Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә – ил күрке
19 Декабрь 2019, 17:35

Бала күрмәгән – балдан ауыҙ итмәгән

Әле лә төҙөлөш эштәре ҡайнаған ҙур, матур йортҡа килеп инеүем булды, мине, шат йылмайып, мөләйем хужабикә ҡаршы алды. Өй эсе йыйынаҡ, йылы, ҡоймаҡ еҫе килә, тәҙрә төптәре гөлгә күмелгән... Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – йортта мөхәббәт һәм татыулыҡ атмосфераһы. Бөгөн мин Йылайыр ауылында йәшәүсе Әнисә һәм Фәиз Солтановтар ғаиләһендә ҡунаҡтамын. Биш бала тәрбиәләүсе ҙур, өлгөлө ғаиләлә!

– Әнисә апай, ғаиләге тураһында һүҙҙе баштан башлайыҡ: тормош иптәшегеҙ менән нисек танышып, ҡауышып киттегеҙ?
– Мин үҙем Йомағужа ауылында тыуып үҫтем, ә иптәшем Фәиз – Һаҡтау ауылы егете. Бер мәктәптә уҡыһаҡ та бер-беребеҙҙе күрмәнек, бар тип тә белмәнек. Ул унынсынан һуң китте, мин ун берҙе бөтөрҙөм. Шунан һуң, 1994 йылдың аҙағында, Һаҡтау ауылында үткән яңы йыл шыршыһына барғанда ғына таныштыҡ. Унда миңә – 17, Фәизгә 19 йәш тирәһе булғандыр. Оҙаҡламай ул армияға китте. Хат алышып торҙоҡ. Армиянан ҡайтҡас, ныҡлап йөрөй башланыҡ. 1998 йылда өйләнештек, быйыл йәй беҙҙең ғаилә ҡорғанға, Алла бирһә, 21 йыл була, – тип йылмайып хәтерләй хужабикә йәшлектәрең иң татлы ваҡыттарын.
Әнисә Марат ҡыҙы Күмертау педагогия училищеһын тамамлай, Фәиз Марат улы Йылайыр ауылындағы һөнәрселек училищеһында белем алып сыға. Йәш ғаилә Фәиздең ата-әсәһе янында, Һаҡтау ауылында, төпләнә. Әнисә Марат ҡыҙы мәктәпкә эшкә урынлаша, Фәиз Марат улы урмансы булып эшләй. Ләкин тиҙҙән ҡыҫҡартыуҙар башлана һәм, ул ваҡытта инде бәләкәй ике ҡыҙ бала тәрбиәләгән пар, икеһе бер юлы бөтөнләй эшһеҙ ҡала. Ныҡлап уйлашҡандан һуң, Солтановтар мөмкинселектәр ҙурыраҡ булған Йылайыр ауылына күсергә ҡарар итәләр. Кешегә фатирға төшөп, эшкә урынлашалар, үҙ йортарын да төҙөй башлайҙар. Тормоштары бер аҙ яйға һалына.
– Нисек биш балаға ғүмер бирергә йөрьәт иттегеҙ?
– Ике ҡыҙыбыҙ бар, өй ҙә төҙөлөп ята бит инде, өлкәнәймәҫ борон балаларҙы өсәү итәйек, тип һөйләштек. Ҡыҙ буламы, малай буламы – заманаһына ҡарап, кешеләр кеүек өсәүҙән арттырмаҫбыҙ, тип уйланыҡ. Малай ҙа булды, ҡыҙ ҙа булды – игеҙәктәр тыуҙы, – тип йылмая Әнисә апай. – Шулай, хәҙер инде дүрт баланы, яңы, иркен йортта тәрбиәләй башланыҡ. Ҡыҙҙарым ҡул араһына инеп, үҫеп тә киттеләр, иремдең эше яҡшы, үҙем дә эшләп йөрөйөм. Шуға ла, дүртәү араһына берәү һыймаҫмы ни, тип, бишәү итергә булдыҡ, – ти инде “Әсәлек даны” миҙалын йөрөткән Әнисә апай.
Ғаилә башлығы Фәиз Марат улы хәҙерге көндә АЗС-та электрик-слесарь, Әнисә Марат ҡыҙы “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында гимнастиканан уҡытыусы-тренер булып эшләй.
– Иптәшемдең ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ: тимер эше булһынмы, ағас эшеме, бик оҫта кеше. Йортто ла үҙебеҙ эшләп сыҡтыҡ. Мин бешеренергә, гөлдәр үҫтерергә яратам. Баҡсамда, өйөмдә сәскәләр күберәк булһын тип тырышам, – ти Әнисә Марат ҡыҙы.
Бөгөн Солтановтарҙың өлкән ҡыҙҙары Нәфисә Сибай педагогия колледжында белем алып йөрөй, өй эштәрендә әсәһенең иң беренсе ярҙамсыһы ул. Фәнзилә әле Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында 11-се класста уҡый. Бейеүҙе, спортты үҙ итә. Игеҙәк Ҡасим менән Камила – 5-се класс уҡыусылары, футболға ғашиҡтар: тренировканан ҡайтҡас та әле урамға сығып, туп тибеүҙәрен дауам итәләр. Ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар алып ҡайтҡандары бар икән. Ә өс йәшлек Батыр – өйҙөң йәме, балалар баҡсаһына йөрөй.
– Балаларығыҙҙы киләсәктә ниндәй кеше итеп күҙ алдына килтерәгеҙ? Ниндәй шәхестәр итеп тәрбиәләйһегеҙ?
– Балаларҙы эшһөйәр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ҡуша алып йөрөп, йорт тирәһендәге эшкә өйрәтәбеҙ. Күршеләр көлә торған: “Ошо Солтановтар, нимә эшләһәләр ҙә, ғаиләһе менән бергә йөрөйҙәр”, – тип. Береһе лә эштән ҡурмай үҫһен, барыһы ла матур итеп уҡып, тырышып, бынамы тигән донъя көтһөндәр тип торабыҙ...
– Үҙегеҙҙең генә берәй ғаилә йолағыҙ бармы?
– Әйе, беҙ йәй һайын күмәкләп Ғәле янындағы Ҡумыҙ тартҡан таш тигән ергә сәхрәгә сығабыҙ. Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп уйнап-көлөп, күңелебеҙгә лә, тәнебеҙгә лә ял биреп ҡайтабыҙ.
– Беҙҙең гәзитте уҡыусыларға нимәләр теләр инегеҙ?
– Йәштәр хәҙер бала табырға ҡурҡалар. Бушҡа ҡурҡалар, тиер инем, сөнки хәҙер магазиндарҙа бөтә нәмә лә бар, эшең генә булһын, өйҙә бөтә уңайлыҡтар булдырырған. Үҙеңде балаға ғына бағышларға була. Ә улар күҙ асып йомғанса үҫә лә китә, ата-әсә кеше әле йәш булып ҡала, бала бит ул – ғаилә булып йәшәүҙең мәғәнәһе.
Мин үҙем күп балалы ғаиләлә үҫтем. Мине уҡытып, күҙле-башлы иткән атайыма, Йәмилә апайыма рәхмәтлемен. Әле лә ярҙам итеп, һәр байрамда, тыуған көндәрҙә ҡотлап торалар.
Иң мөһиме, ата-әсәләр һау булһындар, беҙ үҙебеҙ имен булайыҡ, балаларыбыҙҙы яҡшы итеп тәрбиләйек! – тип йылы теләктәрен теләп ҡалды Әнисә апай.
Донъяға, тормошҡа ғашиҡ кешеләр менән аралашыу күңелгә әйтеп аңлатҡыһыҙ күтәренкелек бирә. Бына әле Солтановтарҙан уларҙың матурлыҡтарына һоҡланып, йылмайып килеп сыҡтым. Шундай ғаиләләр бар саҡта илебеҙ, республикабыҙ, районыбыҙ бер ҡасан да бирешмәҫ, тик алға барыр, сәскә атыр тигән ышаныс нығына ғына.
Читайте нас: