Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
29 Ноябрь 2019, 10:55

Милли проект: торлаҡ күберәк төҙөлә

Үткән ун айҙа Башҡортостанда дөйөм майҙаны 1 миллион 725 мең квадрат метр булған 21,4 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған.

Шулай итеп, үҫеш, былтырғы менән сағыштырғанда, 6,5 процентҡа артҡан. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
Торлаҡтың өстән ике өлөшөн – 1 миллион 167,3 мең квадрат метрҙы – шәхси төҙөүселәр төҙөгән. Предприятие-ойошмаларҙың баҙарҙағы өлөшө – 557,8 мең квадрат метр. Әйткәндәй, ошо ике күрһәткес тә былтырғы кимәлдән юғарыраҡ.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 2019 йылда 2,3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура комитеты ошо тиҙлекте киләһе йылда ла һаҡлап ҡалмаҡсы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был эштәр ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа атҡарылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Читайте нас: