Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәштәр – ауыл тотҡаһы

Ауылдарҙың киләсәге булырҙай күп кенә йәштәр ситкә китеп тормош көтә хәҙер. Әлбиттә, һәр кемебеҙ яҡшы тормошҡа лайыҡ, ләкин үҙ бәхетеңде мотлаҡ ҡайҙалыр алыҫта табырмын тип өмөт итергә ярамай, берәүҙе лә ят тарафтарҙа әҙер донъя менән көтөп тормайҙар, ҡайҙа ла бары тик үҙеңдең хәләл көсөңә ышанырға ҡала...

Быны яҡшы аңлағандар тыуған ерҙәренә ерегеп, ошонда үҙ мөйөшөн булдырып, ғаилә ҡороп, матур тормош көтә. Шундай матур ғаиләләрҙең береһе – Һабыр ауылында йәшәүсе Фирғәт һәм Гөлсиә Таһировтар.

Уларҙың мөхәббәт тарихы 8 йыл элек башлана. Һабыр ауылы егете Фирғәт Хисмәт улы һәм Матрай һылыуы Гөлсиә Зәкир ҡыҙы тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ булып, ғүмерлеккә бергә булырға һүҙ бирешеп, сәстәрен сәскә бәйләй. Бөгөн Таһировтарҙың матур ғаиләһендә ике ул үҫә. Искәндәр 1-се класта уҡып йөрөй инде, ә Ғәлимгә ни бары 9 ай ғына. Шуға ла Гөлсиә әле өйҙә ултыра, декрет ялы тулыу менән мәктәпкә, яратҡан эшенә ҡайтасаҡ. Фирғәт иһә Һабыр урман бүлексәһендә механизатор булып эшләй.

Таһировтар баштан уҡ ауылда төпләнергә ҡарар итә. Бер нисә йыл элек Һабырҙа ҙур ғына өй һатып алғандар. Ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Йүнсел хужаларҙың табынын баҡсаларында үҙҙәре сәсеп үҫтергән йәшелсә-емеш йәмләй.

Фирғәт Хисмәи улы тыуып үҫкән, тәпәй баҫҡан атай йортон да онотмай. Тыуған йортоноң усағын һүндермәй ғүмер итеүсе әсәһе Сания Йомағәле ҡыҙына ярҙам итеп торалар. Ғүмере буйына һауынсы булып эшләгән хеҙмәт ветераны, бәхетле әсәй әле хаҡлы ялда.

– Тормош иптәшем беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып киткәнгә лә бер нисә йыл үтеп китте инде, – тип ауыр көрһөнә Сания Йомағәле ҡыҙы. – Хисмәтем менән дүрт балаға үҫтерҙек, бөтәһен дә, матур итеп туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығарҙыҡ. Ошо балалар тип йәшәйем инде мин хәҙер. Барлыҡ ҡыуаныстарым да уларҙа. Әлеге көндә 7 ейән-ейәнсәремде тәрбиәләүҙә ярҙам итеп көн күрәм. Малымды ла хәлдән килгәнсә көтәйем әле тип тырышам. Ауылда малһыҙ йәшәп тә булмай. Әле бына мәшәҡәтле генә осор – һыйырҙарҙың быҙаулар, ваҡ малдың бәрәсләр ваҡыты етте. Бына шулай, көндәлек эштәр менән ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәйһең. Балалар татыу ғына булып, ғаиләләре менән йәшәһендәр инде, тип теләйем мин һәр ваҡыт.

Әсә һүҙен тота йәштәр. Матур итеп тормош көткән Гөлсиә һәм Фирғәттең күңелендә һаман да бер-береһенә булған тәүге һөйөү, ихтирам, һоҡланыу тойғолары йәшәй. Мөхәббәт хистәренә тоғролоҡ, бер-береһенә ышаныс һаҡлаусы, ауылдың йәмен арттырыусы йәш ғаиләләр артабан да туғандарына, дуҫтарына, ауылдаштарына өлгө булып, бергәләшеп ғүмер кисерһендәр, тормош көтһөндәр ине.

Читайте нас: