Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә – ил күрке
12 Сентябрь 2024, 14:15

Ҡулдар – ҡулда, күҙҙәр – күҙҙә, кәрәк түгел артыҡ һүҙ ҙә!

Ауыл – кешеләре менән матур, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ауыл тормошон, конитмешен һайлаған тырыш ғаиләләр айырым иғтибарға лайыҡ. Һултантимер ауылында йәшәгән һоҡланғыс пар – Әфләтуновтар иғтибарға, ихтирамға лайыҡ парҙарҙың береһе.

Ҡулдар – ҡулда, күҙҙәр – күҙҙә, кәрәк түгел артыҡ һүҙ ҙә!
Ҡулдар – ҡулда, күҙҙәр – күҙҙә, кәрәк түгел артыҡ һүҙ ҙә!

Улар ауылдаштары ихтирамына төрөнөп, тыныс тормош менән йәшәй. Йәштәр – өлгө алырлыҡ, ололар һоҡланырлыҡ ғаилә ҡороп, татыу-татлы ғүмер кисерә Әфләтуновтар. Ә ошо көндәрҙә улар алтын туйҙарын билдәләне!

Мәҙинә һәм Миңлеғәле Әфләтуновтар 9 ейәнгә һәм 2 ейәнсәргә яратҡан ҡартатай һәм өләсәй. Каникулдарҙа һәм оҙайлы ял көндәрендә уларҙың ҙур йорто һәм ишек алды гөрләп тора. Кейәүҙәре һәм ейәндәре Миңлеғәле ағайҙың төп терәге, таянысы. Яҙын тулыр-тулмаҫ ике сәғәт эсендә картуф ултыртышып ҡайталар ҙа, көҙөн килеп ҡаҙып бирәләр. Миңлеғәле ағай ҡыҙҙарын 13-14 йәштәренән бесән сабырға өйрәткән кеүек, ейәндәрен дә салғы тоторға өйрәтте. Хәҙер, атайҙары менән ярышып, туғайҙы 2-3 көн эсендә сабып та һалалар.

Миңлеғәле ағай менән Мәҙинә апай йыл һайын Рамазан айында бергә ураҙа тоталар.  Күрше-күләндәре, ауылдаштары менән ифтар ашына йөрөшәләр. Зөлхизә айында йыл һайын кейәүҙәр менән ҡорбан салалар һәм күрше-күләнде, ауылдан ситтәге туғандарын ҡорбан ашына йыялар. Шулай итеп, туғандар менән аралашып, балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә ҡыуанып йәшәйҙәр. Ә шәшәү өсөн бөтә шарттары бар: өйгә газ үткән, йылы. Уҙған йыл кейәүҙәре йортҡа һыу индереп, канализация үткәреп биргәс, ҡарттарҙың тормошо тағы ла еңеләйеп китте.

– Рәхәтләнеп йәшә лә, йәшә, әйҙә. Тик һаулыҡ ҡына булһын да, илебеҙ – имен, тормошобоҙ – тыныс, балалар, туғандар һәм халҡыбыҙ имен-һау һәм бәхетле булһын, – тигән теләктәр менән һәр яңы көндө ҡаршылай Әфләтуновтар.

Әйткәндәй, Мәҙинә апай ҙа, Миңлеғәле ағай ҙа уҡырға ярата. Гәзит- журналға даими яҙылып торалар. Уларҙың өйҙәрендә әҙәби китаптар ҙа, дини китаптар ҙа байтаҡ.

Әфләтуновтарға бәхетле ҡартлыҡ, яҡты көндәр, балалар бәхете теләп ҡалабыҙ! Ғаилә байрамығыҙ – алтын туйығыҙ мөбәрәк булһын!

(Әфләтуновтар тураһында тулы мәҡәләне "Ауыл уттары" гәзитенең 37-се һанында уҡығыҙ.)

Автор: Гульгина Тагирова
Читайте нас