Бөгөн Һөт кухнялары Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала эшләй. Йыл аҙағынаса Белоретта асыласаҡ. Киләһе йылдың беренсе кварталында Сибайҙа ла буласаҡ.
Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡалаһында ла Һөт кухняһы асылды. Ул бер нисә төбәктәге меңләп өс йәшкә тиклемге баланы бушлай һөт ризыҡтары менән тәьмин итәсәк.
БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдереүенсә, Һөт кеухняһы заманса технологияларҙан тора, продукция сифатлы һәм хәүефһеҙ.
Әлегә ассортимент дүрт төрҙән тора: һөт, кефир, эремсек, йогурт. Әммә яҡын арала 12 төр продукция буласаҡ.
БР етәкселеге Һөт кухняларын булдырыуға етди ҡарай. Маҡсат – аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы кәрәкле ризыҡ менән тәьмин итеү. Беҙҙә 26 меңдән ашыу бала бындай ярҙамды алырға хоҡуҡлы.
2020 йылда льготалы категорияға ингән һәр бала бушлай һөт ризыҡтары (киптерелгән һөт, бутҡалар, эремсек, йогурт һ.б.) менән тәьмин ителәсәк.