Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның был күркәм шиғри юлдары Йомағужа ауылында йәшәүсе Зәкирә Фәрит ҡыҙы Исламғоловаға төбәп әйтелгән кеүек. Эйе, биш балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләүсе әсә лә, тормош иптәшенә ҡәҙерле ҡатын да, тырыш эшсе һәм уңған хужабикә лә ул мәҡәләм геройы.
Зәкирә апай Ҡаҙырша ауылы ҡыҙы. Эшһөйәр, ишле ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә ул. Дүртенсе кластан Баймаҡ мәктәп-интернатында белем ала. Унынсыны тамамлағандан һуң тыуған ауылына, ата-әсәһе янына ҡайта йәш ҡыҙ.
– Яҡындарым янында иркәләнеп кенә ултырырға нисектер күңелем барманы. Ауылға ҡайтыуыма күп тә үтмәне, Һабыр совхозының “Ҡыпсаҡ” бүлексәһенә һауынсылар кәрәк икән тигән хәбәр ишеттем. Ауылдың бер нисә ҡыҙы менән мин дә Йомағужаға юлландым, – тип иҫләй ул бөгөн.
Яңы ерҙә эш башлайым тип юлға сыҡҡанда яңы18-н тултырған йәш ҡыҙҙың башына тап ошонда тормошон үҙгәртер, мәңгелек йәр булыр егет менән осрашырмын тигән уй инеп тә сыҡмай. Был ваҡытта фермала мал ҡараусы булып эшләп йөрөгән Ким Фәйзрахман улы мөләйем йөҙлө оялсан ғына ҡыҙға бер ҡарауҙан ғашиҡ була.
– Ярты йыл тирәһе һауынсы булып эшләгәндән һуң кире Ҡаҙыршаға ҡайтып китергә ҡарар иттем. Һағыныуым көслө булғандыр,күрәһең, – ти Зәкирә апай. – Күп тә үтмәй Йомағужанан яусылар килеп төштө. Бына шулай, яҙмыш ҡушыуы буйынса, хеҙмәт юлымды башлаған ауылға килен булып төштөм мин, – тип йылмая Зәкирә Фәрит ҡыҙы.
Төп йортта ҡайны-ҡәйнә менән матур ғына итеп йәшәп китә йәштәр.
– Тормош булғас, төрлө хәлдәр булғылай. Шулай ҙа йәш ғаиләгә ата-әсәләр менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәүе ауырға тура килә тигән фекерҙәгеләр менән бер ҙә килешә алмайым, – ти Зәкирә апай . – Минеңсә, яҡын кешеләреңдең күңелен бер һүрелтһәң, аҙаҡтан ышаныс яулауы бик ауыр. Шуға ла ҡайны-ҡәйнәмде тейешенсә хөрмәт итеп, килешеп йәшәнек беҙ.
Көн һайын бер генә аҙым яһаһаң да, маҡсат иткән ереңә яҡыная бараһың, тигәнме әле бер аҡыл эйәһе? Шуның кеүек, йәштәрҙең һәм уларҙың ата-әсәләренең дөйөм тырышлығы һөҙөмтәһе булып, бер нисә йылдан яңы урында матур ғына йорт ҡалҡып сыға. Йәштәрҙең ҡорған ырыҫлы донъяһын йәмләп, бер-бер артлы балалары донъяға килә.
– Икебеҙ ҙә ишле ғаиләнән булғанға күрәлер, баштан уҡ күп балалы атай-әсәй булырға хыялландыҡ, – ти ике ул һәм өс ҡыҙға ғүмер бүләк итеүсе Исламғоловтар.
Күмәк бала тәрбиәләү – етешһеҙ, ыҙалап көн күреү тип уйлаусылар күп хәҙер. Ысынында иһә киләсәккә яҡты өмөт һәм ышаныс менән баҡҡан, үҙ көсөнә инанған мөхәббәтле, уңған ғаиләләр генә был мөһим аҙымға бара алалыр ул. Исламғоловтар ғаиләһе быға асыҡ миҫал – балаларын яҡшы ҡарайҙар, улары ла рәхмәтле һәм тәрбиәле. Оло улдары Рәфит район үҙәгендә “Полушка” магазинында уңышлы ғына эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Гүзәлде быйыл матур итеп туйҙар үткәреп кейәүгә бирҙе бәхетле ата һәм әсәй. Йәштәр Йылайыр ауылында төпләнгән. Әйткәндәй, “Колибри” тегеү цехында эшләп йөрөүсе тырыш ҡыҙ Гүзәл Сафина тураһында беҙ былтыр маҡтап яҙғайныҡ инде. Исламғоловтарҙың уртансы ҡыҙҙары Наилә мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Сибай ҡалаһында уҡып йөрөй. Тыуған ояларынан бер-бер артлы осоп сыҡҡан ғәзиздәренә алмашҡа ишле ғаиләлә тағы ла ике бала – Рәсим менән Эльвина үҫеп килә.
– Яратып башҡарған эшең һәр ваҡыт уңа, хатта наҙлап үҫтергән сәскәләрең дә сағыуыраҡ һәм күркәмерәк була. Шуға ла мин балаларымды бары тик һөйөү менән уратып үҫтерергә тырыштым, – ти былтыр “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән Зәкирә Фәрит ҡыҙы.
Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА.