18 ғинуар Өфөнөң «Динамо» стадионында 69 ғаилә командаһы осрашты. Бында атай, әсәй һәм баланан торған командалар үҙ -ара ярышты.
Йылайыр районы исеменән сығыш яһаған Ҡорбанғәлиевтәр ғаиләһе бер ҙә һынатманы. Афариндар!
Илнур Илшат улы, Гөлшат Ғүмәр ҡыҙы һәм уларҙың улдары Нургиз Юлдыбай ауылынан. Ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан был матур ғаиләгә уңыштар ғына теләргә ҡала.
Фото "Бәйләнештә"нән алынды.