Быйыл икенсе тапҡыр Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм ағинәйҙәр ҡоро балалар өсөн махсус тау шыуыу байрамы үткәрҙе. Байрам 1-се һәм 4-се класс уҡыусылары араһында “Мөғжизәле сана” бәйгеһе менән башланып китте. Бында балалар ата-әсәләре ярҙамыныда үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте – ябай ғына саналарын тракторға, йәнһүрәттәге машинаға, ҡыңғыраулы ат санаһына, бульдозерға һ.б. әйләндергәндәр ине.
Балалар тауға килеүгә иртәнге сатлама һыуыҡ та йомшара төштө. Ҡояш та барлыҡ нурҙарын тау битләүенә һипте. Аңлауымса, балаларға был тәбиғәт бүләге ине. Оҙатып килеүсе өлкәндәр тәбиғәт хозурлығына кинәнһә, балалар быларҙың береһен дә һиҙмәне лә шикелле. Улар кемуҙарҙан тауҙан шыуыу менән мәшғүл ине. Кемдәрҙер бер-береһенә тағылып өйҙө, икенселәре апалары, әхирәттәре менән уҙышты. Ябай ғына сана шыуыу шундай бер матур байрамға, ә аҡ шәлгә төрөнгән тау битләүе сихри бер урынға әүерелде. Зөфәр Сәйетов байрамды матур башҡорт көйҙәре менән биҙәһә, Әмир һәм Сәжидә Моталлаповтар, Илдар Исламғолов балаларға ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо.
Эх, бала саҡ шундай матур, вайымһыҙ саҡ. Бар донъяларын онотоп, рәхәтләнеп тау шыуалар, шунан ҡыуаныс табып, сыр-сыу килеп көлөшәләр, шаяралар. Тырышып-тырышып тауҙан шыуған ыңғайы, епкә бәйле кәнфиттәрҙе эләктерергә ынтылалар. Икенселәр ҡарға ҡаҙалған флажоктар араһынан “оҫта” шыуыуҙа ярыша. Аяҡ аҫтындағы ҡар йомшаҡ булыуға ҡарамаҫтан арҡан тартышыуҙа ла еңеүселәр табылды.
Балалар сыр-сыу килеп уйнаған арала район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Моратова Миләүшә апай ярҙамсылары, Нәҙерғолова Гөлсөм, Солтанова Сәрбиямал, Нәҙерғолова Гөлнур, Ҡасимова Фәйрүзә инәйҙәр менән табын әҙерләне. Ҡышҡы һыуыҡта күмер самауырҙарының борлап ҡайнап ултырыуын күреүҙән үк күңелдәр йылынып китте. Эйе, көсөргәнешле уйындан һуң эҫе сәй эсеп, ҡапҡылап алыу ҙа зыян итмәне балаларға. Ә өҫтәлдә нимәләр генә юҡ ине! Инәйҙәр бар күңелдәрен һалып әҙерләнгән, ата-әсәләр ҙә күстәнәстәрен тотоп килгән. Өшөгән бармаҡтарҙы йылы көрөшкәләргә йылытып, әле һыуынып та өлгөрмәгән, телеңде йоторлоҡ тәмле ҡоймаҡтарҙы ашап алғас, балаларҙың күңелдәре тағы ла көрәйҙе.
Билбау аҫтын нығытып алғас, барыһы ла линейкаға теҙелде һәм балалар өсөн иң ҡыуаныслы бүләкләү мәле етте. Матур саналар өсөн мәҙәниәт йортонан грамоталар бирелде, ә ауыл хакимиәте торт менән бүләкләне. Берәү ҙә ситтә ҡалманы – байрамда әүҙемлек күрһәткән һәр кем тейешле бүләген алды.
Үрҙә билдәләп үтеүемсә, был кескәй уҡыусылар өсөн ҡоролған байрам әлегә икенсе тапҡыр ғына үткәрелһә лә, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” кеүек матур бер йолаға әүерелеп китәсәгенә шик юҡ. Алла бойорһа, киләсәктә лә ошондай күңелле байрамдар үткәреләсәк. Сиратта “ҡоймаҡ” байрамы тора.
Ошо матур байрамды ойоштороусыларға: Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Иҫәкәев Юлай Ғәйнетдин улына, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә һәм да эҫе сәйҙәре менән һыйлаған ағинәйҙәргә ҙур рәхмәтлебеҙ.
Гөлбикә ҺӨЙӘРҒОЛОВА.
Юлдыбай ауылы.