Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Пар ҡанатлы бәхет баҡсаһы

Тирә-йүнгә йәм таратып, хуш еҫ бөркөп, матурлығы менән күҙҙәрҙе ҡамаштырып, күңелдәрҙе һөйөндөрөп үҫкән гөлдәрҙе хәтерләткән парҙар ҙа була тормошта. Йылылыҡ, ихласлыҡ ҡына урғылған бындай ғаиләләрҙең күңел байлығына ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та туймаҫһың.Балҡып йәшәгән матур ғаиләләр күберәк булғанда донъяла йәшәүе ҡыҙыҡлыраҡ, хәүефһеҙерәк, тормош тағы ла гүзәлерәк, кешеләр бәхетлерәк булыр ине, моғайын.

Йомағужа ауылында татыу, бәхетле оя ҡорған, береһенән-береһе аҡыллы, мөләйем, үҙҙәренә лайыҡлы алмаш булырлыҡ бына тигән балалар үҫтергән Искәндәр Сәйетбаттал улы һәм Фәриғә Ғәтиәт ҡыҙы Аҡҡужиндар ғаиләһе Яңы йыл алдынан ғына – 21 декабрь көнө – үҙҙәренең “аҡ алтын” туйын билдәләне.
Бынан теүәл 35 йыл элек кейәү һәм кәләш туғандары, дуҫ-иштәре теләгән теләктәр бойомға ашып, өгөт-нәсихәттәре ерҙә ятып ҡалманы, ике йәш йөрәктең хыял бөрөләре сәскә атты, тип хәҙер инде ныҡлы әйтергә лә мөмкин.
Ошо уңай менән “Ҡайтауаз” ижади фольклор төркөмө Йомағужа ауылы мәҙәиәт һәм ял йортонда Искәндәр һәм Фәриғә Акужиндарҙың һәм уларҙың ғаиләһе, туғандары, яҡындары ҡатнашлығындағы “ Пар ҡанатла бәхет баҡсаһы” тип исемләнгән ғаилә байрам-кисәһен ойошторҙо.
Ҙур тамашаны юбилярҙарҙың ҡыҙҙары Фәүзинә һәм Наҙгөл матур шиғри һүҙҙәре менән асып ебәргәндән һуң, сәхнәгә юбилярҙар – Искәндәр һәм Фәриғә үҙҙәренең йөрәктәренән урғылып сыҡҡан йыр-моңдары менән килеп сыҡты. Ғаилә байрамы артабан да уларҙың матур-матур йырҙары менән үрелеп барҙы. Ә инде балаларының сығыштары кисәнең сағыу биҙәге булды. Улар башҡарыуында “Атай-әсәйҙе ҡотлап” тигән йырҙары, Наҙгөлдөң яңғыҙ һәм кейәүе Фәнүз менән бергә бейеүҙәре, коллектив “Зарифа” бейеүе менән сәхнәне дер һелкетеүҙәре, ә инде Фәүзинә ҡыҙҙары иптәше Әлфрит һәм уларҙың балалары – 9 йәшлек Рушан менән дүрт йәшлек Айзиләнең парлашып бейеүҙәре зал тулы тамашасыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы. Байрам кисәһен шулай уҡ туғандары – Сибай ҡалаһынан килеп еткән республикала танылған ҡурайсы Илшат Солтангәрәев ҡурайының сихри моңдары, Сәүиә Үҙәнбаеваның йөрәктәргә үтеп ингән йырҙары, Ҡашҡар ауылынан килгән ҡунаҡтар – Әлфиә Теләүшинаның, Сөмбөл һәм Ғиззәт Моталаповтарҙың сығыштары, Йылайырҙан талантлы ауылдашыбыҙ Азат Иҫәнгилдин, Урал Аҡъюловтың йырҙары, Илшат һәм Гөлназ Ҡашҡаровтарҙың бейеүҙәре, ауылыбыҙ һандуғасы Ғилмиә Яҡупованың моңло йырҙары һәм шиғыры, “Ҡайтауаз” ижади фольклор төркөмөнөң йырҙары, кисәне тағы ла йәмләндереп ебәреп, юбилярҙарға һәм тамашасыларға ҙур бүләк булғандыр.
Искәндәр һәм Фәриғә Аҡҡужиндарҙы ғаилә байрамы менән Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Р.Тотманов, район депутаты Й.Алғошаев, коллегалары М.Иҫәнбаева, С.Мозафаров , Ә.Хәсәнова, Й.Ҡотоева, Т.Мозафарова, ауыл Советы депутаты З.Аҡҡужина, “Ҡайтауаз” ижади фольклор ансамбле ағзалары, ауылдаштары ҡотланы, иң изге теләктәрен еткереп, бүләктәр тапшырҙы.
Беҙҙең кисә сәбәпселәре уларға төбәп әйтелгән матур һүҙҙәрҙең барыһына ла лайыҡлылар.
Улар икеһе лә ошо үҙебеҙҙең Йомағужа ауылыныҡы, тыуған ерҙәренән айырылғандары юҡ: ошонда тыуғандар һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошонда гөрләтеп донъя көтәләр. Икеһе лә Йомағужа урта мәктәбен тамалай.
Искәндәр Сәйетбаттал улы армияла өс йыл хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, механизатор һөнәрен үҙләштерә һәм шунан бирле ергә ныҡ ерегеп, үҙ эшенә тоғро булып ҡала. Совхоз осоронда һәр эште еренә еткереп намыҫ менән башҡарып өйрәнгән Искәндәр 2001 йылда үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороп, иң ауыр һәм яуаплы эшкә тотона. Бөгөн ул тәжрибәле фермер. Уның хеҙмәте районда ғына түгел, республикала ла лайыҡлы баһалана һәм ауыл хужалығы тармағындағы яҡшы күрһәткестәре өсөн бик күп юғары наградалар менән бүләкләнә.
Искәндәр Сәйетбаттал улы ауылы өсөн һәр ваҡыт янып, көйөп-йәшәй, ауыл халҡына, туғандарына ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер, ауыл Советы депутаты булып та бик әүҙем генә эштәр башҡарҙы. Әле лә ауылда үткән сараларҙан ситтә ҡалмай, кәңәштәрен, тәҡдимдәрен еткереп тора.
Искәндәр Сәйетбаттал улы “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тигән девизға таянып йәшәй, спорт ярата, ауылда йыл һайын, хатта район кимәлендә, үҙе үк спонсор булараҡ, спорт ярыштары ойоштора. Искәндәрҙең күңел талаптары ла ҙур ғына. Ул бәләкәй саҡтан гармунға ғашиҡ, йырҙар өйрәнә һәм матур йырлай ҙа, шиғырҙар уҡырға, тарих менән ҡыҙыҡһынырға ла ваҡыт таба. Ҡатынынан да уңа ул. Фәриғә Ғәтиәт ҡыҙы – Искәндәрҙең ышаныслы тормош юлдашы.
Фәриғә Ғәтиәт ҡыҙы ошо ауылда матур ғаиләлә донъяға килә. Сая, теремек ҡыҙҙы уҡытыусы булыу хыялы тәүҙә Сибай педагогия училищеһына алып килә, артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына индерә. Диплом алғас, 1983 йылда Фәриғә Ғәтиәт ҡыҙы үҙе уҡыған мәктәптә уҡытыусы булып эшләй башлай һәм бөгөнгө көнгә тиклем башланғыс кластар уҡытыусыһы сифатында эшен дауам итә.
Бөгөн уның 36 йыл педагогик стажы бар. Үҙ һөнәренең төрлө мөмкинлектәрен файҙаланып, балалар йөрәгенә матурлыҡ, инсафлыҡ орлоҡтары сәсә.
Мәктәптә эшләү дәүерендә Фәриғә Ғәтиәт ҡыҙы үҙ-үҙенә талапсан, коллегаларына иғтибарлы, ихтирамлы уҡытыусы булып танылды.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тигәндәй, Фәриғә Ғәтиәт ҡыҙы – юғары квалификациялы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.
Фәриғә Аҡҡужинаны район һәм ауыл халҡы оҫты йырсы булараҡ та танып белә: ул мәктәптең төрлө байрам-концерттарында, конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Бөтә эште лә күңел һалып, ихлас башҡара. Үҙҙәре ҡорған йорттары гөл-сәскәгә күмелеп, балҡып ултыра, баҡсаларындағы, кәртә-ҡураларындағы мул уңыштары менән ғорурлана алалар.
Фәриғә һәм Искәндәр Аҡҡужиндар өс бала тәрбиәләп, оло тормошҡа сығарҙылар. Ҙур ҡыҙҙары Фәүзинә – юғары белемле уҡытыусы-логопед, улдары Илгиз, юғары белем алғандан һуң, мәктәптә эшләп йөрөй, кинйә ҡыҙҙары Наҙгөл юғары уҡыу йортоноң иҡтисад факультетын тамамланы.
Өсөһө лә район үҙәгендә эшләп йөрөйҙәр, шунда төпләнеп, ғаилә ҡороп, ата-әсәләрен ейән-ейәнсәрҙәре менән һөйөндөрөп, бәхетле йәшәйҙәр.
Искәндәр менән Фәриғә Аҡҡужиндар – бергәләшеп, кәңәшләшеп йәшәгән, ауырлыҡтарҙы бергәләп еңә белгән кешеләр, улар бәхеттәрен үҙҙәре ҡойған.
Артабан да һөйөү гөлдәрен шиңдермәй, тормош диңгеҙендә ҡолас ташлап йөҙгән Искәндәр һәм Фәриғә Аҡҡужиндарҙы Хоҙай сәләмәтлектән, уңыштарҙан айырмаһын.
Л. ХАЛИКОВА,
“Ҡайтауаз” ижади фольклор төркөмө ағзаһы.
Читайте нас: