Ауыл уттары
0 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
22 Июль 2019, 11:31

Милли проекттар – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙамға

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын хуплау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеүҙең күп кенә алымдары тормошҡа ашыраласҡ.

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын хуплау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеүҙең күп кенә алымдары тормошҡа ашыраласҡ.
Быйыл бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн 785 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк, уның 72,3 миллион һумы – экспортҡа булышлыҡ итеүгә.
Шулай уҡ, быйылғы пландарға ярашлы, Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында “Минең бизнесым” үҙәктәрен асыу күҙаллана. Унда йүнселлекте үҫтереүҙең һәм уға ярҙам итеүҙең барлыҡ институттары тупланасаҡ. Тәүге технопорттар эшләй башлаясаҡ: ваҡ партиялап етештереүҙең бәләкәй майҙан¬сыҡтары. Өфөлә “Эшҡыуар йорто”н булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Ул үҙ эсенә йәштәрҙең инновациялы ижады, инжиниринг, коллектив ҡулланыу һәм социаль эшҡы¬уарлыҡ үҙәктәрен аласаҡ тигән ниәт бар. Һөҙөмтәлә йыл аҙағына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармағында мәшғүлдәрҙең һаны 415 меңгә етергә тейеш.
Читайте нас: