Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бәхеткә илтеүсе юл

Татыу ғаилә – бәхетле ғаилә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Бер-береңде хөрмәт итеп, ҡәҙерен белеп йәшәгән саҡта ғына ғаилә татыу һәм бөтөн була. Ошо ла инде бәхеткә илтеүсе юл. Тулы, берҙәм һәм күп балалы ғаиләләр беҙҙең районда ла байтаҡ. Уларҙың береһе, бөгөнгө яҙмабыҙҙың геройҙары – Илдар һәм Розалия Такаловтар. Бынан 20 йыл элек парлашып, ғаилә усағын һаҡлаусы, тормоштың рәхәтен, ҡәҙерен белеп йәшәүсе пар улар, шуға ла тормоштары мул, донъялары ла теүәл.

Бәхеткә илтеүсе юл
Бәхеткә илтеүсе юл

Розалия менән Илдар икеһе лә сығыштары менән үҙебеҙҙең райондан. Яҙмыш йәштәрҙе Илдарҙың тыуған ауылы Яңы Яҡупта осраштыра. Танышыу яйлап дуҫлыҡҡа,  дуҫлыҡ  – мөхәббәткә әүерелә.

  Хистәрен ваҡыт менән һынаған егет менән ҡыҙ артабанғы тормош юлдарын бергәләшеп үтергә тигән ныҡлы ҡарарға килә, һәм ата-әсәйҙәренең ризалығын алып, ислам диненең барлыҡ ҡанундарын үтәп, 2004 йылдың 19 авгусында матур итеп туй яһайҙар. Быйыл улар өсөн иҫтәлекле дата – бергә ғүмер итеүҙәренә 20 йыл – фарфор туйҙары.

Такаловтар йортонда беренсе көндән үк йәш киленде йылы ҡабул итәләр. Ҡайны-ҡәйнә йортонда бик оҙаҡ йәшәргә тура килмәй уларға,  яңы ғаилә үҙҙәренсә –йәштәрсә йәшәһен тип, ололар фатихаһы менән улар район үҙәге Йылайырға кусенә.  

Бөгөнгө көндә барлыҡ уңайлыҡтары булған Ҙур, иркен йортта йәшәй улар. Мөхәббәт емештәре булып өс ҡыҙ донъяға килә. Оло ҡыҙҙары Гөлдәр Башҡорт гимназияһын тамамлап, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уңышлы  уҡып йөрөй. Әлеге ваҡытта 1 курсты тик бишле билдәләренә тамамлап йәйге ялда. Гөлдәр бейергә ярата, ул Йылайыр балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү класын тамамлай. Бейеү коллективының солисы ла була, улар менән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Гимназияла уҡығанында уҡ сит телдәр менән ҡыҙыҡһына, уларҙы ныҡлап өйрәнә. Киләсәктә күкте иңләп осорға хыяллана, үҙен стюардесса итеп күрә.

Уртансы ҡыҙҙары Алтынай Ш.Бабич исемендәге гимназияның 6 класын уңышлы тамамлаған. Тырыш ҡыҙыҡай гимназияла үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ул уҡыған класс «шайморатовсылар» класы.  Әсәнән күргән – тун бескән, тигән кеүек, әсәһе кеүек йыр-моңға ғашиҡ. Балалар сәнғәт мәктәбенең  флейта класында шөғөлләнә һәм район-ара, төбәк конкурстарында ҡатнашып призлы урындар яулай.

Биш йәшлек Әминә бар нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан, тиктормаҫ. Апайҙарынан ҡалышмай, балалар баҡсаһында үткән район-ара ярыштарҙа ҡатнаша. Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, Әминә «Һаумы, һаумы әкиәт!» республика конкурсында лайыҡлы сығыш яһай.

Ҡыҙҙар ата-әсәһенең ҙур ярҙамсылары. Бар эште лә бергә, кәңәшләшеп башҡара улар.  

– Ҡыҙҙарыбыҙ – өйөбөҙҙең йәме. Улар беҙҙең терәк һәм тормош мәғәнәһе. Уларҙың һәр ҡаҙаныштары беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, сикһеҙ шатлыҡ. Балалар, тип йәшәйбеҙ, улар өсөн тырышабыҙ, бәхетле булыуҙарын теләйбеҙ, –тип ҡыуаныстары менән бүлешә бәхетле ата-әсә.

Бөгөнгө көндә Розалия Зәйнулла ҡыҙы «Аҡ сәскә» балалар баҡсаһында эшләй, юғары категориялы тәрбиәсе. Тормош иптәше Илдар Әхмәтзыя улы күп йылдар район үҙәгендә водитель булып эшләгәндән һуң бына инде ун йылға яҡын себер тарафтарында эшләй.

Башҡорт халҡында борондан кинйә малай тыуған нигеҙҙең ҡотон һаҡлаусы,  ата-әсәһен ҡараусы тип һанала. Бына шул яҙылмаған ҡанунға ярашлы, әсәйҙәре баҡыйлыҡҡа күскәс, Илдар атаһын үҙенең йортона күсереп ала. Әхмәтзыя олатайға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йәшәй улар. Олатай ҙа, ата-әсәләре эштә саҡта, балаларға күҙ-ҡолаҡ була. Ҡулынан килгәнсе йорт-ҡура тирәһендә булыша. Ун йыл улының һәм килененең матур тәрбиәһендә йәшәп, ризалығын һәм фатихаһын биреп, мәңгелек йортона күсә.

Ололарҙы ололау – изгелектең билдәһе, ти халыҡ мәҡәле,оло быуынға ҡарата ихтирам, хөрмәт, йылы мөнәсәбәт булдырыуҙы үҙ миҫалдарында балаларына ла тапшыра Такаловтар. Сидоровка ауылында йәшәүсе Розалияның ата-әсәһен дә ярҙамдарынан ташламай улар.

Үҙҙәре лә ҙур, татыу ғаиләлә үҫкән мәҡәләм геройҙары татыу ғаилә серен:

«Берең ут булғанда, икенсең һыу булып, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлап, кисерә белеп, сабыр булыуҙалыр», – ти.

Бына шундай матур, күркәм ғаиләләрҙең береһе  йәшәй Йылайыр ауылында. Уларҙың киләсәктәре лә бөгөнгөләй бәхетле, тормоштары мул, үҙҙәре, балалары һәм яҡын кешеләре һау-сәләмәт булһын тигән теләктә ҡалабыҙ!

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: