Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙмыштарҙа ете йәйғор төҫө

Быйылғы йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ил нигеҙен тотоп торған, дәүләтебеҙҙең төп терәген тәшкил иткән ғаиләләргә республика етәкселеге тарафынан иғтибарҙың бермә-бер артыуын асыҡ дәлилләүсе был мөһим ваҡиғаны республика халҡы ҡыуанып ҡабул итте. Эйе, һуңғы йылдарҙа бала тәрбиәләгән ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеү буйынса ил һәм республика кимәлендә төрлө саралар күрелә, субсидиялар бүленә, яңынан-яңы дәүләт программалары ҡабул ителә. Башҡортостанда Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эшләй башланы. Был ведомство ғаиләгә бар яҡлап ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк. Әлбиттә, бөгөн йәмғиәтебеҙҙә ғаилә именлеге бары тик аҡса, матди байлыҡ кимәленән сығып ҡына баһалана тигән һүҙ түгел был. Иң мөһиме, исемле йылда йәшәйештең үҙе кеүек мәңгелек ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йәһәтенән әллә күпме маҡсатлы эштәр башҡарыла. Тотош республикала старт алған матур-матур мәҙәни саралар урындарҙа ла үҙенең лайыҡлы дауамын тапты. Беҙҙең райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә, мәҫәлән, ошо көндәрҙә Ғаилә йылын тантаналы асыу саралары уҙа.

Беренселәрҙән булып был башланғысты бар яҡлап та әүҙем ҡашҡарҙар күтәреп алды. Бында урындағы мәҙәниәт йортонда “Яҙмыштарҙа ете йәйғор төҫө” тип исемләнгән бик йөкмәткеле ғаилә байрамы ойошторолдо.


Байрамда биләмә халҡынан тыш, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Т.Ф. Дәүләтшин, район башҡорттары ҡо-ролтайы башҡарма комитеты рәйесе Б.И. Солтанов, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы А.А.Сухов, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм саҡырылған ҡунаҡтар – быйыл бергә йәшәүҙәренең 45, 40, 35, 25 йыллығын билдәләүсе күркәм ғаилә парҙары ҡатнашты.

Байрамса биҙәлгән, ыҡсым ғына, әммә шул тиклем йәмле мәҙәниәт йортоноң тамаша залы был көндө ысын мәғәнәһендә ғаилә музейын хәтерләтә ине. Юбиляр ауылдаштарының ғаилә альбомында ҡәҙерләп һаҡланған фотоһүрәттәрҙән торған күргәҙмәне ҡыҙыҡһынып та, һоҡланып та ҡараны байрамға килеүселәр. Ул арала, һағындырып ҡына килгән яҙҙың сағыу төҫтәренә мансылған матур гөлләмәләр тотҡан бала-саға ҡартатай-өләсәйҙәре янында ураланды. Ниһайәт, көтөп алынған байрам тантаналы асылды.

Башта йыйылыусыларҙы Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ф.С. Моратова сәләмләне:

– Ғаиләнең әһәмиәте, беҙҙең тормоштағы роле баһалап бөткөһөҙ, – тине Флүзә Сәлим ҡыҙы. – Шуға күрә лә Ғаилә йылына бағышланған бөгөнгө байрамыбыҙҙың төп маҡсаты – биләмәбеҙҙең матур ғаиләләрен барлау, күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу. Ә ундайҙар, шөкөр, беҙҙә бик күп. Ниндәй генә мөһим эшкә тотонһаҡ та, тап ошо абруйлы ауылдаштарыбыҙҙың төплө кәңәшенә таянабыҙ, уларҙың өлгөһөндә биләмәнең киләсәген билдәләүсе йәштәрҙе тәрбиәләйбеҙ. Исемле йылда был йүнәлештә башҡарылған эштәр дөйөм тырышлыҡ менән тағы ла артыр тип өмөтләнәбеҙ.

Ғаиләлә бәхетле булыу серенең бер яртыһы – түҙемлелек, икенсеһе – быуындан-быуынға күсә килгән йолаларға һәм дин тәртиптәренә тоғролоҡтан тора, тип әйтелә бер хәҙистә. Халҡыбыҙҙың матур йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре тергеҙелә, яңы һулыш ала бөгөн. Милли кейемдәргә, селтәр, ҡашмау кеүек боронғо биҙәнеү әйберҙәренә, ғаилә йолаларына ҡыҙыҡһыныу артыуы, һис шикһеҙ, матур күренеш. Был йәһәттән Ҡашҡар ауылы элек-электән үҙ асылына, булмышына тоғро. “Килен төшөрөү”, “Бәпес һөйөү” кеүек матур йолаларҙы еренә еткереп, бик матур итеп сәхнәләштерҙе ҡашҡарҙар. Милләтебеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен, телен һаҡлап торған “Умырзая” халыҡ фольклор ансамбле был байрамда ла сәхнә түрендә балҡып торҙо.

Ә инде тотош бер оркестрға торошло, таланттарға бай Рәхмәтуллиндар ғаиләһенә һоҡланмаған кеше ҡал-мағандыр (1-се биттәге һүрәттә). Өс быуын вәкилен берләштергән был татыу ғаиләлә йырламаған, бейемәгән кеше юҡ. Ауылда бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй. Ғаилә башлығы Камил өҙҙөрөп гармунда уйнап ебәрһә, хәләл ефете Римма уға ҡушылып моңло йыр һуҙа. Ата-әсә нигеҙенә ҡот өҫтәп, ауылда төпләнеп, бынамын итеп йәшәп ятҡан Рәхмәтуллиндарҙың уртансы быуын вәкилдәре – Илнур менән Вилена ла сәхнәгә ҙур теләк менән сыға.

Ижад донъяһына ғашиҡ татыу ғаиләлә ата-әсәләренең юлын дауам итерлек, йыр бейеүгә һәләтле алмалай өс бала үҫә. 3-сө класс уҡыусыһы Илназ ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнһә, бәләкәстәре Айсулпан менән Алмаздың әленән үк ысын актерлыҡ таланттары төҫмөрләнә. Шулай булмаһа, үҙҙәренең ғаилә тормошонан ябай бер көндө сәхнәләштергәндә, шул тиклем килештереп уйнай алырҙар инеме икән был кескәйҙәр?! Хәйер, уларға уйнарға ла кәрәк түгел.Ҡашҡар ауылында иң өлгөлөләрҙән һаналған Рәхмәтуллиндар ғаиләһендә һәр ваҡыт үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, ихтирамлыҡ хөкөм һөрә. Ғөмүмән, айырым бер ғаиләнең генә түгел, тотош ауылдың бер бөтөн булып, дуҫ-татыу йәшәүендә халыҡ араһында әүҙем эш алып барған йәмәғәт ойошмаларының да тос өлөшө бар. Бөтә матур башланғыстарҙың инешендә торған абруйлы ағинәй, Ҡашҡар ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Рәхимә Хәмзә ҡыҙы Юламанованың аһәңле сығышын йыйылыусылар тын да алмай тыңланы төҫлө.

– Ғаилә – үҙенсәлекле социаль берләшмә, аҡыл көсө менән барлыҡҡа килгән айырым донъя. Унда яңы тормош, яңы кеше тыуа. Ғаилә аша ғына һин үҙ булмышыңды аңлайһың, бары тик унда ғына иң яҡшы кешелек сифаттарын, рухи көсөңдө үҫтерә алаһың. Башҡорт халҡы элек-электән үҙенең тыйнаҡлығы, туғанлыҡ ептәренең көслө булыуы менән дан тотҡан. Бына ошо матур традицияларҙы дауам итергә кәрәк беҙгә, – тине Рәхимә Хәмзә ҡыҙы.

Бына байрам кисәһенең иң тулҡынландырғыс мәле лә етте – талғын ғына моңло көй аҫтына сәхнә түренә быйыл бергә йәшәүҙәренең “түңәрәк” даталарын билдәләүсе юбиляр парҙар саҡырылды. Бына улар – яҡут туйҙарын, йәғни, бергә йәшәүҙәренең 45 йыллығын билдәләүсе Зәкиә һәм Рәфҡәт Зәйнуллиндар, Гөлнур һәм Юлай Тусалиндар, Ғәбиҙә һәм Хөсәйен Зөлҡәрнәевтар, Римма һәм Камил Рәхмәтуллиндар; дүрт тиҫтә йыл бергә ғүмер итеүсе Вәлимә һәм Әхәт Сөләймәновтар, Зәйтүнә һәм Миңлеғәле Ҡоҙашевтар; мәрйен туйҙарын билдәләүсе (35 йыл) Бибинур һәм Мәһәҙей Бикбулатовтар, Зилә һәм Фәрғәт Байморатовтар, Мәликә һәм Шәфҡәт Ғайсиндар, Таңһылыу һәм ҡоҙашевтар. Төрлө сәбәптәр арҡаһында байрамға килә алмаған абруйлы парҙар – Гөлшат һәм Хөснулла Алғышаевтарҙы (улар бергә йәшәүҙәренең 30 йыллығын билдәләй) һәм көмөш туйҙарын ҡаршы алыусы Миләүшә һәм Зиннәт Сабанчиндарҙы ла ауылдаштары тик маҡтап ҡына телгә алды.

Йәшлек хәтирәләренә бирелеп, вальста өйрөлөп алғас, һәр береһе өсөн махсус әҙерләнгән урындарға ултырышты байрам сәбәпселәре. Ҡупшы кейенгән, йөҙҙәре шатлыҡ нурынан балҡыған, апай-ағайҙарға, инәй-олатайҙарға сәғәттәр буйына һоҡланып ҡарап ултырырға булыр ине, моғайын. Ғаиләнең татыулығы, дуҫлығы, бер-береһенә булған ихтирамы уларҙың һәр хәрәкәтендә сағыла төҫлө: тыйнаҡ ҡына йылмайып, ымлап ҡына аңлашһындармы, бер-береһенә һаҡ ҡына ҡағылып алһындармы...

Әлбиттә, был ғаилә парҙарының һәр береһенең тормош юлы тураһында тәфсирләп яҙған осраҡта, йыл буйына сыҡҡан гәзит һандары ла етмәҫ ине. Бары тик шуны ғына билдәләп үтке килә: уларҙың барыһы ла – тормошта үҙ урынын тапҡан, тыуған районы, ауылы мәнфәғәтендә тырышып эшләгән, лайыҡлы балалар үҫтергән, йәшлектәге һөйөүен һаҡлап ҡала белгән һоҡланғыс парҙар. Уларҙың һәр береһенең тормош юлы тураһында яҡындары, ауылдаштары бик матур итеп һөйләне, ата-әсәйҙәрен тәбрикләргә килгән балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең йылы ҡотлауы, саф йөрәктән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре айырыуса тулҡынландырғыс булды. Барлыҡ ҡотлауҙар талантлы ғаилә парҙары – Сөмбөл һәм Ғиззәт Моталлаповтарҙың, Мәҙинә һәм Дәүләткирәй Нәҙерғоловтарҙың, Зарифа һәм Фаил Юламановтарҙың моңло йырҙары, тотош районда берәү генә булған гармунсылар ансамбленең дәртле көйҙәре менән оҙатыла барҙы.

– Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов быйылғы исемле йылдың бурыстары Рәсәй Президенты иғлан иткән Балалыҡ ун йыллығы бурыстарына тулыһынса тап килә тип билдәләне. Ғаилә йылының төп сараларын әҙерләү, тормошҡа ашырыу республиканың барлыҡ ведомстволары һәм ойошмаларына, муниципаль берәмектәргә йөкмәтелде. Был йәһәттән беҙҙең районда ла әүҙем генә эш башланды. Бөгөн, мәҫәлән, беҙ, бик матур ғаилә байрамының шаһиты булдыҡ. Берҙәм тырышлыҡ менән ошондай йөкмәткеле сара ойошторолған Ҡашҡар ауыл биләмәһендә, белеүемсә, демография мәсьәләһе лә уңышлы хәл ителә, тимәк, иртәгәһе лә уның – ышаныслы, – тине үҙенең сығышында район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Т.Ф. Дәүләтшин.

Тимур Фәрит улының һүҙҙәрен район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Б.И. Солтанов та ҡеүәтләне:

– Белеүегеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итте. Ҡоролтайҙың ғаилә институтын тергеҙеүгә йүнәлтелгән был эшен беҙгә хупларға һәм урындарҙа ла әүҙем эш алып барырға кәрәк, – тине Барис Ишбулды улы.

Форсаттан файҙаланып, ул Ҡашҡар ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Р.Х. Юламанованы “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыуы, юғары рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалауҙағы әүҙем хеҙмәте, халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн” Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләне. ¬

Сара һуңында барлыҡ йыйылыусылар бергәләшеп халыҡ араһында бик популяр булған “Имәндәр шаулай” йырын башҡарҙы. Эйе, йырҙа йырланғанса, ғүмер үтә торор, урман шаулап үҫер, ә бына ғаилә ҡиммәттәре – мәңгелек....


Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА.


Читайте нас: