Башҡортостандың алты районы тәүгә күсмә фельдшер-акушер пункттары алды. Был Рәсәй Федерацияһы Президенты В.Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарына күсмә ФАП бирелде. Тиҙҙән ул райондың төпкөл ауылдарында халыҡты ҡабул итә башлаясаҡ.
Милли проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса республикала йыл аҙағынаса тағы ла 15 күсмә ФАП алынырға тейеш.
Был пункттар ПАЗ автобусы базаһында урынлашҡан. Унда ЭКГ аппараты, портатив кардиомаркер экспресс анализаторы, дефибриллятор мониторы, гинекология креслоһы, анализ алыу кеүек барлыҡ ҡорамалдар ҡуйылған.
Район дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта ПАЗ автобусын теркәү, ундағы бөтә кәрәкле ҡорамалдарҙы ҡуйыу, яйлау эштәре бара.