Республика предприятиелары һәм ойошмаларының пенсия йәшенә етеп килгән хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға субсидия алыу мөмкинлеге бар. Был эш “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Республикабыҙҙа социаль мәсьәлә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала, шул иҫәптән өлкән быуын вәкилдәренең тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға, уларҙы заманға яраҡлаштырыуға, белемен камиллаштырыуға, буш ваҡыттарын файҙалы үткәртеүгә һ.б. ҙур иғтибар бүленә. Был хаҡта күптән түгел Өфөлә үткән Рәсәй пенсионерҙарының VI спартакиадаһындағы сығышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та белдерҙе. Уның күрһәтмәләре буйынса, хаҡлы ялдағыларҙы төрлө яҡлап хәстәрләү дәүләттең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып ҡаласаҡ.
Билдәле булыуынса, пенсия йәшенә етеп килгәндәрҙе уҡытыу тап “Демография” милли проектына ярашлы быйыл башланды. Артабан йыл да хаҡлы ялға сығасаҡ, әле эшләп йөрөгән 1,5 мең кеше өҫтәмә белем аласаҡ. Милли проект тормошҡа ашырылған осорҙа дөйөм күрһәткес туғыҙ мең самаһына етергә тейеш.
Бындай уҡытыу өсөн төбәктә йыл да 108,8 миллион һум бүленәсәк. Сумманың 103,4 миллион һумы – федераль бюджеттан, 5,4 миллион һум – республика ҡаҙнаһынан.
Өҫтөнлөклөләр исемлегендә төрлө тармаҡҡа ҡағылған йөҙ самаһы һөнәр бар. Улар араһында – ашнаҡсы, кондитер, кондуктор, диспетчер, кассир, ландшафт дизайнеры, машинист, йәшелсәсе, токарь, электрогазосварщик һ.б. Уҡыу ваҡыты – уртаса өс ай. Белем алған һәр кем өсөн 68,5 мең һум сығым ҡаралған.