Милли проекттарҙы бойомға ашырыу Башҡортостанға нимә бирәсәк?
“Милли проекттар” төшөнсәһе бөгөн бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш. Уларҙың ҡайһылары беҙҙә алдағы алты йылда тормошҡа ашырылысаҡ һәм улар буйынса республика күпме финанс ярҙамы аласаҡ. Түбәндәге мәҡәләлә тап ошо хаҡта.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән 2024 йылға тиклем дәүләт үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик мәсьәләләре билдәләнде, төп йүнәлештәр буйынса 12 милли проектҡа башланғыс бирелде. Уларҙың дөйөм маҡсаты – илдәге социаль һәм иҡтисади хәлде яҡшыртыу, рәсәйлеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү. Күләмле пландарҙы ысынбарлыҡ итеү өсөн дәүләт рекордлы сумма – 28 триллион һум аҡса бүлә. Владимир Путин билдәләүенсә, һәр ҡала-ауылдың халҡы был үҙгәрештәрҙе отчеттарҙа ғына түгел, ә реаль күрергә тейеш.
Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бөтәһе 175,1 миллиард һум йүнәлтелә. Был аҡсаны нимәгә тотонорҙар һәм республикала йәшәүселәр милли проекттарҙан нимә алыр?
Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, кескәйҙәр!
Иң мөһим милли проекттарҙың береһе – “Демография”. Статистика мәғлүмәттәре әллә ни ҡыуандырырлыҡ түгел: 2016 йылдан илдә тыуым кәмей. Халыҡ һанын һаҡлап ҡалыу – стратегик бурыс һәм уны үтәмәй тороп үҫеш юлына баҫыу мөмкин түгел. Башҡортостанда оло быуын кешеләренең йәшәү сифатын яҡшыртыуға, тыуымды күтәреүгә һәм сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусылар һанын арттырыуға 34,4 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Был аҡса иҫәбенә матди ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙә тыуған беренсе балаға ай һайын 10 мең һум пособие түләү (яҡынса алты мең ғаилә өсөн), күп балалы ғаиләләргә 6 процентлы льготалы ипотека биреү, мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә ике меңдән ашыу ЭКО процедураһы башҡарыу, быйыл ғына республика ҡала-райондарында 19 балалар баҡсаһы төҙөү мөмкин буласаҡ.
– Мәктәпкәсә учрежде-ниеның уртаса хаҡы 100 – 150 миллион тәшкил итә. Беҙ Владимир Путин билдәләгән күрһәткестәргә таянып эшләйбеҙ: 2024 йылға тиклем өс йәшкә тиклемге кескәйҙәр өсөн балалар баҡсаларында сираттар бөтөрөлөргә тейеш. Шуның өсөн был аҡса беренсе сиратта кескәй төркөмдәр ойоштороуға йүнәлтеләсәк, – ти БР-ҙың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.
Әлеге ваҡытта республикала йәш ярымдан алып өс йәшкәсә 5400 сабый балалар баҡсаһына урын алыуға сиратта тора.
Милли проекттар сиктәрендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 16,4 миллиард һум бүленә. Был аҡса беренсел медицина ярҙамын күрһәтеү системаһын тергеҙеүгә йүнәлтелгән мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә (шул иҫәптән ауыл ерендә), юғары квалификациялы яңы кадрҙарҙы йәлеп итеүгә, халыҡты киң масштаблы профилактикалауға, онкологик ауырыуҙар менән көрәшеүгә, балалар дауаханаларын һәм поликлиникаларҙы яңыртыуға тотоноласаҡ.
Быйыл 18 балалар поликлиникаһына һәм балалар поликлиника бүлексәләренә ремонт үткәрелә. Дүртөйлө һәм Туймазы ҡалаларында ике яңы балалар поликлиникаһы сафҡа индерелә.
Башҡортостанда 22 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә йәки ремонтлана, 27 күсмә медицина комплексы һатып алына. Ошо маҡсаттарға 625 миллион һум ҡаралған.
Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә 216 миллион тотонола. 2018 йылдың аҙағында Башҡортостанда 1150 табип һәм 973 урта медицина персоналы белгесе етешмәй ине. 2019 йылдың беренсе кварталында, күрелгән саралар ярҙамында, Башҡортостанда табиптар — 185-кә, ә урта профилле белемгә эйә медицина хеҙмәткәрҙәре 216 кешегә артты. Ләкин мәсьәләне аҙағынаса хәл итергә кәрәк.
Милли проект ярҙамында киң таралған замана сирҙәренә ҡаршы уңышлы көрәштә мөһим аҙымдар эшләргә мөмкинлек буласаҡ. Дөйөм сумманың ете миллиард һумдан ашы-уын йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә тотоноу күҙаллана. Өфөлә онкология диспансерының яңы хирургия корпусы сафҡа индерелә. Башҡортостандың баш ҡалаһында, шулай уҡ Күмертауҙа, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Октябрьскиҙа, Салауатта, Белорет, Бөрө һәм Дыуан райондарында амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре барлыҡҡа килә. Был республика райондарында йәшәүселәргә тейешле медицина ярҙамын алыу өсөн Өфөгә барырға кәрәкмәй тигәнде аңлата. Һөҙөмтәлә 2024 йылғаса йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан вафат булыусылар һанын 100 мең кешегә 400 осраҡҡа, онкологик ауырыуҙарҙан – 100 мең халыҡҡа 170 осраҡҡа тиклем кәметергә тигән бурыс ҡуйыла.
Төбәк ҡан-тамырҙары үҙәктәре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, ангиографик ҡоролмалар һаны ла артасаҡ. Был инфаркт һәм инсульт кисереүселәрҙе аяҡҡа баҫтырырға ныҡлы нигеҙ буласаҡ. Әле 2000-се йылдарҙың башында инсульт кисереүселәрҙең 90 проценты тиерлек яҡты донъя менән хушлашһа, хәҙер иһә үлем осраҡтары 10 – 20 процентҡа тиклем кәмегән. Пациенттарҙың өстән ике өлөшө дауахананан үҙ аяғында атлап сыға.
Беренсе түгел, ә бер сменалы мәктәптә уҡыясаҡтар!
“Мәғариф” милли проекты буйынса Башҡортостанға 17,5 миллиард һум бүленәсәк, был аҡса тәү сиратта яңы мәктәптәр төҙөүгә тотоноласаҡ.
2024 йылғаса мәктәптәрҙә икенсе сменаны бөтөрөү бурысы ҡуйылған. Был проблема айырыуса Өфөлә киҫкен тора икән. Башҡалала һәм Өфө районында барлығы 6 белем биреү учреждениеһы төҙөләсәк, ә республикала киләһе ике йылда 21 яңы мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ тип күҙаллана. Ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан 198 мәктәптең матди-техник базаһы яңыртыласаҡ.
Сер түгел, һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт усаҡтары әллә ни төҙөлмәне, йәнәһе лә унан мөһимерәк объекттар ҙа бар. Тимәк, “Мәҙәниәт” милли проекты бу-йынса бүленгән 6,3 миллиард һум аҡса төпкөл ауылдарҙа берҙән бер мәҙәниәт үҙәктәре һаналған клубтарҙы тергеҙеү өсөн ҙур ярҙам.
2024 йылға тиклем республикала ауыл ерендә бер мәҙәниәт һәм ял үҙәге капиталь ремонтланасаҡ, 26 яңыһы төҙөләсәк. Был маҡсатҡа 2,1 миллиард һум аҡса бүленгән. Бынан тыш, үҙ мәҙәни коллективтары булмаған тораҡ пункттар өсөн 10 күсмә күп функциялы мәҙәниәт үҙәге (автоклуб) алынасаҡ, моделле китапханалар асыласаҡ.
Һәүәҫкәр ижади төркөмдәргә грант ярҙамы күләме артасаҡ.
Бизнес – бәләкәй, ә бына мөмкинселектәре – ҙур!
Дөйөм етештереү күләмендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың өлөшөн арттырыу, эшҡыуарҙар һанын ишәйтеү – стратегик бурыстар иҫәбендә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе граждандар һаны Рәсәйҙә 2024 йылға бөгөнгө 19 миллион кешенән 25 миллионғаса, йәғни 1,3 тапҡырға, артырға тейеш.
Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә 4,8 миллиард һум бүленәсәк. Яңыраҡ Өфө ҡалаһында Тыныслыҡ урамы 14-се йорт адресы буйынса “Минең бизнесым” тип аталған эшҡыуарҙар үҙәге асылды. Бында теләге булған һәр кем күп функциялы үҙәктең хеҙмәттәре менән ҡуллана ала, үҙенең эшен уңышлы алып барыу өсөн консультация һәм мәғлүмәти ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Ғөмүмән, йүнселлекте үҫтереүҙең һәм уға ярҙам итеүҙең барлыҡ институттары тупланған.Шулай уҡ, быйылғы пландарға ярашлы, Нефтекама ҡалаһында ла “Минең бизнесым” үҙәген асыу күҙаллана. Тәүге технопорттар эшләй башлаясаҡ: ваҡ партиялап етештереүҙең бәләкәй майҙансыҡтары. Өфөлә “Эшҡыуар йорто”н булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Ул үҙ эсенә йәштәрҙең инновациялы ижады, инжиниринг, коллектив ҡулланыу һәм социаль эшҡыуарлыҡ үҙәктәрен аласаҡ тигән ниәт бар. Һөҙөмтәлә йыл аҙағына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармағында мәшғүлдәрҙең һаны 415 меңгә етергә тейеш.
Был – бигерәк тә ҙур капитал һалыуы талап иткән йүнәлештәрҙең береһе. Алдағы алты йылда юл төҙөүгә һәм ремонтлауға 35 миллиард һум самаһы аҡса тотоноу ҡаралған. Быйыл норматив талаптарға ярашлы юлдарҙың дөйөм оҙонлоғон 7,5 мең километрға еткерергә тигән маҡсат бар. Авария хәлендәге 17 сығанаҡты бөтөрөү, ҡағиҙә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы фото-видеотеркәү өсөн 430-ҙан ашыу стационар камера ҡуйыу эше алып барыла.
“Милли проекттар – бөтә илде алға ебәреү мөмкинлеге”
Республикала тормошҡа ашырылған бүтән милли проекттар тураһында алдағы һандарыбыҙҙа ла яҙырбыҙ әле. Был йәһәттән өҫтөнлөклө мәғлүмәти майҙан булып “Рәсәй киләсәге. Милли проекттар” (“Будущее России. Национальные проекты”) интернет-ресурсы тора. Уның операторы – илдең иң билдәле һәм күптәнге мәғлүмәт агентлыҡтарының береһе – ИТАР-ТАСС. Шулай уҡ барлыҡ мөһим мәғлүмәт республика Хөкүмәтенең рәсми сайтында, “Проект офисы” бүлегендә, министрлыҡтар һәм ведомстволар сайттарында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә #национальныепроекты, #нацпроекты, #региональныепроекты, #регпроекты, #нацпроектыБашкортостан хештегтары менән урынлаштырыла.
– Дәүләт программалары – яҡшы мөмкинлек, әммә улар үрҙә телгә алғандарҙы эшләй алмай, һөҙөмтәне аныҡ финанс саралары менән бәйләп, аныҡ башҡарыусыға тиклем еткермәй. Шуға ла алдынғы, юл ярғыс йүнәлештәр өсөн милли проекттар кеүек айырым идара итеү, контроль һәм мониторинг алымын булдырыу зарур ине. Улар башҡа дәүләт программаларын инҡар итмәй, ә, киреһенсә, тулыландыра, иғтибарҙы тейешле һөҙөмтәләргә йүнәлтә.
Дөйөм алғанда, шуны билдәләп үткем килә: 204-се Указдың һәм милли проекттарҙың маҡсаттары глобаль ҡоласлы, программа-ара һәм проект-ара бик тә тығыҙ бәйләнешле. Мәҫәлән, ярлылыҡ кимәлен түбәнәйтмәй һәм иҡтисади үҫеште булдырмай тороп, бер нисек тә килемде күтәреп булмай. Шуға күрә барлыҡ проекттарҙың да тормошҡа ашырылыуы синхрон рәүештә һәм тулы ҡеүәттә алып барылырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ ғүмер оҙонлоғон, тыуым кимәлен арттыра, кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшырта, граждандарҙы лайыҡлы эш урындары менән тәьмин итә аласаҡбыҙ.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләп үтеүенсә, милли проекттар – “алға аҙым яһау өсөн тап ошо мөмкинлектәр ул, бөтә илде алға ебәреү мөмкинлеге”, – ти Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, проект эшмәкәрлеге үҫеше өсөн яуаплы Илшат Тажетдинов.