Был проектта республикалағы 63 муниципаль берәмек тә ҡатнаша. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, парктарҙы, скверҙарҙы, яр буйҙарын ипкә килтереү өсөн 1,52 миллиард һум, шул иҫәптән 1,4 миллиарды – федераль бюджеттан, 28,9 миллион һумы – Башҡортостан Республикаһы бюджетынан, 76 миллион һумы урындағы бюджет иҫәбенән йүнәлтеләсәк.