Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәтле ғаилә һәр ваҡыт ныҡлы һәм ышаныслы!

Барыһы ла ғаиләнән башлана. Килешәһегеҙме? Тәрбиә, йолалар, донъяға ҡараш һәм башҡа төшөнсәләр тап ғаиләнән баш ала. Ата-әсәгә ҡарап бала донъяны танып-белергә өйрәнә, фекерләү ҡеүәһен арттыра, ерен, илен яратырға өйрәнә.

Мөхәббәтле ғаилә һәр ваҡыт ныҡлы һәм ышаныслы!
Мөхәббәтле ғаилә һәр ваҡыт ныҡлы һәм ышаныслы!

Шундай ғаиләләрҙең береһе Йылайыр ауылында йәшәй. Марат менән Венера Сараевтар дүрт балаға: ике малайға һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтерә улар. Үҙҙәре лә һәр атҡан таңға ҡыуанып, һөйөнөп йәшәй. Матурлыҡты, гүзәллекте күрә белгән ата-әсә балалары өсөн үрнәк булып тора. Был ғаиләлә мөхәббәт, аңлашыусанлыҡ хөкөм һөргәнен уларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәтенән дә аңларға була.

Сараевтарға ҡарап һоҡланмағандар әҙҙер Йылайырҙа. Яңы йыл алдынан Венера менән Марат йәшәгән йорт тәүгеләрҙән булып байрам төҫө ала. Ҡарҙан әүәләнгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, быйылғы йыл символы – Аждаһа быйыл да уларҙың йорт тирәһен йәмләй. Сағыу төҫтәге был һындар  тәүгеләрҙән булып Сараевтарҙың ҡапҡа тышына сығып баҫты. Әйткәндәй, улар йәшәгән йорт тирәһендә был ваҡытта туҡтап фото төшкәндәр йыл да күп була.

Сараевтарҙың ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә. Өлкән улдары Илнар уҡыуын тамамлап, әлеге ваҡытта һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Уртансы улдары Морат Йылайыр урта мәктәбенең 9-сы класында уҡый. Хыялы – эшсе һөнәренә уҡырға һәм эшләй башларға. Сәскәләй ике бәләкәй ҡыҙҙары – Әмилә  менән Самира әле балалар баҡсаһына йөрөй.

- Малайҙарыбыҙ ҙурайып, ир етте тигәндә, ғаиләбеҙҙе бөтәйтеп, ишәйтеп ике ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Атайҙары Самира менән Әмилә өсөн йәнен бирергә әҙер, иркәләтә, һәр әйткәндәрен үтәй, – тип һөйөнә бәхетле әсә.

Көн дә эшкә барған юлым Сараевтарҙың йорто янынан үтә. Иртән Венера менән Марат бәләкәс ҡыҙҙарҙы икәүләп балалар баҡсаһына алып барғанын, ә кискеһен икәүләп алып ҡайтҡанын һоҡланып күҙәтергә була. Беҙҙең ығы-зығылы ваҡытта, йәшәйешебеҙ тиҙлеккә ҡоролғанда был күренеш ят та тойола хатта. Ә бит бала өсөн атай менән әсәй йәнәшә атлауынан, уларҙың көлөшә-көлөшә аралашыуынан, сөкөрләшеп яйса һөйләшеп барыуынан да ҙур бәхет юҡ. Бала күңеле нескә, барыһын, бигерәк тә өлкәндәр араһындағы низағты тиҙ аңлай улар. Атай менән әсәйҙең дуҫлығынан, бер-береһенә матур мөнәсәбәттә булыуынан күп нәмә тора.

- Беҙ бөтәһен бергә эшләргә күнеккәнбеҙ. Балалар баҡсаһына ла бергә барыу, көнө буйы беҙҙе һағынып көткән ҡыҙҙарыбыҙҙы ла бергә алып ҡайтыу, уларға юл ыңғайы иғтибар бүлеү, уларҙың хәлен белешеү оло йыуаныс та, ҡыуаныс та. Эште лә беҙ бергәләшеп, “һә” тигәнсә эшләп ҡуябыҙ. Илнар менән Морат улым ҙурайғанда, өйҙә яңынан сабыйҙар тауышы сыҡҡас, һөйөнөп бөтә алманым. Ҡыҙҙарымдың бәхете өсөн барыһын эшләргә , кәрәк икән, йәнемде бирергә әҙермен. Мине шулай бәхетле атай иткәне өсөн кәләшемә ҙур рәхмәтлемен бөгөн. Балалар – тормош мәғәнәһе бит ул! – тип һүҙгә ҡушыла Марат Сәйфулла улы.

Бер ҙә иренмәй атай кеше. Бәләкәстәр менән ҡуша уйнай, һырғалаҡ шыуа, уларҙың һәр үтенесен тыңлай. Бер һүҙ менән – яҡшы һәм балалар күңеленә юл таба белгән атай ул. Әсә кеше иһә ғаиләлә атай ролен үҫтерә белә. Малайҙарҙы тәрбиәләүгә лә артыҡ ҡыҫылмай, быны атай кешегә ышанып тапшырған.

Мөхәббәтле йәндәр ҙә алыҫтан күренгән кеүек, бер-береһен һүҙһеҙ аңлаған бәхетле ғаиләләр ҙә әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ундайҙарға иғтибар итмәй булмай! Ғаилә башлығы Марат Сәйфулла улы үрҙә телгә алғанса, Сараевтар бер бөтөн булып, ысын ғаилә институтын тәшкил итеп өйрәнгән. Үҙҙәренә генә хас матур йолалары ла бар уларҙың.

- Беҙ бөтә ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратабыҙ. Йәйгеһен һыу буйына төшәбеҙ, унда балаларҙы уйнатып, ял иттереп, усаҡта сәй ҡайнатып эсеп ҡайтыу үҙе ни тора! Был йолабыҙҙы ҡышҡы һалҡын көндәрҙә лә ташламайбыҙ. Урманға барып, аҡ ҡар өҫтөндә усаҡ яғып, шунда шешлек ҡыҙҙырып ашап, сәй ҡайнатып эсеп ҡайтабыҙ, – тип һөйләй Венера менән Марат.

Баланы тәрбиәләмә, ә үҙең өлгө күрһәт, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Сараевтар һоҡланырлыҡ һәм башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаиләләрҙең береһе булып етешкән. Улар баланы тәбиғәт менән бер бөтөн итеп үҫтерә һәм балаларға ыңғай эмоциялар бүләк итә.

Ғаилә башлығы Марат Сәйфулла улы Япарһаҙ ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Йылайыр ауылындағы ул ваҡытта гөрләп эшләп торған һөнәрселек училищеһына уҡырға килә. Иретеп-йәбештереүсе һөнәрен алып сыға һәм хеҙмәт юлын башлай. Шул йылдарҙа буласаҡ тормош юлдашы – Венера Юнир ҡыҙы менән таныша. Сәләх ауылы ҡыҙы Венера ла ошо уҡ һөнәрселек училищеһында бухгалтер һөнәрен алып йөрөгән була.

- Беҙҙең танышыу ҡыҙыҡ булды ул. Бер нисә йыл бер үк училищела уҡып йөрөп тә, бер-беребеҙҙе күрмәгәнбеҙ. Бер ваҡыт, көҙ ине, ауылда клубҡа сыҡһам, таныш булмаған ҡыҙ йөрөй. Венераны әхирәт ҡыҙы ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан булған икән. Танышып, дуҫлашып киттек. Аҙаҡ ҡына уның да мин белем алған ерҙә уҡыуын белдем. Бына шулай, яҙмыш тигәнең. Әл дә килгән әле минең ауылға ҡунаҡҡа! – тип ихлас көлә Марат.

Йәштәр бер йыл дуҫлашып йөрөй торғас, икенсе йылына, ҡулдарына диплом алғас, өйләнешергә ҡарар итә. Ата-әсә балаларына бата уҡытып, туй яһай. Сараевтар район үҙәгендә төпләнә, өй һатып ала һәм һәүәтемсә генә йәшәп алып китә. Хәҙер уларҙың ғаилә тарихына ла 20 йылдан ашыу булып киткән.

Марат ғаиләлә инициатор, бөтә нәмә уның тәҡдименән башлана. Ҡырға сығыу, ғаилә менән балыҡҡа барыу һәм башҡалар – уның башланғысы.

- Аңалағанһығыҙҙыр, ғаилә менән ялға өҫтөнлөк бирәбеҙ беҙ. Кәләшкә бик һүҙ үтмәһә, балаларҙың ҡолағына төшөрһәң, улар уй-вайына ҡуймай алып сығып китә беҙҙе. Кәләшем емеш-еләккә шәп, бер һүҙ менән – урман балаһы. Көҙгөһөн бәшмәк йыя. Мин өйләнгәнгә тиклем аҡ бәшмәктән башҡаһын белмәй торғайным. Өйләнешкәс, ашауға яраҡлы башҡа төрлө бәшмәктәр барлығын белдем, – тип көлә Марат.

Марат Сәйфулла улы район мәҙәниәт йортонда ҡарауылсы булып эшләй. Ә Венера Юнир ҡыҙы декрет ялына тиклем почта бүлексәһендә эшләһә, хәҙер ул социаль хеҙмәткәр. Уның ҡарамағында 13 оло әбей. Һүҙгә әүәҫ, ихлас күңелле ҡатын эшенең кире яҡтарын бер ҙә күрмәй. Өлкәндәрҙең көндәлек эшен дә башҡара, улар менән әҙәпле һөләшеп күңелдәрен дә күрә. 

Матур ғаилә – ил күрке! Марат Сәйфулла улы менән Венера Юнир ҡыҙы Сараевтар ана шул ил күркен тәшкил иткән ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың ғаиләһендә татаыулыҡ, мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ хөкөм һөрә. Быға ир ҙә, ҡатын да булышлыҡ итә. Тап ошондай ғаиләләрҙә илһөйәр, телһөйәр, асыҡ күңелле балалар үҫә икәнен беләбеҙ. Бәләкәй Сараевтарҙың үҙ бәхет территорияһы бар. Уны эшһөйәр, тернәксел атай менән әсәй булдырған. Унда, бәхет территорияһында, балалар – шат, мөхәббәтле.

Сараевтарға ныҡлы киләсәк, балалар бәхете һәм яҡты көндәр насип булһын. Һәр яҡты көн тик бәхет-шатлыҡтар ғына әйләһен!

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: