Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сырҙы үҙебеҙ яһайыҡ

Тәме магазиндыҡынан бер ҙә ҡалышмай. Хатта тәмлерәк тә килеп сыға.

2 порция моцарелла өсөн 1 л һөт, 125 гр тәбиғи йогурт, 1,5 балғалаҡ тоҙ (күберәк тә мөмкин) 1 аш ҡалағы уксус эссенцияһы (25%) кәрәк була.       

Һөткә тоҙ һалып, эҫетәбеҙ. Тик ҡайнатырға кәрәкмәй. Унан йогурт ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Уксус ҡушып, йәнә болғатабыҙ ҙа уттан алабыҙ. 

Дуршлаг өҫтөнә 4 ҡат марля һалабыҙ һәм яңы ғына уттан алған эрегән һөттө ҡоябыҙ. Эркет һыуын түгергә ашыҡмағыҙ. Аҙаҡ ул кәрәк буласаҡ!

Сырҙың һыуын һығып сығарабыҙ һәм шар итеп әүәләйбеҙ һәм ҡабаттан эркет һыуына һалабыҙ.

Өҫтөнә таҫтамал ябып, һыуынғанын көтәбеҙ. 

Һауытҡа һалып, сырҙы һыуытҡысҡа оҙатабыҙ. Бында ул 24 сәғәт ултырырға тейеш. Унан һыуын түгеп, пластик һауытта һаҡларға була. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Сығанаҡ:https://dimbuizary.ru/articles/common_material/2023-04-26/syr-y-ebe-ya-ayy-3235644

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: