Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
20 Ноябрь 2019, 10:30

Милли проект сиктәрендә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Республика кардиоүҙәгенә, бер миллион һумдан ашыулыҡ яңы ҡорамалдар алынды.Республика халҡы сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән саралар араһында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәшкә айырыуса иғтибар бүленә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһында эш башлағандың тәүге көндәрендә үк медицина тармағының хеҙмәтләндереү кимәлен баһалап, етешһеҙлектәрҙе яйға һалыуҙы көн үҙәгендә торған төп проблемаларҙан башлау бурысын ҡуйҙы.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Республика кардиоүҙәгенә, бер миллион һумдан ашыулыҡ яңы ҡорамалдар алынды.
Республика халҡы сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән саралар араһында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәшкә айырыуса иғтибар бүленә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһында эш башлағандың тәүге көндәрендә үк медицина тармағының хеҙмәтләндереү кимәлен баһалап, етешһеҙлектәрҙе яйға һалыуҙы көн үҙәгендә торған төп проблемаларҙан башлау бурысын ҡуйҙы.
Әлеге кардиоинтервалография, ЭКГ, артериаль ҡан баҫымын мониторинглауҙың комбинацияланған системаһы аппараттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы алынды.
Республика кардиоүҙәге баш табибы вазифаһын башҡарыусы Евгений Ермолаев белдереүенсә, “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк программаһы 2019 – 2024 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ.
Етәксе белдереүенсә, әле алынған ике аппарат ярҙамында ай һайын 200 тирәһе пациент тикшеренеү үтә һәм квалификациялы ярҙам аласаҡ.
Читайте нас: