Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғаиләлә гармония булһа ауырлыҡтар ҡурҡытмай

Нимә ул бәхет? Һәр кеше был һорауҙы үҙенә бер нисә тапҡыр бирәлер. Кемгәлер ул яратҡан эше, кемдер билдәле булыуы менән бәхетле. Ә бына Йылайыр ауылында йәшәүсе Нурия Мансур ҡыҙы һәм Илмир Ғиззәт улы Ҡужағилдиндар ғаиләһе менән бәхетле. Уларҙың ғаиләһе ҙур. Татыу ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә.

Ғаиләлә гармония булһа ауырлыҡтар ҡурҡытмай
Ғаиләлә гармония булһа ауырлыҡтар ҡурҡытмай

Нурия менән Илмир мәктәп йылдарынан уҡ таныштар, ә ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә теүәл 14 йыл. Күрше районда тыуып үҫһәләр ҙә яҙмыш уларҙы Йылайыр ерендә нигеҙ ҡорорға мәжбүр итә. Бөгөнгө көндә Илмир Ғиззәт улы район дауаханаһында юрист булып эшләй, ә Нурия Мансур ҡыҙы шул уҡ учреждениела хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес, әлеге ваҡытта кесе ҡыҙҙары менән бала ҡарау буйынса декрет ялында.

Уларҙың татыу ғаиләһендә өс ҡыҙ һәм ике ул үҫә. Ҡыҙҙары Әминә һәм Камилә Йылайыр башҡорт гимназияһында уҡый. Гимназия тормошонда әүҙем ҡатнаша. Улар икеһе лә балалар сәнғәт мәктәбендә өҫтәмә белем ала. Ҡыҙҙар икеһе лә оҫта һүрәт төшөрә. Күп төрлө конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып призлы урындар яулай. Әмир ҙә гимназияла белем ала. Ул спорт менән мауыға, уҡыуҙа ла һынатмай. Әүҙем һәм ҡыҙыҡһыныусан Сәлим “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһына йөрөй. Ә Кесе ҡыҙы Мәҙинәгә 1 йәш, ул китап ҡарарға һәм ағай-апайҙары менән уйнарға ярата. Шаян ҡыҙыҡай туғандарының китап дәфтәрҙәрен дә “уҡып”, “тикшереп” бирә. Быға өлкәндәре асыуланмай, сөнки ул бит ғаиләлә иң кинйәһе һәм иркәбикәһе. Уны барыһы ла ярата.

“Ата менән әсә өсөн балаларҙың  лайыҡлы кеше булып үҫеүе беренсе урында тора. Бер-береһенә ярҙам итеп изгелекле һәм ғәҙел, бергә һәм татыу булғанда ауырлыҡтар ҡурҡытмай икәнлеген уларға төшөндөрөү бик мөһим. Әгәр ғаиләлә тыныслыҡ, гармония һәм үҙ-ара аңлашыу булһа, башҡа бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел”, – ти бәхетле Ҡужағилдиндар.

Тырыш атай менән әсәй балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, ололарға ололоҡло һәм кеселәргә кеселекле булырға өйрәтә.  Беҙҙе яҡын иткән нәмәләрҙе һүҙҙәр менән үлсәп булмай. Ғаилә бит ул, тормошобоҙҙоң нигеҙе, ә дәүләттең киләсәге. Матур ғаилә ҡороп, бер-береңде хөрмәтләп, бер-береңә ярҙамлашып йәшәү – һәр кемебеҙҙең изге бурысы.  Ә бына татыу ғаиләләрҙә генә тырыш, уңған, тәүфиҡлы һәм аҡыллы балалар үҫеүе тураһында беҙ беләбеҙ ҙә инде.

Һәр бер кеше бәхетле ғаилә, йылы йорт тураһында хыяллана. Тыуған йорт йылыһын ҡайҙа ғына булһа ла һағынып ҡайта. “Ояһында ни күрә, осарында шул булыр”, – тиелә халыҡ мәҡәлендә. Бының мәғәнәһе тәрән: кеше ғаиләлә, тыуған йортонда ниндәй тәрбиә алһа, тормошта ла шулай буласаҡ. Яҡшы ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар илебеҙҙең өмөтлө киләсәге булыуы күптән раҫланған да инде. Ҡужагилдиндарҙың да балалары үҙҙәре кеүек илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫер, Алла бирһә! Уларға ғаилә именлеге, һаулыҡ теләйбеҙ!

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: