Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
12 Ноябрь 2019, 11:45

Башҡортостанда милли проекттар сиктәрендә эштәр дауам итә

Аҙаҡҡы ваҡытта Башҡортостан Республикаһында "Мәғариф" милли проекты иғтибар үҙәгендә. Уның сиктәрендә, алдағы биш йыл эсендә 50 балалар баҡсаһы, 60 мәктәп төҙөү һәм реконструкциялау күҙаллана. Был, беренсенән, икенсе смена проблемаһын хәл итергә ярҙам итһә, икенсенән, уҡыу шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.

Аҙаҡҡы ваҡытта Башҡортостан Республикаһында "Мәғариф" милли проекты иғтибар үҙәгендә. Уның сиктәрендә, алдағы биш йыл эсендә 50 балалар баҡсаһы, 60 мәктәп төҙөү һәм реконструкциялау күҙаллана. Был, беренсенән, икенсе смена проблемаһын хәл итһә, икенсенән, уҡыу шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
Республиканың район-ҡалаларында 12 полилингваль мәктәп асыу күҙаллана. Өфөлә ошондай ике мәктәп эшләй башланы ла инде. Унда уҡытыу рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә алып барыла. Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатында мәғариф үҙәктәре, балалар технопарктары һәм кванториумдар асыу ҙа планға индерелгән.
Мәғариф өлкәһендә яңы технологиялар һәм уҡытыу алымдарын үҙләштереүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Шундай сараларҙың береһе - өсөнсө Өфө халыҡ-ара мәғариф форумы. Әһәмиәтле форумда кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү системаһы, өҫтәмә һәм бизнес-белем биреү мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин булды. Халыҡ-ара салондың программаһында мәғариф системаһының бөтә йүнәлештәре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған ине.
Читайте нас: