Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғаилә – бәхет асҡысы

Йылайыр ауылында шундай ғаилә бар. Уларҙың йорттары әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, күҙҙең яуын алып тора һәм бында уңған хужалар йәшәй тип, үҙе тураһында һөйләй.

Ғаилә – бәхет асҡысы
Ғаилә – бәхет асҡысы

Өй эсенә килеп инеү менән уның бәҫен арттырып, йүге­решкән балалар йәм өҫтәй. Кемдең йорто тураһында һүҙ бара тиһегеҙме?

Ғаилә усағын дөрләтеүсе – Гөлназ һәм Иштуған Мостафиндар. Бына ошондай гөрләтеп донъя көткән парҙар районыбыҙҙың бәҫен күтәрә, данын арттыра. Уларҙың бер-береһенә иш булып йәшәүҙәренә тиҫтә йыл.

Гөлназ Аврал ҡыҙы өйҙә лә, эштә лә, ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем. Ул Йылайыр башҡорт гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.

Йылайыр ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Стәрлетамаҡ педагогия академияһын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Кананикольск урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Тырыш, эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр бына инде 2016 йылдан алып гимназияла кескәйҙәргә хәрефтәр һәм һандар серен өйрәтә. Гөлназ Аврал ҡыҙының уҡыусылары гимназияла, районда, республикала үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Ул үҙе лә бик күп конкурстар лауреаты. Шулай уҡ райондың йәмәғәт тормошонда ла ҡатнашырға ваҡыт таба. Ә иң мөһиме ул балаларына яратҡан әсәй, тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын. Әсә кеше ғаиләлә йылылыҡты һаҡлаусы. Күркәм йортто тағы ла бөхтә итеп йыйыштырып, яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлай. Әсәйҙәрҙең шулай бөтә яҡлап та өлгөрөүҙәре хайран ҡалырлыҡ. Шулай булмай ни, Гөлназды бар яҡтан да күтәрмәләп тороусы томош иптәше Иштуғаны бар.

Иштуған Иршат улы матур тәбиғәтле Мәҡсүт ауылында тыуып үҫә. Ҡашҡар урта мәктәбен тамамлағас Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында юғары белем ала. Педагог һөнәренә эйә булғас, районға ҡайтҡан йәш белгесте Байғол мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Унда бер йыл эшләгәс Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайта һәм хеҙмәтен тултырғандан һуң да директорлыҡ эшен дауам итә, был юлы райондың “Дуҫлыҡ” һауыҡтырыу лагерын етәкләй ул. Бер ни тиклем етәкселек тәжрибәһен туплаған егетте 2013 йылда Матрай урта мәктәбенә директор итеп эшкә күсерәләр.

Ошо уҡ йылда, алты йыл дуҫлашып йөрөгән ике йәш йөрәк сәстәрен-сәскә бәйләй. Мостафиндарҙың танышыу тарихы Ишбулды ауылында үткән киске уйын ваҡытында башланып китә. Гөлназ ошо ауылда йәшәгән ҡартатаһына каникулға ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөгәнендә Иштуған да дуҫтары менән Мәҡсүт ауылынан килеп йөрөй, бына шул мәлдәрҙә танышып, дуҫлашып китә улар. Йәш аралары бик бәләкәй булмаһа ла Иштуған әле булһа “мин кәләште үҙем үҫтереп алдым”, тип шаяртырға ярата.

Мостафиндар өйләнешкәндән һуң Матрай ауылында йәшәй башлай. Бәхетле ғаиләне тулыландырып ҡыҙҙары Риана тыуа. Йәштәрҙең шатлығын арттырып ике йылдан улдары Искәндәр донъяға килә. 2016-2017 уҡыу йылын башларға торғанда Гөлназ Аврал ҡыҙын Йылайыр башҡорт гимназияһына эшкә саҡыралар. Оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң Йылайырға күсә улар.

Гөлназ туғыҙ айлыҡ бәләкәс кенә улын әсәһе ҡарауына ҡалдырып яңы урында эш башлай. Иштуған Иршат улына ла район хәкимиәтендә эш тәҡдим иткәс йәш ғаилә Йылайырҙа төпләнеп ҡалырға ҡарар итә. Ҙур йорт һалып, яңы өйгә күсеп сыға йәш ғаилә. Әлеге көндә, Гөлназ Аврал ҡыҙы уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһы, гимназияның юғары категориялы педагогы, ата-әсәләрҙең хөрмәтен яулап өлгөргән оло йөрәкле уҡытыусы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Иштуған Иршат улы “Землемер”ойошмаһында директор вазифаһын башҡара. Ҡыҙҙары Риана менән улдары Искәндәр гимназия уҡыусылары. Мостафиндарҙың матур ғаиләһе барлыҡҡа килеүенә былтыр ун йыл булған икән, татыу ғаилә һәр ваҡыт берҙәм булып, шатлыҡтарға бергә һөйөнгән кеүек, ауырлыҡтарҙы ла бергә еңеп сығыуы менән айырыла. Ял көндәрен, байрамдарҙы һәр ваҡыт ғаилә менән үткәрергә тырыша улар, тәбиғәттә ял итергә, балыҡ тоторға ярата, өйҙә булған саҡтарында бергәләшеп тәмле ризыҡ бешереп һыйланалар. Йорт тирәһендәге, баҡса эштәрен дә бергәләп башҡара улар. Оҙайлы ялдар ваҡытында сәйәхәт итәләр. Мостафиндар 2023 йылда районда уҙған  “Яңы йыл ғаилә уйындары”нда еңеп республика конкурсында лайыҡлы сығыш яһап ҡайтты.

Мостафиндарҙың туғанлыҡ ептәре лә ныҡлы булыуы тураһында билдәләп үтке килә. Улар туғандар менән осрашып, аралашып, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә, ҡул-алмаш эштәр башҡарып, ярҙам итеп йәшәй.

Бөгөнгө мәҡәләм геройҙары, бер яҡтан ауыл ерен­дә йәшәүсе ябай ғаилә булһа, ә икенсе яҡтан улар тормошта үҙ урынын тапҡан һоҡланғыс пар һәм ике ба­ланың һөйөклө ата-әсәһе булараҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Артабан да шулай ғаиләләрендәге бәхет­тең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын уларға.

Фото ғаилә архивынан.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: