Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
16 Ноябрь 2019, 11:30

2020 йылда төбәктәрҙә милли проекттарҙы финанслау 10 процентҡа арттырыла

Милли проекттарҙы финанслау 2020 йылда 275 млрд һум тәшкил итәсәк.

Милли проекттарҙы финанслау 2020 йылда 275 млрд һум тәшкил итәсәк. Бының хаҡта вәкәләтле вәкилдең урынбаҫары Алексей Кузьмицкий РФ Президентының стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Советы Президиумы янындағы ведомство-ара эш төркемө ултырышы һөҙөмтәләре буйынса белдерҙе. Ултырыш 2019 йылдың 12 ноябрендә Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Андрей Белоусов рәйеслеге аҫтында үтте.
«Милли проекттарҙы финанслау киләһе йылда 275 млрд һум тәшкил итәсәк. Был, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 10 процентҡа күберәк. Шуныһы мөһим, был средстволарҙы ваҡытында һәм эффектлы тотоноуҙы тәьмин итергә кәрәк», – тине Алексей Кузьмицкий.
Бынан башҡа, быйыл, ассигнацияларҙың күп өлөшө, 132 млрд һумға яҡыны, “Һаулыҡ һаҡлау», «Мәғариф», «Демография» һәм «Мәҙәниәт» милли проекттарына бүленгән. «Киләһе йылда ла шул уҡ тенденция һаҡланасаҡ. Социаль өлкәгә ҡағылған милли проекттарҙы финанслау 144 млрд һум тәшкил итәсәк», - тип билдәләне ул.
“Милли проекттарҙы үтәү һәм уларҙың үтәлешен контролләү – барлыҡ дәрәжә власть өсөн дә мөһим мәсьәлә, шуға ла финанс яҡтан тәьмин итеүҙең планлы һәм фактик күләмен, бюджет һәм бюджет булмаған финанслау сығанаҡтарының сығымдарын анализлауҙы, милли проекттарҙың үтәлеше барышын күрһәткән күҙәтеү мәғлүмәт системаһын булдырыу мөһим. Ул ведомство-ара хеҙмәттәшлек режимында маҡсатлы күрһәткестәргә ирешеүҙе контролдә тоторға, шул мәғлүмәт нигеҙендә ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк”, – тип белдерҙе Алексей Кузьмицкий.
Читайте нас: