен бер ҙә алдырмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Көтөп алабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. Мин бигерәк тә гәзит биттәрендә күргән хикәйәләрҙе, ябай ауыл кешеләре тураһындағы мәҡәләләрҙе көтөп алам. “Ауыл уттары”нда райондаштарҙы юбилей даталары һәм тыуған көндәр менән ҡотлағандарын яратып уҡыйым. Тап яратҡан баҫмамдан приз отоу икеләтә ҡыуаныс булды! Гәзит йәшәһен, уҡыусылары күп булһын! – тине призерыбыҙ – Юлдыбай ауылынан Кинйәбикә Ханнан ҡыҙы Юнысова.

Ниндәйҙер сәбәптәр менән районкаға яҙылып өлгөрмәһәгеҙ, быны һәр айҙың 20-һенә тиклем эшләй алаһығыҙ. Бергә булайыҡ, милли баҫмабыҙҙың барлығы һеҙҙән тора.

Автор фотоһы.    

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: