Ауыл уттары
0 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ҡоломбәтовтарҙың шәжәрә байрамы

Июнь айының йылы, сәскәләргә бай, бөтә тәбиғәт йәшеллеккә күмелгән осорҙа Ҡашҡар ауылының йәмле Йылайыр йылғаһы буйына Ҡоломбәтовтар араһы Шәжәрә байрамына йыйылды. Әйтергә кәрәк, был сараға бик күмәк килделәр.

Июнь айының йылы, сәскәләргә бай, бөтә тәбиғәт йәшеллеккә күмелгән осорҙа Ҡашҡар ауылының йәмле Йылайыр йылғаһы буйына Ҡоломбәтовтар араһы Шәжәрә байрамына йыйылды. Әйтергә кәрәк, был сараға бик күмәк килделәр.
Ҡоломбәтов Йәнтимер Ғәлләм улы 1914 йылдың 6 июнендә Бараҡал ауылында донъяға килә. Үҫмер йылдары Ишбулды, Ҡашҡар ауыл-дарында үтә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша һәм 1943 йылда яраланып туған яғына ҡайта. Һуғыштан ҡайтҡас Юлдыбай ауылында милиция хеҙмәтен башҡара, унан һуң колхоз председателе, Һабыр балалар йорто директоры вазифаларын башҡара.
Тәүге ҡатыны Вәҙиғә Рамаҙан ҡыҙы менән 4 балаға – Мәликә (1938 й.), Рәшит (1939 й.), Гөлйемеш (1942 й.), Биктимер (1952 й.) ғүмер бүләк итәләр.
Һуғыштан һуң икенсе ҡатыны Тайба Динислам ҡыҙы менән 8 бала – Гөлъямал, Ғәзимә, Ғәлиә, Тимерйән, Альмира, Кифая, Ишмулла, Файза донъяға килә.
Уларҙың ошо 12 баланан таралған бик күп ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре бар. Иҫәпләй китһәң 200-гә яҡын булып киткән беҙ икән. Туғандар менән осрашырға, балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе, бүлә-бүләсәрҙәрҙе, кейәү-килендәрҙе бер-береһе менән таныштырыу, аралашыу маҡсатында йыйылды Ҡоломбәтовтар был сараға. Был көндә Йылайыр йылғаһының матур аҡланына 100-гә яҡын туғандар төрлө тарафтарҙан йыйылдылар.
Баҡыйлыҡҡа күскән туғандарыбыҙҙы иҫкә алып, сараны аят уҡыуҙан башлап ебәрҙек.
Мәрйәм Хажиғәле ҡыҙы байрам тантанаһын асып, һүҙҙе Гөлъямал Байморатова-Ҡоломбәтоваға бирҙе. Ул Йәнтимер Ғәлләм улының тормош юлы, балаларының яҙмышы, эштәре тураһында һөйләне. Ҡоломбәтовтар шәжәрәһе менән таныштырҙы: Иң уртаһында шәжәрә үҙе, ә тирә-яғында һәр ғаиләнең тормошон сағылдырған фотомонтаждар уратып алынған.
Йәнле аралашыу, өҫтәл артында бишбармаҡ ашау, сәй эсеү ваҡытында ла дауам итте.
Алып барыусылар балаларға төрлө уйындар, ярыштар ойошторҙо. Уйында өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнашты.
Ҡоломбәтовтар араһында бик күп талант эйәләре бар икән.
Ғәлиә, Тимерйән, Мәрйәм боронғо йырҙарҙы бик моңло итеп башҡарҙылар. Ә һандуғастарыбыҙ Зөбәйҙә Ҡоломбәтова менән Нәсимә Бикбулатованың (бүләсәрҙәре) сығышы бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Улар күптән инде районда танылыу яулаған ҡыҙҙар. Йылайырҙан килгән бүләсәре Зөлхизә бик оҫта итеп һалынған бейеү бүләк итте. Ул бейеү түңәрәгенә йөрөй. Ҡашҡарҙан ейәне Рәфис йыр башҡарһа, улының улы, 5 йәшлек Сынтимер, матур шиғыр һөйләне. Ҡыҫҡаһы, Сысҡанды туғайы был көндө йыр-моңға күмелде.
Күңелле музыка көйөнә рәхәтләнеп бейеп, бер-береһе менән танышып, теләр-теләмәҫтән төрлө тарафтарға кире таралыштылар Ҡоломбәтовтар.
Ошо сараға күп көс һалған Мәрйәм Хажиғәле ҡыҙына, Нурия Рәшит ҡыҙына, әллә күпме кеше һыймалы өҫтәл әҙерләгән кейәүебеҙ Салауат Айҙашевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙ маҡсатыбыҙға өлгәштек тип уйлайым. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҙ тоҡомон, шәжәрәһен белеп үҫер тип ышанғы килә.
Зәкиә Мостафина.
Читайте нас: