Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә – ил күрке
1 Ғинуар 2021, 02:00

Ғаилә матурлығы – татыулыҡта

Ябай ғына ауыл ғаиләһе. Башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай: хужабикә бала ҡарай, ғаилә башлығы иһә йорт-ҡура эштәре менән мәшғүл. Бәлки, йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, 5 балаға ғүмер бирергә йөрьәт итеүҙәре менән айырылалыр? Бәлки, икеһе лә сәләмәт тормош алып барыуы, артыҡ күҙгә бәрелеп бармай ғына, һәүетемсә донъя көтөүҙәре, ҡул ҡаушырып ултырмай, иртәнән ҡара кискәсә эш менән булышыуҙары ихтирам уяталыр?..

Эйе, тап шундай уңған, тырыш ул Юлдыбай ауылынан Юнир менән Лилиә Рәхмәтуллиндар ғаиләһе. Береһенән-береһе бәләкәй 5 баланы хәстәрләйһе, икәүһен – мәктәпкә, икәүһен балалар баҡсаһына оҙатаһы, яңыраҡ ҡына үҙенең барлығын белдереп донъяға ауаз һалған кескенә сабыйҙы бағаһы бар әсәй кешегә. Ихаталағы йөк машинаһы, трактор менән еңел автомобиль иһә хужаның уңғанлығы хаҡында һөйләп, уның эшкә китерен көтөп тора. Ә ул инде ҡара таңдан аяҡ өҫтө: мал-тыуарҙы ҡарау, кәртә-ҡура эштәрен теүәлләү, иптәштәрен йыйып урманға китеү...

Бер туған ҡустыһы Морат менән ике-өс ярҙамсыһын алып, диләнкәгә юлланалар. Нисәмә йыл инде утын әҙерләп, ауыл халҡын ҡоро яғыулыҡ менән тәьмин итә Юнир Марат улы. Киләсәктә пилорамаһын булдырып, үҙен шәхси эшҡыуар булараҡ та һынап ҡарарға теләй ул. Тәүҙәрәк, кәләшенең яңғырауыҡлы матур исемен ҡушып, “Лилиә” исемле аҙыҡ-түлек, көндәлек тауарҙар магазины асҡандар, аҙаҡ башкөллө урман эшенә бәйләнгәс, сауҙа эшен хужаның ата-әсәһе Мәҙинә Нух ҡыҙы менән Марат Нуретдин улы Рәхмәтуллиндарға тапшырғандар.

– Ата-әсәйебеҙ беҙгә, беҙ уларға терәк һәм ярҙамсы, – ти Юнир Марат улы. – Үкенескә күрә, Лилиәнең ата-әсәһе күптән инде гүр эйәләре.

Үҙҙәре тураһында һөйләп бармаған, тыйнаҡ ғаиләнең йәме булған балаларына иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ.

– Ҡурҡытманымы шундай ишле бала тәрбиәләү?

Күп кешеләр, заман ауырлығына һылтанып, зарланыуҙан бушамағанда, етеш йәшәгәндәре лә бер-ике бала менән ҡәнәғәтләнгән саҡта, биш бала табырға йөрьәт иткән ғаиләгә беҙ был һорауҙы бирмәй булдыра алманыҡ.

– Юҡсы, һис тә ҡурҡытмай, – тип шунда уҡ яуапланы йорт хужаһы. – Беҙ ҙә ғаиләлә биш бала үҫтек, Лилиәләр дүртәү үҫкән. Күмәкләшеп йәшәү күңеллерәк тә, балалар ҙа бер-береһен ҡарашып, ихтирам итешеп, ярҙамлашып үҫә. Үҙҙәре эш булып, ғаилә ҡороп йәшәй башлағас, ҡатышып йәшәргә, ҡунаҡҡа йөрөшөргә лә туғандары кәрәк буласаҡ бит.

Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, йылмайып ҡына торған Лилиә менән Юнир икәүһе лә Юлдыбайҙа тыуып, бер урамда буй еткергән, бер мәктәптә, бер һөнәри лицейҙа белем алған. Бала саҡтан белеп, туғандарын күреп үҫкән йәштәргә бер ғаилә булып йәшәп китеү ауыр булмағандыр. Беҙ Рәхмәтуллиндарҙың артабан да туғандарын, ауылдаштарын һоҡландырып, балалары менән матур итеп йәшәүҙәрен һәм ниәттәренә ирешеүҙәрен теләйбеҙ.

Читайте нас