Уларҙың мөхәббәт тарихы Бәрҙәш ауылында башлана. Альберт Марат улы йәмле Йылайыр йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡашҡар ауылында тыуып үҫкән. Ул ғаиләлә уртансы бала. Тыйнаҡ, баҫалҡы егет Сибай педагогия институтын тамамлағас тыуған районына, Бәрҙәш урта мәктәбенә эшкә ҡайта. Альберт икенсе уҡыу йылын башлағанда ошо уҡ мәктәпкә яңы хеҙмәт юлын башлаған уҡытыусы ҡыҙ эшкә килә. Ике йәш йөрәк бер береһен шунда уҡ оҡшата.
Айгөл Һултантимер ауылында Наил һәм Айһылыу Мөхәмәтйәновтарҙың татыу ғаиләһендә баш бала булып донъяға ауаз һала. Бәләкәйҙән сос, үткен була ул. Уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Артабан Сибай педагогия колледжында белем ала. Йәш белгес юллама буйынса районға ҡайта һәм Бәрҙәш мәктәбенә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшкә төшә. Ошонда осрата ла инде ул мөхәббәтен. Альберт менән бер йыл дуҫлашып йөрөгәндәен һуң гөрләтеп туй үткәреп, донъя көтә башлайҙар. Бәрҙәштә йәшәгәндәрендә, ғаиләне йәмләп, ҡыҙҙары Айгүзәл тыуа. Ике йылдан район үҙәге Йылайырға күсеп киләләр. Альберт Марат улы район эске эштәр бүлегенә эшкә урынлаша, Айгөл Наил ҡыҙы коррекция мәктәп-интернатында хеҙмәт юлын дауам итә.
Бер ни тиклем ваҡыттан йәш ғаилә Йылайырҙа төпләнеп ҡалырға тигән ныҡлы ҡарарға килә. Ата-әсәләре, туғандары ярҙамында ҙур итеп йорт һалып инәләр. Улар үҙҙәре лә уңғандар, өйҙөң эсе лә, тышы ла заманса йыһазландырылған, зауыҡ менән биҙәлгән.
Ҡотло нигеҙҙә йәш ғаиләнең икенсе ҡыҙҙары Әҙилә тыуа.
Әлеге ваҡытта Альберт Марат улы полицияның бәлиғ булмағандар эштәре буйынса участка вәкилдәре бүлеге начальнигы, полиция майоры званиеһында хеҙмәтен дауам итә. “Альберттың эше тынғыһыҙ, ҡатмарлы, шулай булыуға ҡарамаҫтан ул яҡындарына ла ваҡытын бүлергә онотмай. Һәр иртә беҙҙе тәмле бутҡа менән һыйлап мәктәпкә оҙатып ҡуя, – ти һөйгәне тураһында Айгөл Наил ҡыҙы. – Ял, байрам көндәрендә шешлек, былау бешерә (был әлбиттә эшенән бушаһа). Ишек алдына үҙ ҡулдары менән матур итеп ял зонаһы эшләп ҡуйҙы, беҙ ҡыҙҙар менән тирә-яғына сәскә сәсәбеҙ, баҡса фигуралары менән биҙәп ҡуябыҙ. Мин үҙем фоамирандан, джут ептәренән панно, топиатийҙар эшләргә яратам. Йорт тирәбеҙҙе биҙәгәндә уларҙы ла ҡулланабыҙ.
Айгөл Наил ҡыҙы Йылайыр башҡорт гимназияһында педагог-ойоштороусы булып эшләй. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә ошо уҡ гимназия уҡыусылары. Айгүзәл 10-сы, Әҙилә 2-се класта белем ала. “
Айгөл Наил ҡыҙы – бәхетле әсә, һөйөклө ҡатын. Эшендә лә, өйҙә лә өлгөрә ул, барыһына ла ваҡыт таба. Яҡындарын тәмле-татлы аш-һыуы менән һыйлай, бигерәк тә уның бешергән ҡамыр ризыҡтарын яраталар өйҙәгеләре. Йорт эсен гөлдәр менән биҙәгән, ә йәнен иһә баҡса-ихаталары шау сәскәгә күмелеп, күҙҙең яуын ала. Йәшелсә-емеште лә мул итеп үҫтерә тырыш хужабикә.
Усмановтар сәйәхәт итә, тәбиғәт ҡосағына сыға, әүҙем һәм сәләмәт тормош алып бара. Туғандарын да онотмай, хәл белешергә йөрөйҙәр, үҙҙәренә саҡыралар. Тыуған көндәрҙә, ғаилә байрамдарында ҙур табын ҡороп осрашып торалар. Ағай-эне, апай-һеңленең бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуы был ғаиләлә баштан уҡ һалынған. Шуға күрә лә улар туған ҡәҙерен белә һәм балаларҙа ла шуны тәрбиәләй.
Кеше ниндәй генә уңыштарға өлгәшмәһен, барыһы ла ғаиләнән килә. Ни өсөн тигәндә, бер-береңә терәк булһаң ғына дәрт арта, көс табыла, илһам өҫтәлә. Ғаилә бәхетле булһа, шул осраҡта ғына йәмғиәтебеҙ, республикабыҙ, илебеҙ ныҡлы була. Быйылғы йыл илебеҙҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Минеңсә, был тема бер йыл өсөн генә түгел, һәр ваҡытта ла көнүҙәк булып ҡала.