Ғаилә ҡиммәттәре, күп бала тәрбиәләү, әүҙем ҡартлыҡ – демографияны яҡшыртыуҙа дәүләтебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре.
Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округында күп балалы ғаиләләр һаны буйынса алдынғы урынды биләй. Улар республикала 50 меңдән ашыу, ишле ғаиләләрҙә бөтәһе 160 мең бала тәрбиәләнә. Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙамға йыл һайын республика бюджетынан миллиард һумдан ашыу сумма бүленә. Был йәһәттән быйылдан өсөнсө һәм артабанғы бала тыуғанда федераль үҙәктән бүленгән (балаға өс йәш тулғансы түләнгән) 752 млн һум аҡса күп кенә ғаиләләрҙең матди хәлен яҡшырта. Ә бына тәүге сабыйҙарын ҡулына алған йәш ғаиләләр өсөн тағы ла 2,6 млрд һум бүлеү ҡаралған.
Балалар баҡсаларындағы сираттарҙы бөтөрөү өсөн Башҡортостан 1,4 млрд федераль субсидия аласаҡ. Был аҡсаға 1 400 урынлыҡ заманса ете мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөргә мөмкин.