Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт пар ҡанатлы булһа ғына бәхет килтерә

Шөкөр, районыбыҙҙа оҙаҡ йылдар дауамында бергә ғүмер кисереп бер-береһенә терәк-таяныс булыусы  парҙар күп. Шундай ғаиләләр араһында көмөш, алтын туйҙарға етеүселәр йышыраҡ осраһа, гәүһәр туйҙарын билдәләүселәр ҙә юҡ түгел. Оҙон-оҙаҡ тигеҙ ғүмер итеү ул, үҙе оло бәхет!

Мөхәббәт пар ҡанатлы булһа ғына бәхет килтерә
Мөхәббәт пар ҡанатлы булһа ғына бәхет килтерә

Бына шундай бәхетле парҙарҙың береһе Хөрмәтулла Фәтхулла улы менән Мәрзиә Шөғәйеп ҡыҙы Ғәлиевтар Һултантимер ауылында ғүмер кисерә. Йәш кенә сағынан сыҙамлы ла, уңған да Хөрмәтулла Фәтхулла улы 1941 йылдың 15 мартында Яңы Яҡуп ауылында Фәтхулла һәм Кәримә Ғәлиевтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Бала сағы михнәтле, ауыр һуғыш йылдарына тура килә.

Тормош һынауҙары ул заман балаларын көслө рухлы, тырыш, һәр яҡлап уңған итеп үҫтереүе тураһында һәр кем белә. Хөрмәтулла олатай бик иртә атайһыҙ ҡала, итәк тулы бала менән тол ҡалған әсәһенә ҙур терәк була ул. Олатай Йомағужа ауылы мәктәбенең етенсе класын тамамлағас Юлдыбай профессиональ училищеһында тракторист һөнәрен үҙләштерә, уны тамамлағандан һуң Һултантимер ауылына эшкә ебәрелә. Йәш, дәртле егет тап ошо ауылда үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата.

Мәрзиә инәй 1942 йылдың 1 июлендә Баймаҡ районы Байҡара ауылында Мостафиндар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Һуғыш шауҡымы был ғаиләне лә урап үтмәй, кескәй ҡыҙҙың атаһы һуғыш яланында ятып ҡалһа, әсәһе бик иртә гүр эйәһе була. Үкһеҙ етем ҡалған ҡыҙҙы Һултантимер ауылында йәшәүсе Бикйән олатаһы үҙ ҡарамағына тәрбиәгә ала, шулай итеп ул ошо ауылда үҫә, буй еткерә.

Мәрзиә Шөғәйеп ҡыҙы менән Хөрмәтулла Фәтхулла улы бер-береһен осратып, бик оҙаҡҡа һуҙмай никахлашып та ҡуя. Йәштәр ҡулға-ҡул тотоношоп Яңы Яҡуп ауылында нигеҙ ҡора, йорт һалып дәртләнеп йәшәй башлай. Бәхетле парҙы тағы ла бәхетлерәк итеп бер-бер артлы ете бала донъяға килә. Ике тиҫтәгә яҡын районыбыҙҙың матур тәбиғәтле ерендә урынлашҡан бәләкәй ауылда йәшәй улар. Үҙҙәре совхозда эшләй, ә өлкән балалары Йомағужа мәктәбенә йөрөп уҡырға мәжбүр була, кескәйҙәрен ҡартәсәләре Кәримә инәй ҡарай.

1983 йылда Ғәлиевтар ҡабаттан Һултантимер ауылына ҡайтырға ҡарар итә. Унда ҡайтҡас та егәрле ир менән ҡатын яңынан йорт һалып нигеҙ нығыта. Ир еткән балаларын оло тормошҡа оҙата тора.

Әлеге көндә балаларының һәр береһе үҙ-аллы тормош ҡорған. Иң оло улдары Морат Учалы тарафтарында йәшәй, Айрат тыуған ауылында ғүмер итә. Яҙмыш елдәре ике улын – Илгиз һәм Иректе Хәйбулла районы Аҡъяр ауылына алып килһә, бер бөртөк ҡыҙҙары Миңлегөл алыҫ Силәбе тарафтарына алып китә. Фуат улдары атай нигеҙендә уларға терәк булып ғүмер кисерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы инәй менән олатайға бала ҡайғыһы ла күрергә тура килә. Бер улдары, ата-әсәһен ҡара ҡайғыларға һалып, бик иртә яҡты донъяларҙан китеп бара...
«Үҙебеҙ күптән атай-әсәй булып бөтһәк тә баласаҡ, йәшлек хәтирәләренә бирелеп атай-әсәй йортона ашҡынып ҡайтабыҙ. Һәр саҡ беҙҙе улар ҡорған матур донъя, күҙ яуын алып торған йылы, йәмле, бөхтә йорт, бар күңелдәрен биреп бешергән аш-һыуҙары ҡаршы ала. Улар биргән фатихалар беҙҙе ҡатмарлы тормош юлында һәр саҡ оҙатып килә», ти балалары.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ... Хөрмәтулла олатай бик күп һөнәргә эйә, гөрләтеп баҡсаһын да үҫтерә, күңелен биреп ағас эшен дә башҡара. Ә Мәрзиә  инәй барлыҡ өй эштәрен башҡарып, тәмле аш-һыу бешерә. Ул эшләгән ҡул эштәренең матурлығы күҙҙең яуын алып тора.

Бына инде күп йылдар мал-тыуарын да үрсетеп, гөрләшеп донъя көтә Ғәлиевтар. Йорт эштәрен икәү бергә кәңәшләшеп башҡаралар. Үткәндәргә байҡау яһап балаларын тәрбиәләшкән, уларҙы үҫтерешеп үҙ-аллы тормош юлына аяҡ баҫтырыуҙа ҙур өлөш индергән Хөрмәтулла олатайҙың әсәһе Кәримә Әғзәм ҡыҙын да бик йыш иҫкә ала улар. «Күмәкләшеп йыйылышҡанда беҙ һәр ваҡыт ҡартәсәйебеҙҙе йылы һүҙҙәр менән иҫкә алабыҙ. Уның ҡабатлап әйткән нәсихәттәрен иҫкә төшөрәбеҙ. Хәҙер инде үҙебеҙ ҙә ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә шуларҙы йыш ҡына ҡабатлайбыҙ. Шулай ҙа, ололарҙың аҡыл-кәңәштәренең ваҡытында бик урынлы булыуы тураһында олоғайғас ҡына аңлайһың икән, тигән фекергә киләбеҙ», тиҙәр, инде үҙҙәре күптән ҡартатай-ҡартәсәй булған Ғәлиевтарҙың балалары.
Бер-береһенә терәк таяныс булып, ярты һүҙҙән аңлап, китапҡа яҙырлыҡ тормош юлы үтеү оло бәхет. Ғәлиевтарҙың яҙған тормош китабының һәр бите шатлыҡ ҡыуаныстар, ҡайғы хәсрәт менән үрелеп бара. Тормоштоң ҡаты һынауҙарын үтеп, әсе елдәренә ҡаршы тороп бөгөнгө көндә балаларының, 18 ейән-ейәнсәренең, 6 бүлә-бүләсәрҙәренең ихтирамына төрөнөп ғүмер кисерә улар.

Ошондай ғаиләләр менән осрашҡандан һуң яныбыҙҙа ниндәй лайыҡлы, матур парҙар йәшәүенә, тормошта ғаиләнән дә мөһимерәк һәм ҡәҙерлерәк бер нәмә лә булмауына тағы бер тапҡыр инанаһың.

Оҙон ғүмерле булығыҙ, хөрмәтле юбилярҙар!

Мөхәббәт пар ҡанатлы булһа ғына бәхет килтерә
Мөхәббәт пар ҡанатлы булһа ғына бәхет килтерә
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: