Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
24 Ноябрь 2019, 10:50

“Үҫеш нөктәһе” беҙгә оҡшай, – ти Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Башҡортостан мәктәптәрендә бихисап “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре асылды.

Йылайыр районында бер юлы ике белем усағында – Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы һәм Юлдыбай урта мәктәбендә ошондай үҙәктәр эш башланы. Был белем биреү усаҡтарында “Үҫеш нөктәһе” өсөн махсус кабинеттар тейешенсә йыһазландырылған. Кластарҙа ноутбуктар, интерактив уҡытыу ҡорамалдары ҡуйылған. Уҡыусыларға бигерәк тә 3D-принтер ярҙамында төрлө әйберҙәр эшләү оҡшай.
Шулай уҡ проект сиктәрендә мәктәптәргә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресе ваҡытында ҡулланыу өсөн беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтеү ҡулайламалары ҡайтарылған, технология дәресе өсөн төрлө ҡорамалдар һатып алынған.
Был аҙнала Ш,Бабич исемендәге башҡорт гимназияһындағы “Үҫеш нөктәһе”ндә район башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин һәм Йылайыр урмансылығы етәксеһе Ислам Нуретдин улы Игебаев булып китте.
Кабинеттарҙы ҡарап, улар, “Мәғариф” милли проектының ауыл мәктәптәрендә уҡыған балаларға өҫтәмә белем алыу өсөн яҡшы матди база биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
“Бындай үҫеш нөктәләре асылыуы беҙҙең уҡыусыларҙың белем алыуына ла ыңғай һөҙөмтә бирәсәк һәм уҡыусы балаларға тәғәйенләнгән өҫтәмә белем биреү даирәһен дә киңәйтәсәк, – тине Илгиз Лирман улы.
“Үҫеш нөктәһе” буйлап экскурсиянан һуң, ҡунаҡтар ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса фекер алышты һәм киләсәккә хеҙмәттәшлек пландарын төҙөнө.
Читайте нас: