Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
15 Ноябрь 2019, 11:00

Милли проекттар йәшәйеште яҡшыртыуға булышлыҡ итә

Республика 21 дәүләт программаһы, 7 федераль маҡсатлы программа һәм федераль адреслы инвестиция программаһында ҡатнаша.

Республика 21 дәүләт программаһы, 7 федераль маҡсатлы программа һәм федераль адреслы инвестиция программаһында ҡатнаша. Башҡортостандан 119 ғариза тапшырылған. Улар буйынса 25 ярым миллиард һум аҡса бүлеү хупланған. Федераль ярҙамдың төп өлөшө милли проекттар өсөн бүленә. Бынан тыш дәүләт программаларына ла етди финанслау йүнәлтелә. Федераль адреслы инвестиция программаһына Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусына төкөтмә төҙөү проекты индерелгән. Башҡортостан башлығы республикаға аҡса йәлеп итеү эшен Дәүләт Думаһы депутаттары һәм сенаторҙарға йөкмәтеүе һөҙөмтәһендә бюджет заякалары артҡан. 10 ай эсендә уларҙың күләме 4 миллиардтан ашҡан.
2019 йылда Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан 68 миллиард һум аҡса ала. Был турала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, иҡтисад һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.
Читайте нас: