Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә – ил күрке
21 Декабрь 2019, 17:25

“Яҙмышыбыҙға үпкә юҡ”

“Мөхәббәт юҡ” тигәндәрҙе туп-тура Ҡаҙырша ауылында йәшәүсе Сәлихә Мирғәле ҡыҙы һәм Иҙрис Ерьес улы Билаловтарҙың йортона алып барыр инем. Бына, тиер инем, әгәр мөхәббәт булмаһа, улар ошолай, пар аҡҡоштарҙай, ҡулға ҡул тотоношоп оҙон ғүмер юлын бергә үтерҙәр инеме, алтын туйҙарына килеп етерҙәр инеме, тиер инем.Ошо көндәрҙә ғаиләләренең 50-се йәйен ҡаршылаған Билаловтарҙы күркәм байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин һәм Һабыр ауыл биләмәһе башлығы И.С.Солтанов килде. Ата-әсәһенең, өләсәй ҡартатайҙарының ҡыуаныстарын уртаҡлашырға балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре лә йыйылды.

Билаловтарҙың өйөнә барып ингәс тә үҙеңде, әйтерһең дә, ҡайғы-хәсрәтһеҙ бала саҡҡа барып ингәндәй тояһың: һине ауыл өйөнөң тыныс һәм йылы атмосфераһы солғап ала. Хужалары ниндәй – йорттары шундай, тигәндәре хаҡ, күрәһең.
– Был өйҙө һалып сыҡҡас, атай әйтә торғайны: “Йә, ҡыҙҙар, өй хәҙер ҙур, бер осонан икенсеһенә йүгереп килегегеҙ әле!”, – тип. Ә кистәрен гармунын ҡулына алыр ҙа беҙҙе әйҙә бейетер ине, – тиҙәр, башҡа ҡабатланмаҫ мәлдәрҙе хәтерләп, Билаловтарҙың балалары.
Сәлихә инәй менән Иҙрис олатай, ҡунаҡтарҙы шат йылмайып ҡаршылап, йыйнаҡ өйҙөң түренә әйҙүкләй. Башҡорт йолаһы буйынса хәл-әхүәл, донъя хәлдәрен белешкәндән һуң, беҙ юбилярҙар үткән оло тормош юлына ашыҡмай ғына сәйәхәт башлайбыҙ.
Ғаилә башлығы Иҙрис Ерьес улы 1941 йылдың 20 октябрендә Ҡаҙырша ауылында донъяға килгән. Ә йәш сағындағы һылыулығы әле лә йөҙөнән китмәгән Сәлихә Мирғәле ҡыҙы 1951 йылдың һалҡын ҡышында Ҡәрйән ауылында тыуған. 1968 йылда бер-береһе өсөн яралтылған егет менән ҡыҙ ғүмерлеккә сәстәрен-сәскә бәйләй. Ул саҡта йәш пар күҙ алдынала килтермәгәндер, бынамын итеп донъя көтөрбөҙ, 3 ҡыҙ һәм 1 улға ғүмер бүләк итеп, 4 шәхес тәрбиәләрбеҙ, алтын туйҙы береһенән-береһе уңған емештәре – ейән-ейәнсәрҙәре менән өй тултырып үткәрербеҙ, тип...
– Иҙрисем аҡыллы, эшсән, тырыш, кеселекле, кешелекле, туғандарға иғтибарлы. Мине ныҡ хөрмәт итте. Иҫләйем, 60 йәшемдә ныҡ ауырып китеп, дауаханаға эләктем. Ҡайтыуыма бабайым, һыйырҙарҙы һауып, һөтөн айыртып, ике кәстрүл ҡаймаҡ йыйып ҡуйған. Ә дауаханан һуң инде мине әллә нисә йыл рәттән, үҙе юллап йөрөп, санаторийҙарға ебәрҙе. Шулай, мин уның ярҙамын һәр саҡ тойоп йәшәнем, – ти Сәлихә Мирғәле ҡыҙы, мөхәббәт тойғаларын йылдар аша йөрәгендә һаҡлап.
– Сәлихә мине эшлеклелеге менән арбаны. Бөтә эште үҙе йүгереп йөрөп башҡара, шуға яраттым. Мине лә хөрмәт итте, рәхмәт уға, – тип, алтын туйҙарында тағы бер ҡабат Сәлихәһенә һөйөүе тураһында иҫкәртте Иҙрис олатай.
Иҙрис Ерьес улы хаҡлы ялға сыҡҡанса урман хужалығында, совхозда эшләгән, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булған, ә һәр төрлө Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ!
– Урман хужалығында эшләү минең өсөн эш урыны ғына түгел, бар булмышым, ғүмеремдең бер өлөшө булды, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты юбиляр.
Сәлихә инәйҙең дә тик ултырғанын һис бер кем күрмәгәндер: ауыл клубы эштәре булһынмы, совхоздыҡымы, бүтән эшме... Инәй үҙе әйткәнсә, һөнәргә уҡып, белем алмаһа ла, аптырап тормай, бар эште емереп башҡара.
Сәлихә инәйгә лә, Иҙрис олатайға ла атай тубығына ултырып, иркәләнеп, “атай” тип өндәшеп үҫеү насип булмаған. Шуғамы икән, үҙ балаларын ата-әсә һөйөүенә солғап, күҙ ҡараһындай һаҡлап, яратып үҫтерәләр. Дүртеһенә лә юғары белем алырға ярҙамлашып, оло тормошҡа лайыҡлы, тырыш кешеләр итеп баҫтыралар.
– Ғүмеребеҙ шул тиклем матур үткән, Аллаға шөкөр, – тиҙәр Билаловтар, бер аҙ хәтирәләр менән үткән ғүмер йомғағын һүткәс. – Юғына бирешмәнек, барына ҡыуандыҡ. Юғалтыуҙарҙы сабыр кисерҙек, бөтә нәмәне, ҡулға ҡул тотоношоп, бергә башҡарҙыҡ. Ауырлыҡтар, аңламау-аңлашмауҙар килеп сыҡҡанда беребеҙ – ут, икенсебеҙ һыу була белдек. Баларҙы уҡыттыҡ, кеше иттек, емештәребеҙ бар. Яҙмышыбыҙға үпкә юҡ, – тип бәхетле ҡараштарын бер-береһенән алмай Иҙрис олатай менән Сәлихә инәй...
...Өлгөлө ғаилә, һоҡландырғыс парҙың һоҡландырғыс тормошо тураһында мәҡәләм ошо урынға ғына килеп еткәндә... Иҙрис Ерьес улының ҡапыл ғына йөрәге тибеүҙән туҡтауы тураһында хәбәр алдыҡ. Мин албырғанып ҡалдым: мәҡәләмде артабан нисек дауам итергә? Хәҙер инде ниндәй генә һүҙҙәр яҙһам да, улар Иҙрис олатай менән Сәлихә инәйҙең мөхәббәтле ғүмер юлын һүрәтләү, ошо кешеләрҙең тыуған ерҙәре өсөн эшләгән эштәре, донъя барышына индергән өлөштәре тураһында һөйләп биреү өсөн әҙ булыр кеүек. Әммә уларға ҡарап, беҙ Билаловтарҙай гөрләтеп донъя көтә, һөйөп-һөйөлөп, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, йырлап йәшәй алабыҙ.
Сәлихә Мирғәле ҡыҙының, уның балаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Аллаһы Тәғәлә барыһына ла түҙемлек бирһен.
Читайте нас: