Ауыл уттары
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ишле ғаиләләр, йәмғиәтебеҙ нигеҙе

Быйылғы йыл илебеҙ Президенты Владимир Путин тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Исемле йылда йәмғиәттең был категорияһына дәүләт тарафынан иғтибар ҙур.

Ишле ғаиләләр, йәмғиәтебеҙ нигеҙе
Ишле ғаиләләр, йәмғиәтебеҙ нигеҙе

Был йәһәттән республикабыҙҙа ғаиләләргә айырым иғтибар күптән бүленә. Айырыуса күп балалы ғаиләләргә.

“Беҙ матди байлыҡ, карьера, аҡса эшләү менән артыҡ мауығып киттек. Шул уҡ ваҡытта иң мөһим ҡиммәттәр – атайлыҡ һәм әсәлек бәхете хаҡында оноттоҡ. Беҙҙең юл – ныҡлы ғаиләләр, күп балалыҡ, балаларҙы изгелек, выждан, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундарына таянып тәрбиәләү», – тине республика башлығы Радий Хәбиров беренсе тапҡыр БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.

Ошо рәүешле һуңғы 5 йыл эсендә республикала демографик хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе.

Башҡортостан – Волга буйы Федераль округы төбәктәре араһында күп балалы ғаиләләр һаны буйынса лидер. Һуңғы тиҫтә йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 59 меңгә етте. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы Федералбь округы нда – беренсе, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. "Балалы 230 меңдән ашыу ғаилә төрлө льготалар менән файҙалана, ә бала тыуыу һәм тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие түләүгә быйыл 25 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек," – тине Радий Хәбиров.

Күмәк бала үҫтергән ғаиләләр – районыбыҙҙың һәм йәмғиәтебеҙҙең ныҡлы нигеҙе. Беҙҙең район биләмәһендә күп балалы ғаиләләр байтаҡ. Йылайыр ауылында йәшәүсе Такаловтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Оло ҡыҙҙары республикабыҙҙың юғары уҡыу йорто студенты һәм ул  күп балалы ғаиләләргә бирелә торған социаль степендия алып уҡый. “Дәүләт тарафынан бирелгән был ярҙам беҙҙең өсөн бик мөһим,”  – ти Такаловтарҙың ғаилә башлығы. Бындай степендияны Башҡортостан Республикаһының урта һәм юғары һөнәри белем биреүсе дәүләт учреждениеларының көндөҙгө бүлегендә уҡып йөрөгән 23 йәшкә тиклемге студенттар алырға хоҡуҡлы.

Хәҙерге заман ата-әсәләре бала табыуға яуаплы ҡарай. Дәүләт йәштәрҙең бындай ҡарашын хуплай һәм бик күп ярҙам сараларын тәҡдим итә. Һәр ғаилә бала тыуғандан алып бәлиғ булғанға тиклем ярҙамға иҫәп тота ала. Дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары балалы ғаиләләрҙең йәшәү кимәлен тәьмин итеү өсөн төрлө эш һәм ярҙам формаларын ҡуллана. Һүҙ төрлө льготалар һәм пособиелар,  шулай уҡ  хеҙмәттәр күрһәтеү һәм тауарҙар менән тәьмин итеү тураһында бара.

Йомағужа ауылында йәшәүсе Исламғоловтар ғаиләһендә 5 бала тәрбиәләнә. Уларға дәүләт программаһы буйынса күп балалы ғаиләләргә торлаҡ алыу өсөн субсидия бирелде. Был аҡсаға заманса йыһазландырылған, ҙур, күркәм йорт һатып алалар. Шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәргә ташлама, дарыуханан бушлай дарыу алыу льготалары менән дә ҡулланалар.

Муниципалитеттар кимәлендә ғаиләләргә ярҙам итеү ҙә өҫтөнлөклө бурыс булып ҡала. Район үҙәгендә йәшәүсе йәш һәм күп балалы Вәлиуллиндар йәш ғаиләләргә бирелгән субсидия алып торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Мәктәптә уҡып йөрөгән улдарына мәктәп формаһы өсөн сығымдарын ҡайтарһа, балалар баҡсаһына йөрөгән ике балаһы өсөн льготалы түләү менән ҡуллана. Тағы ла кесе балаларына “Һөт кухняһы” продукцияһын алыу мөмкинлектәре бар.  

“Хөкүмәт яғынан күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәткәндәре өсөн Хөкүмәтебеҙгә ҙур рәхмәт. Һанай китһәң, ярҙамды һәр ерҙә тоябыҙ. Ҙур, иркен бар уңайлыҡтары булған йортта йәшәйбеҙ. Балаларға өс йәш тулғансы бушлай “һөт кухняһы” менән ҡулландыҡ, мәктәптә туҡланыу өсөн түләмәйбеҙ. Мәктәп формаларының аҡсаһын ҡайтарыу ҙа ғаиләгә ҙур ярҙам,” – ти Вәлиуллиндар.

Күп балаларға тәғәйенләнгән льготалар менән Юлдыбай ауылында йәшәүсе ишле ғаилә Ҡорбанғәлиевтар ҙа ҡуллана. “Дәүләт тарафынан ишле ғаиләгә күрһәтелгән  ярҙам, ғаилә хәлен дә, үҙ-ара мөнәсәбәтте лә яҡшырта, – тип билдәләй улар. Борондан башҡорт ғаиләләрендә балалар күп булған, беҙҙ ҙә донъяның йәмен уларҙа күрәбеҙ.”  

Мөхәббәт һәм ихтирам, туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек төшөнсәләрен, бер-береңә ярҙам итеү кеүек сифаттар тәрбиәләй балаларында Ҡорбанғәлиевтар. Уларҙың ғаиләһендә милли йолалар өҫтөнлөк итә, туған телдә йәнле аралашыуға ла өҫтөнлөк бирелә. Ҡорбанғәлиевтар ғаиләһе менән мәҙәни сараларҙа ла сығыш яһарға өлгөрә. Ауылда, районда уҙғарылған конкурстарҙа ла ҡатнашырға ваҡыт таба.

“Һәр ерҙә, һәр ваҡыт яҡын кешеләреңдең яныңда булыуы, уларҙың ихтибарын тойоу, ғаилә булып йәшәүҙең төп мотивацияһы. Мөхәббәт һәм хәстәрлек менән тәрбиәләнгән бала сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Йәш ғаиләләргә шуны әйтер инем: бала табыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй, үҙең тырыш булһаң, ғаиләне матди яҡтан тәмин итеү мөмкинселеге хәҙерге заманда бик күп, тағы ла күп балалы ғаиләләргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамдары хаҡында ла оноторға ярамай. Өҫтәп шуны әйтер инем, ғаиләлә балаларҙы тәрбиәләүҙә дөрөҫ йүнәлеш алыу бик мөһим,” – ти ғаилә башлығы.  

Республикала һәр ғаиләнең льготалар, пособиелар һәм түләүҙәр исемлеген табырға, шулай уҡ ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм рәсмиләштереү өсөн ниҙәр кәрәклеген белергә мөмкинселеге бар. Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы менән берлектә ата-әсәләрҙең бөтә категориялары өсөн ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы саралары тураһында һанлы белешмә әҙерләне «Беҙгә нимә тейеш?, Ҡайҙа рәсмиләштерергә?, Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?». (түбәндә һылтанма аша үтегеҙ) Башҡортостанда бала тыуған бөтә ғаиләләр ҙә, уларҙың матди именлегенә һәм балалар һанына ҡарамаҫтан, дәүләт яғынан матди ярҙамға иҫәп тота ала. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың ҡайһы бер категориялары – күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләре өҫтәмә финанс өҫтөнлөктәргә эйә. Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә ошо белешмәгә һылтанып: "балалары булған ғаиләләргә дәүләт яғынан айырым иғтибар, бөтә кимәлдәрҙә лә айырым ярҙам кәрәк. Ғаилә йылында ла был ярҙамды көсәйтәбеҙ, тип яҙҙы. Был мәҡәләлә – Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ниндәй льготалар тейешлеге аңлашыла. Һаҡлағыҙ!"

Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы менән берлектә ата-әсәләргә дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәт менән "Башҡортостанда балалы ғаиләләргә нимә тейеш" берҙәм һанлы белешмәһен яңыртты. Төрлө дәүләт учреждениеларында QR-кодлы һәм белешмәгә һылтанма менән плакат дизайн-макеты урынлаштырылған.

Башҡортостан Республикаһында 2024 йылда балалы ғаиләләргә ярҙам саралары: https://www.bashinform.ru/longreads/longreads/2024-01-31/chto-v-bashkirii-polozheno-semyam-s-detmi-v-2024-godu-3624953 

 

Ишле ғаиләләр, йәмғиәтебеҙ нигеҙе
Ишле ғаиләләр, йәмғиәтебеҙ нигеҙе
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: