Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
22 Ноябрь 2019, 10:50

Милли проект: 2020 йылда ҡайһы юлдарҙы ремонтлау планлаштырыла икән?

Киләһе йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты программаларын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда 6,1 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Быйыл был маҡсатта федераль бюджеттан 5 миллирд һум бүленгәйне. Был турала 15 ноябрь көндө республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов программаны тормошҡа ашырыуҙың йомғаҡтарына арналған йәмәғәтселек тикшереүендә хәбәр итте.

Аҡса башлыса эре проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә: Өфөнөң транспорт юлдарын үҫтереү – был ҡалаға көньяҡтан инеү һәм Ағиҙел аша күпер төҙөүҙе дауам итеү.
“Киләһе йылға беҙ Пугачев урамын төҙөкләндереү проектын тамамлайбыҙ һәм Салауат Юлаев проспекты менән Пугачев урамы киҫелешендәге юл үткәргесте төҙөкләндереүҙе башлайбыҙ”, – тине ул.
2020 йылда Ағиҙел йылғаһы аша Интернациональ урамы киҫелешендә яңы күпер төҙөй башлау планлаштырыла. Ул юлдарҙы М-5 һәм М-7 федераль трассаһынан килгән транзит транспорттан бушатасаҡ һәм Черниковка биҫтәһендә йәшәгәндәргә Ағиҙел аръяғы төбәктәренә сығыуҙы еңеләйтәсәк. Шаҡша һәм Затон күперҙәре капиталь ремонтҡа ябыласаҡ.
Шулай уҡ киләһе йылда Стәрлетамаҡта ла Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙе реконструкциялау башланасаҡ.
“Башҡортостанда бөгөнгә ҡарата эҫе асфальт-бетон һалыу эштәре тамамланды. 20 объектта барьер сикләүҙәре ҡуйыла, терморазметка буяйҙар, юл билдәләре ҡуялар һәм биләмәләрҙе тәртипкә килтерәләр. Был эштәр 30 ноябрҙә тамамланасаҡ”, – тине Тимур Мөхәмәтйәнов.
Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты буйынса 388 километр юл ремонтланды, барлығы 1200 километр юлда юл япмаһы яңыртылды. Стәрлетамаҡ агломерацияһы юлдарында эш дауам итә, унда быйыл федераль бюджет аҡсаларына 50 километр юл ремонтланды.
Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, былтырғы менән сағыштырғанда юлдағы үлем һаны 18,8 процентҡа кәмене. Уның һүҙҙәре буйынса, был Рәсәйҙәге иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе, тик артабан эшләйһе урындар ҙа күп.
“Авариялар һанын кәметеүҙең төп элементы – юл япмаһын модернизациялау, разметкалар һыҙыу. Быйыл төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге бар юлдар ҙа һыҙылды. Киләһе йылда төп көс фото һәм видеотеркәү камераларын арттырыуға йүнәлтеләсәк. Быйылдан федераль юлдарҙа 59 камера эшләй башлаясаҡ, 62 аппарат Өфөлә ҡуйыласаҡ. Дөйөм алғанда республика буйынса 2020 йылдың 1 майына тиклем юлдарҙа 1000 камера ҡуйылырға тейеш”, – тине комитет рәйесе.
Фото: bash.news