Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ата-әсәнең ҡыуанысы - ул бала...

Йылайыр үҙәк район дауаханаһында 2020 йылда беренсе бала тыуыуы тураһында яҙғайныҡ инде: район үҙәгендә йәшәүсе Севастьяновтар ғаиләһендә дүртенсе бәпәй донъяға килде. Бөгөн бәхетле әсәй бер нисә көнлөк ҡыҙы менән дауахананан сыҡты. Был ҡыуаныслы сара менән әсәне туғандары, район хакимиәте вәкилдәре, табиптар ҡотларға йыйылды.

Николай һәм Лариса Севастьяновтар бер улды һәм хәҙер инде өс ҡыҙҙы тәрбиәләйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Ксения колледжда белем ала, Анастасияға әле бер йәштән саҡ ҡына күберәк, яңы тыуған Валентина бына-бына өйгә ҡайтасаҡ, ә Александр мәктәптә уҡый. Лариса әйтеүенсә, ата-әсәнең һәр бер һулышы, һәр ынтылышы һәм ҡыуанысы – ул бала.
Һәр заманда ла бәпес тыуыуы - оло, тулҡынландырғыс, ҡыуаныслы ваҡиға, бер нәмә менән дә сағыштырып булмаҫлыҡ бәхет. Севастьяновтарҙы тағы бер тапҡыр ҡотлайыҡ! Балалары сәләмәт рухлы, аҡыллы, тырыш һәм бәхетле булып үҫһендәр!
Читайте нас: