Беҙҙең республикала 354 ҙур һәм уртаса предприятие бар, уларҙың 290-ы сеймал тармаҡтарына ҡарай, һәр береһенең йыллыҡ тауар әйләнеше 800 миллион һумдан 30 миллиард һумға саҡлы тәшкил итә.
Етәксе белдереүенсә, 2024 йылға тиклем ошо милли проектты тормошҡа ашырыуға 158 компания йәлеп ителәсәк, шуларҙың 26-һына Федераль компетенциялар үҙәгенән эксперт ярҙамы күрһәтеләсәк. Проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙа 12 870 кеше заман талап иткән һөнәрҙәргә өйрәтеләсәк, 2024 йылғаса мәшғүллектең инфраструктураһын да үҙгәртеп ҡороу ҡарала.