Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә – ил күрке
25 Декабрь 2017, 18:08

Республика Башлығы шыршыһына барып ҡайттылар

Һеҙ һүрәттә күргән был уҡыусы балалар өсөн Яңы йыл байрамдары башланды ла инде – 22 декабрҙә улар Башҡортостандың төп шыршы байрамына барып ҡайттылар. Был бәхеткә улар уҡыуҙа алдынғы булыуҙары, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙары менән ирешкәндәр.

Балаларҙың үҙҙәре һөйләүенсә, баш ҡаланан улар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алып ҡайтҡан. Республика Башлығы шыршыһы быйыл "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән.
Байрам тамашаһы ике өлөштән торған. Тәүгеһендә балалар Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй әйләнеп йырлаған, бейегән, төрлө уйындарҙа ҡатнашҡан, икенсе өлөшөндә концерт залында уларға “Яңы йыл тауышы” тигән әкиәт күрһәтелгән.
Аҙаҡтан шыршы байрамына саҡырылған һәр кемгә тәм-томдар, йомшаҡ уйынсыҡтар, Республика Башлығы исеменән ҡотлау хаты, шулай уҡ махсус бүләк – Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесының махсус баҫмаһы тапшырылған.

Читайте нас: