Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
28 Ноябрь 2019, 11:00

“Сәләмәтлек сәғәте”ндә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Сәләмәтлек сәғәте”н был аҙнала Республика ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгендә үткәрҙе.

Ултырыш һаулыҡ һаҡлау буйынса граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәргә анализ яһауҙан башланды. Аҙаҡҡы айҙа уларҙың һаны дүрт тапҡырға тиерлек кәмегән. Төп проблемаларҙың береһе – дауаханаларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү. Әлеге ваҡытта "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте табиптар менән - 54,5, фельдшерҙар менән 80 процентҡа тулыланған. Һөйөнөслө яңылыҡтар ҙа бар. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, санитар транспорт базаһы яңырған, барлығы 565 автомобиль иҫәпләнә. Яңыртыу процесын тамамлау өсөн йәнә 180 машина алаһы бар, 54 автомобилгә федераль һәм төбәк бюджетынан аҡса бүленгән. Автопаркты тейешле кимәлдә тотоу өсөн йыл һайын 15-20 машина һатып алырға тура киләсәк.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, бөтә бригадалар ҙа планшеттар менән тәьмин ителгән. Был үҙ тәңгәлендә онлайн режимында пациент тураһында мәғлүмәт алырға, ауырыуҙы маршрутлау планын билдәләргә ярҙам итәсәк. Киләсәктә диспетчер хеҙмәте тулыһынса үҙәкләштереләсәк.
– Техниканы яңыртыу, лайыҡлы эш хаҡы, уңайлы хеҙмәт шарттары – быларҙың барыһы ла яҡшы, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әммә табиптарға йәмғиәттең һәм дәүләттең хөрмәтен яулау тағы ла мөһимерәк. Үҙенең эшен намыҫ менән башҡарғандарға йылы һүҙҙе һәм наградаларҙы йәлләмәҫкә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: